Эстәлеккә күсергә

Хөкөм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Хөкөм (ғәр. حُكْم ғаҡыл, ҡарар; рус. Хукм) — ислам термины, уның нигеҙендә ғаҡыл һәм абруйлы күрһәтмәне күҙаллау ята[1]. Ислам хоҡуғында (фиҡһ) хөкөм тип кешенең ҡылыҡтарын рөхсәт ителгән позициянан баһалау атала. Хөкөм терминологияһы Ҡөрьәндең «харам-хәләл» дихотомияһына һыймай һәм ислам фекеренең артабанғы үҫеше һөҙөмтәһе булып тора[2].

Хөкөмдөң түбәндәге төрҙәре бар:

  1. Әхкәм әл-хәмсә. Фиҡһ буйынса әҙәбиәттә кеше ҡылығы уларҙың рөхсәт ителеү позицияһынан биш дәрәжәгә бүленгән:
    1. мотлаҡ (фарыз, важиб)
    2. тәҡдим ителгән һәм хупланған (сөннәт, мөстәхәб,мәндүб)
    3. дөйөм рөхсәт ителгән һәм нейтраль (мөбәх, жаиз)
    4. шелтәле (мәкруһ)
    5. тыйылған(харам, мәҙһүр)[1].
  2. Илаһи ғаҡыл. Ҡөрьәндә хөкөм һүҙе Илаһи ғаҡыл[3] йәки Аллаһтың язаһынан (ҡарарынан) ҡурҡыу мәғәнәһенә эйә[4]. Был осраҡта Илаһи ғаҡыл Ҡөрьән һәм Сөннәт күрһәтмәләрен үҙ эсенә ала, шуның өсөн уларҙы үтәү фарыз. Бындай хөкөм фәтүә сығарыу нигеҙе булыуы мөмкин [1].
  3. Билдәләмә йәки күрһәтмә. Хакимдың йәки абруйлы кешенең уға буйһонған кешеләр өсөн мотлаҡ булған күрһәтмәһе[1].
  4. Хүкм әл-ижтиһади. Хоҡуҡи мәсьәлә буйынса хоҡуҡи сығанаҡтар нигеҙендә әҙерләнгән ҡарар йәки әр-раий (ирекле фекерләү)[1].
  5. Логик фекерләү. ҡыястың дөйөм формулаһында логик фигураның бер өлөшө[1].
  6. Дөйөм ҡағиҙә йәки билдәләмә. Фәнни әҙәбиәттә хөкөм термины ҡағиҙә йәки билдәләмә мәғәнәһендә киң ҡулланыла, мәҫәлән, «Идара итеү ҡағиҙәләре» (әл-Әхкәм ас-солтания)[1].
  1. 1 2 3 4 5 6 7 Ислам: ЭС, 1991, с. 282
  2. Lowry, 2006
  3. Коран: 2:129, 3:48, 4:54 и т. д.
  4. Коран: 5:50, 6:57, 12:67 и т. д.
  • Боголюбов А. С. Хукм // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 282. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Ḥukm // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Maverdii constitutiones politicae. Ex recensione M. Engeri Accedunt adnotationis et glossarium. — Bonnae, 1853.
  • М. Таки аль-Хаким. аль-Усуль аль-амма лиль-фикх аль-мукаран. — Бейрут, 1963. — С. 321.
  • Joseph E. Lowry. Encyclopaedia of the Qurʾān / Jane Dammen McAuliffe (ed.). — Brill, 2006.