Шәхсей-вәхсей
Шәхсей-вәхсей |
Шәхсей-вәхсей (фарсы теленән) — ислам динендә шиғый мосолмандар араһында йыш осрай торған, Ғәшүрә көндө үткәрелеүсе мәтам йолаһы. Шиғыйҙарҙың өсөнсө имамы Хөсәйен ибн Али үлеменән һуң, уның тарафтарҙарынан башланып киткән үҙ-үҙеңде ғазаплау, йәрәхәтләү күренеше. Йола Хөсәйен үлтерелгән көндә — мөхәррәм айының унынсы көнөндә (Ғәшүрә)[1] үткәрелә.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙ-үҙҙәрен ғазаплаусылар ҡайғы белдереп: «Шах, Хөсәйен, вах, Хөсәйен!» — тип ҡысҡыралар, шунан ҡыҫҡартылып, Европа телдәренә, «шахсей-вахсей» булып инеп ҡалған. Әзербайжанда был йола әзерб. Başyarma (Башъярма) тип атала.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б.э. 680 йылында дүртенсе хәлифә Али ибн Әбү Талиптың (599-661) кесе улы Хөсәйен (620-680), үҙенә хәлифәлек юллап, Ираҡҡа йүнәлгән мәлдә, үҙе һәм 73 тарафдары Кәрбәлә биҫтәһендә үлтерелә. Шиғый мосолмандар Хөсәйенде дин өсөн ғазап сигеп һәләк булғандар, дин юлында шәһит киткән изге тип һанайҙар.
Йола
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йола шиғыйҙар күпләп йәшәгән илдәрҙә (Ираҡ, Иран, Һиндостан, Мьянма, Пакистан, Афғанстан, Ливан, Төркиә, Бахрейн һ.б.) урамда, күп кеше ҡатнашында уҙа. Фанатик шиғыйҙар, күп осраҡта руханиҙарға ялланған кешеләр, «Шах, Хөсәйен, вах, Хөсәйен !», тип ҡысҡырып, күкрәктәренә йоҙроҡ менән һуғалар, утлы күмер өҫтөндә йөрәйҙәр, үҙҙәрен сылбырҙар менән туҡмайҙар, хәнйәр йә бысаҡ менән тәндәрен йәрәхәтләйҙәр, сөнки риүәйәттәр буйынса Хөсәйендең тәненә 33 ҡылыс, 34 бысаҡ яраһы алған тип иҫәпләнелә.
Иран шаһы Реза Пехлеви (1878-1944) үҙе ил менән идара иткән осорҙа (1925-1941) урамдарҙа шәхсей-вәхсей йолаһын уҙҙырыуҙы тыя. Ләкин Иран Ислам инҡилабынан һуң әлеге тыйыу көсөн юғалта.
Маҡсаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәхсей-вәхсей шиғый мосолмандар араһында дини хистәрҙе көсәйтеү, милли һәм дини дошманлыҡты үҫтереү маҡсатына хеҙмәт итә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәшүрә
- «Шахсей-вахсей» йолаһының төрлө илдәрҙәге фотолары 2016 йыл 5 ноябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 2016 йылдың 16 октябренә туры килә
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ислам. Белешмә-һүҙлек (төҙөүсе Заһид Шәфиғи). Ҡазан: ТКН, 1993. ISBN 5-298-00949-2
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәхсей-вәхсей Ҙур белешмә һүҙлегендә
- Шәхсей-вәхсей 2016 йыл 5 ноябрь архивланған.
- День Ашура и ритуал самобичевания «Шахсей-Вахсей»