Ҫәүри мәҙһәб
Уҡыу көйләүҙәре
Ҫәүри мәҙһәб | |
ғәр. المذهب الثوري | |
Дин: | |
---|---|
Ағым: | |
Нигеҙләнгән: | |
Нигеҙләүсе: | |
Илдәр: | |
Тарҡалған: | |
Ҫәүри мәҙһәб (ғәр. المذهب الثوري; рус. Саури́тский мазха́б) — сөнни исламда иртә хоҡуҡи мәктәптәрҙең береһе (мәҙһәб).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҙһәбкә нигеҙ һалыусы-эпоним Әл-Күфә (хәҙ. Ираҡ) сығышлы билдәле мосолман ғалимы-хоҡуҡ белгесе (фаҡиһ) һәм мөхәддис Сүфйән әҫ-Ҫәүри (716—778) булған.
Ислам Испанияһына (Әл-Әндәлүс) тиклем таралыу алған мәҙһәб булған, һуңынан мәлики мәҙһәб унан ҡыҫырыҡлап сығарған.
Әҫ-Ҫәүри хоҡуҡи мәктәбе XI быуат башына тулыһынса юҡҡа сыға, уның эйәрсендәре ҡануни булып киткән дүрт сөнни мәҙһәбкә (мәлики, хәнәфи, хәнбәли һәм шәфиғи)[1] ҡушыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Самигуллин В. К. Восток: мозаика правовых традиций. — Уфа: Академия ВЭГУ, 2016. — С. 57. — 180 с. — ISBN 9785878656368.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |