Эстәлеккә күсергә

Мәкруһ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мәҡруһ битенән йүнәлтелде)
Мәкруһ
Алдағы Ниәт
Менән бәйләнештә Qlapsk Islam[d]
Нимә менән тоташа Udwan[d]
Ҡапма-ҡаршыһы Мөстәхәб

Мәкруһ (ғәр. مكروه‎; рус. Макрух) — фиҡһ буйынса харамға яҡын ғәмәл ([1]. Мәкруһтың ике төрө бар: харам тиерлек тәхриман-мәкруһ һәм еңелерәк — тәнзиһан-мәкруһ. Ике төр мәкруһтан да тыйылыу Аллаһыға яраҡлы тип, тик тәхриман-мәкруһ ҡылыуы ғына гонаһ тип һанала[1].

«Мәкруһ» һүҙенең мәғәнәһе Ҡөрьән иңгән замандан бирле үҙгәргән. IX быуат уртаһына тиклем терминология-хөкөм (рөхсәт ителгәнлек баһаһы) әле формалашмаған, һәм «мәкруһ» һүҙе ҡәтғи тыйылған ғәмәлдәрҙе билдәләү өсөн ҡулланылырға мөмкин булған[2].

Төрлө мәҙһәбтәрҙә (хоҡуҡ мәктәптәре) харам, мәкруһ тип һаналған нәмәләр тураһында төрлө фекерҙәр бар. Өс сөнни мәҙһәбтә (мәлики, ханбали, шәфиғи) Ҡөрьәндә йәки сәхих-хәҙистә тыйылған ғәмәлдәр мөхәддистәр сылбырының күпме булыуына ҡарамаҫтан, харам тип һанала, хәнәфи мәҙһәбтә бер генә тапшырыусылар сылбырынан килгән хәҙистәр менән тыйылған ғәмәлдәр мәкруһ категорияһына ҡарай[1].

  • Али-заде, А. А. [478 Макрух] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Wael B. Hallaq. Forbidden // Encyclopaedia of the Qurʾān / Jane Dammen McAuliffe (ed.). — Brill, 2006. — ISBN 90-04-14743-8.