Хәүза
Хәүза | |
Хәүза Викимилектә |
Хәүза (рус. Хауза) — традицион шиғый ислам академияһы, дини семинария. Унда ислам дисциплиналары: Жәғәфәри мәҙһәб фиҡһы, тәфсир һәм башҡа Ҡөрьән фәндәре, логика (мантиҡ), ислам тарихы, хәҙис фәне (ғилм әл-хәҙис), хәҙистәрҙе тапшырыусылар тураһындағы фән (илм ар-рижәл), теология (ғаҡидә һәм кәләм), ғәрәпсә һәм башҡа телдәр, ислам фәлсәфәһе һәм ғирфан өйрәнелә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәүза институтына нигеҙ һалыусы — күренекле шиғый ғалимы Әбү Жәғәфәр әт-Түси (995—1067 йй.). Ул хәүзаны Ираҡтағы ән-Нәжәф ҡалаһында (ғәр. النجف) аса, ул 1000 йыл дауамында шиғыйлыҡ белеме үҙәге булып тора, артабан алдынғылыҡ Ҡом (фарс. قم) ҡалаһы хәүзаһына күсә. Күбеһенсә уны яңы заманда күтәреүгә Хөмәйни имамдың эшмәкәрлеге булышлыҡ итә.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге ваҡытта Ҡом һәм Нәжәф ҡалалары хәүзалары шиғыйлыҡ буйынса ике көнәркәшлек үҙәге булып тора. Был ике мәктәп тә төп шиғый текстарҙы (Ҡөрьән тәфсирен һәм хәҙистәрҙе) һәм Жәғәфәри фиҡһты (юриспруденция) тәрән өйрәнеүгә нигеҙләнгән.
Ҡом һәм Нәжәфтәге ике ҙур хәүзанан тыш, уҡыу йорттары Ливанда, Сүриәлә , Британияла эшләп килә.
Ҡулланылған сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Hawza — Advanced Islamic Studies — www.al-islam.org
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |