Эстәлеккә күсергә

Ән-Нәжәф

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ән-Нәжәф
ғәр. النجف
Рәсем
Рәсми атамаһы النجف
Дәүләт  Ираҡ
Административ үҙәге Наджаф[d]
Административ-территориаль берәмек Наджаф[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 724 700 кеше (2015)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 60 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Кум[d], Неджефабад[d] һәм Миннеаполис[d]
Урынлашыу картаһы
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Q32932872?
Карта
 Ән-Нәжәф Викимилектә

Ән-Нәжәф ([2]; ғәр. النجف‎; рус. Эн-Наджаф[3]) — Ираҡтың көньяғында урынлашҡан ҡала, Бағдадтан 160 км көньяҡтараҡ.Риүәйәттәр буйынса, 791 йылда хәлифә Һарун әр-Рәшит тарафынан нигеҙ һалынған. Нәжәф провинцияһының административ үҙәге. 2003 йылда халыҡ һаны яҡынса 820 000 кеше тәшкил иткән.

Бағдадтан көньяҡҡа 160 км һәм Хилла ҡалаһынан көньяҡҡа табан 60 км алыҫлыҡта, Евфрат йылғаһының уң ярында, диңгеҙ кимәленән 17 м бейеклектә урынлашҡан[4]. Сәғүд Ғәрәбстанына илткән юлда сауҙа-транспорт үҙәге.

Ҡаланың климаты бик ҡоро, эҫе.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 14 18 23 30 36 41 42 42 39 33 23 17 29,8
Уртаса минимум, °C 7 9 13 19 23 28 29 29 27 21 13 8 18,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 3 1,3 1,3 1,3 0,5 0 0 0 0 0,5 1 1 9,9
Имам Али мәсете, 1932.

Ираҡтың көньяғындағы иң ҙур шиғый мосолмандар ҡалаһы, уларҙың хәлифә һәм шиғыйҙарҙың беренсе имамы, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ике туған ҡустыһы һәм кейәүе Али ибн Әбү Талип ҡәберенә ғибәҙәт ҡылыу урыны. Ираҡта шиғыйҙарҙың сәйәси тормошо үҙәге. Был ҡалаға йыл һайын килгән мосолман ғибәҙәт ҡылыусылары һан буйынса Мәккә һәм Мәҙинәнән генә ҡалыша[5][6][7][8][9]. Нәжәф боронғо Вавилон ҡалаһынан 30 км көньяҡҡа һәм боронғо Ур ҡалаһынан төньяҡҡа табан 400 км алыҫлыҡта нигеҙләнгән . Дөйөм фекер буйынса ҡалаға 791 йылда Ғәббәсиҙәр хәлифәһе Һарун әр-Рәшит нигеҙ һалған[10].

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Нәжәфтәге Имам Али мәсете-кәшәнәһе

Нәжәф шиғыйҙар өсөн дә, сөнниҙәр өсөн дә изге ҡала булып һанала. Баш ҡаланың төп архитектура ҡомартҡыһы — имам Али мәсете-кәшәнәһе[11]..

Имам Али кәшәнәһендә һаҡланған әйберҙәр араһында — 550 Ҡөрьән манускрипты, шул иҫәптән имамдың үҙ ҡулы менән яҙылған дана. Бынан тыш, унда 420 ювелир биҙәүес — аҫыл таштар менән биҙәлгән таждар, муйынсаҡтар һәм аҫыл таштар менән биҙәлгән башҡа алтын әйберҙәр, 214 алтын шәмдәл һәм бахур һауыты, 325 келәмдән торған һирәк коллекция һаҡлана.

Имам Али кәшәнәһенән алыҫ түгел Вади әс-Сәләм — Донъя үҙәне — ғәйәт ҙур шиғый зыяраты урынлашҡан, унда мәрхүмдәрҙе ерләргә Ираҡтан ғына түгел, башҡа илдәрҙән дә алып киләләр. Шиғыйҙар өсөн ҡиәмәт көнөн көтөп, имам Али янында ерләнеү оло һанала. Шунда уҡ башҡа бер нисә күренекле ислам шәхестәренең ҡәберҙәре бар[12]..

Күп быуаттар дауамында изге урын тирәләй бик күп дауаханалар, мәктәптәр, китапханалар, суфыйҙар зәүиәләре төҙөлгән, һәм ҡала шиғый теологияһы үҙәгенә әйләнгән. Саддам Хөсәйен идара иткән йылдарҙа уларҙың күбеһе бик ныҡ зыян күргән, сөнки Вади аша тура шоссе юлы һалына.

Нәжәф семинарияһы ислам донъяһында уҡытыуҙың мөһим үҙәктәренең береһе һанала. Аятолла Хомейни унда 1964 йылдан 1978 йылға тиклем уҡытҡан. 1970 йылдарҙа Ираҡта, Иранда һәм Ливанда барлыҡҡа килгән ислам хәрәкәтенең алдынғы эшмәкәрҙәренең күбеһе Нәжәфтә уҡыған[13]

  • Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.
  1. http://www.citypopulation.de/Iraq-Cities.html
  2. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 448.
  3. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 448.
  4. An Najaf al Ashraf, Iraq Page. Fallingrain Global Gazetteer. Дата обращения: 29 декабрь 2013.
  5. Anthony H. Cordesman; Sam Khazai. Iraq in Crisis. — Rowman & Littlefield, 2014. — С. 319. — ISBN 9781442228566.
  6. Patrick Cockburn. Muqtada: Muqtada al-Sadr, the Shia Revival, and the Struggle for Iraq. — illustrated. — Simon and Schuster, 2008. — С. 146. — ISBN 9781416593744.
  7. Kenneth M. Pollack; Raad Alkadiri; J. Scott Carpenter; Frederick W. Kagan; Sean Kane. Unfinished Business: An American Strategy for Iraq Moving Forward. — Brookings Institution Press, 2011. — С. 103. — ISBN 9780815721666.
  8. Linda Robinson. Masters of Chaos: The Secret History of the Special Forces. — illustrated, reprint. — PublicAffairs (инг.)баш., 2005. — С. 260. — ISBN 9781586483524.
  9. Ali al-Sistani is Iraq’s best hope of curbing Iranian influence. But he is 85 and has no obvious successor, The Economist (5 декабрь 2015). 6 декабрь 2015 тикшерелгән.
  10. Ring, Trudy. International Dictionary of Historic Places: Middle East and Africa. — Taylor & Francis, 1996.
  11. Never Again! 2007 йыл 5 август архивланған. ShiaNews.com
  12. Hala Mundhir Fattah; Frank Caso. A brief history of Iraq (инг.). — Infobase Publishing (инг.)баш., 2009. — P. 140. — ISBN 978-0-8160-5767-2.
  13. Mallat, Chibli. The Renewal of Islamic Law: Muhammad Baqer As-Sadr, Najaf and the Shi'i International (инг.). — Cambridge University Press, 2004.