Хүдүд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хүдүд

Хүдүд (ғәр. حد‎ — «тотҡарлау», «туҡтатыу»; рус. Хадд) — әхлаҡһыҙлыҡ һәм йәмәғәт тәртибенә ҡаршы енәйәттәр өсөн шәриғәт судьяһы (ҡаҙый) биргән яза. Бындай енәйәттәргә көсләү, боҙоҡ эштәр ҡылыу, ялған шаһитлыҡ итеү, яла яғыу, эскелек, ҡомарлы уйындар, мутлашыу һәм башҡалар инә. Ҡөрьәндә һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр) сөннәтендә күрһәтелмәгән енәйәттәр тәзир категорияһына ҡарай һәм ҡаҙый ҡарары буйынса яза бирелә.

Ҡулланыу тәртибе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хүдүд айырым шәхескә ҡаршы түгел, ә законға ҡаршы енәйәттәр өсөн һалынғанлыҡтан, мотлаҡ үтәлергә тейеш[1]. Ул 40-тан 100-гә тиклем ҡамсылау йәки таяҡлау юлы менән башҡарыла[2] Яза алғандан һуң енәйәтсе тәүбә итергә һәм гонаһын юйҙыртырға тейеш (кәффара) [3].

Хүдүд тик шәриғәт судьяһы хөкөмө буйынса ғына һалына, ул һуғыуҙар һанын һәм уларҙың көсөн билдәләй[4]. Яза биргәндә ғәйепләнеүсе үлмәһен һәм уның эске органдарына зыян килмәһен өсөн һуғыуҙар артыҡ көслө булмаҫҡа тейеш. Әгәр берәү үлә ҡалһа, ҡайһы бер мәҙһәбтәрҙә уның вариҫтары зыянын ҡайтартырға тейеш (дийә), икенселәрендә ҡанундан башҡа бер кем дә ғәйепле түгел тип иҫәпләнә. Хүдүд бөтә йәмәғәт урындарында ла башҡарыла ала, тик был мәсеттәрҙә рөхсәт ителмәй. Ҡатын-ҡыҙға яза биргәндә уның кәүҙәһе (ғәүрәт) асылырға тейеш түгел, ә ир-ат язаны йомшартмаҫлыҡ итеп кейенгән булырға тейеш[3].

Иҫке ғосман хоҡуғы буйынса хүдүд ҙур аҡсалата штраф менән алмаштырыла алған. Был тәртипте хәҙерге ислам дәүләттәренең күп кенә ҡануниәттәре ҡабул итә[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Примирение сторон и прощение за такие преступления невозможно. Примирение сторон и прощение за такие преступления невозможно
  2. Сверх наказания плетьми может быть ещё наложено назидательное наказание (та’зир).
  3. 3,0 3,1 3,2 Ислам: ЭС, 1991, с. 261
  4. В зависимости от состояния наказуемого, назначенное число ударов может быть нанесено за один раз или за несколько.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Боголюбов А. С. Хадд // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 261. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.