Сәхих

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Сәхих (ғәр. صحيح‎; рус. Сахи́х) — абруйлы мосолмандар күҙлегенән иң ышаныслы хәҙистәр категорияһы. Хәҙистең дөрөҫлөгөн раҫлаусы төп шарттарҙың береһе — хәҙистәрҙең ышаныслы рәүиҙәрҙән тапшырылған булыуы; башҡа ышаныслы хәҙистәргә ҡаршы килмәү һәм бүтән етешһеҙлектәр юҡлығы. Сәхих атамаһы шулай уҡ ышаныслы хәҙистәр булған хеҙмәттәргә лә бирелә. Улар араһында хәҙистәрҙең иң абруйлы йыйынтыҡтары «Сәхих әл-Бохари» һәм «Сәхих Мөслим». Шәриғәттә ислам ҡанундарына нигеҙләнгән сауҙа килешеүе лә сәхих тип атала (сәхих ба’й). Ғәрәп тарихи-биографик традицияһында сәхих термины төрлө хәбәрҙәрҙең йәки мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн баһалау өсөн ҡулланыла.

Сахих әл-Бохари

Хәҙистең дөрөҫлөгө шарттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хафиз Ибн Хәжәр әл-Әсҡәләни сәхих хәҙистәргә тап килергә тейешле биш шартты билдәләгән:

  1. Һәр бер риүәйәтсе (рәүи) хикәйәләү сылбырында (иснәд) ышаныслы булырға тейеш.
  2. Һәр рәүиҙең хәтере яҡшы булырға тейеш.
  3. Һәр хәҙистең иснәде өҙлөкһөҙ булырға тейеш.
  4. Һәр рәүи хәҙисте алдағы рәүиҙәр сылбырын өҙмәйенсә ишетергә тейеш.
  5. Һәр хәҙис икенсе ышаныслы хәҙискә ҡаршы килмәҫкә тейеш.

Хәҙистәр синыфтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәхих хәҙистәр 7 синыфҡа бүленә:

  1. әл-Бохариҙа ла, Мөслимдә лә килтерелгән хәҙистәр;
  2. әл-Бохариҙа ғына килтерелгән хәҙистәр;
  3. Мөслимдә генә килтерелгән хәҙистәр;
  4. әл-Бохари һәм Мөслимдә килтерелмәгән, әммә икеһенең дә талаптарына (шурут) яуап бирә;
  5. әл-Бохари талаптарына яуап бирә;
  6. Мөслимдең талаптарына яуап биргән хәҙистәр;
  7. Башҡа хәҙисселәрҙең фекере буйынса дөрөҫ булғандары[1].

Ышаныслы хәҙистар йыйынтығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы бер хәҙистәрҙе өйрәнеүселәр үҙҙәренең йыйынтыҡтарында тик ышаныслы хәҙистәрҙе генә йыйырға тырыша. Әммә имам әл-Бохари һәм Мөслим генә быға тулыһынса ирешә алған. Түбәндә сәхих хәҙистәр йыйынтығы һанап кителгән:

  • Сәхих әл-Бохари — Ҡөрьәндән һуң иң ышаныслы китап булып иҫәпләнә[2]
  • Сәхих Мөслим — дөрөҫлөгө буйынса әл-Бохариҙан ҡала икенсе урында тора[2]
  • Сәхих Ибн Хүзәймә[3]
  • Сәхих Ибн Хиббән[3]
  • Мүстәдрәҡ Әл-Хәким ән-Нишабури[3]
  • Әл-Әхәдис Әл-Жиәд әл-Мөхтәрәм мин ма ләйсә фи сәхихәйн Диәүтдин әл-Мәҡдиси[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ислам: ЭС, 1991, с. 208
  2. 2,0 2,1 al-Shahrazuri, `Uthman ibn `Abd al-Rahman Ibn al-Salah (инг.)баш. al-Muqaddimah fi `Ulum al-Hadith / `Aishah bint `Abd al-Rahman. — Cairo: Dar al-Ma’aarif, 1990. — С. 160—169.
  3. 3,0 3,1 3,2 Tadrib al-Rawi, vol. 1, pg. 148, Dar al-'Asimah, Riyadh, first edition, 2003.
  4. al-Kattānī, Muḥammad ibn Jaʻfar. Al-Risālah al-Mustaṭrafah. — seventh. — Dār al-Bashāʼir al-Islamiyyah, 2007. — С. 24.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бойко К. А. Сахих // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 208. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. [705 Сахих] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Ṣaḥīḥ / Juynboll, G.H.A., Peters, R. and Carter, M.G. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)