Һарун әр-Рәшит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Һарун әр-Рәшит
هارون الرشيد
Һарун әр-Рәшит
«Мең дә бер кисә» әкиәттәр йыйынтығында һүрәтләнеше
Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге хәлифәһе
14 сентябрь 786 — 24 март 809
Алдан килеүсе: әл-Һаҙый
Дауамсы: әл-Әмин
 
Дине: ислам
Тыуған: 17 март 763({{padleft:763|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Рей
Үлгән: 24 март 809({{padleft:809|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (46 йәш)
Тус, Хорасан
Ерләнгән: «Хәмит ибн Гахтаби» һарайы, Мәшһәд
Нәҫел: Ғәббәсиҙәр
Исеме: ғәр. هَارُون
Атаһы: Мөхәмәт ибн Мансур әл-Мәхди
Әсәһе: әл-Хайзуран
Супруг: Зубейда бинт Джафар[d]
Балалары: әл-Әмин
әл-Мәһмүн
әл-Мөхтәсим
Әл-Сәләм Мәҙинәһендә (Бағдадта) һижрәнең 170 йылында (786 йылда) яһалған көмөш дирһәм. Уның икенсе яғында ошолай яҙылған: «Аллаһтың ҡоло, мосолмандарҙың әмире Һарун фарманы буйынса»

Әбү Йәғәфәр Һарун ибн Мөхәмәт, күбеһенсә Һарун әр-Рәшит исеме аҫтында билдәле (ғәр. هارون الرشيد‎; февраль 766, Рей (йәки 17 март, 763) — 24 март 809, Тус) — ғәрәп хәлифәһе, 786 (14 сентябрҙән) — 809 йылдарҙа Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенең хакимы.

Әр-Рәшит («Хаҡлы») ҡушаматы уға тәхет вариҫы итеп тәғәйенләнгәндә атаһы хәлифә Мөхәмәт ибн Мансур әл-Мәхди тарафынан бирелә[1].

Һарун әр-Рәшит хакимлыҡ итеүенең тәүге осоро иҡтисади һәм мәҙәни үҫеш менән билдәләнә. Ауыл хужалығы, кәсептәр, сауҙа һәм мәҙәниәт үҫешә башлай. Ул Бағдадта университет (мәҙрәсә) һәм китапханаға нигеҙ һала. Һарун әр-Рәшит хакимлығы дәүерендә Дейлемдә, Сүриәлә һәм хәлифәлектең башҡа өлкәләрендә ихтилалдар була.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бармакидтар фарсы аҡһөйәктәре ғаиләһенән сыҡҡан вәзирҙәр ярҙамында хәлифә була һәм хакимлыҡ итә. 803 йылда Бармакиҙар властан ситләтелгәс, бер үҙе хакимлыҡ итә[2]. Был процесс репрессиялар менән оҙатыла, бының барышында Бармакидтарҙың күп кенә вәкилдәре зинданға ябыла һәм язалап үлтерелә (улар араһында «Мең дә бер кисә» циклында хәлифәнең дуҫы һәм Бағдад буйлап төнгө сәйәхәттәрендә даими юлдашы булараҡ һүрәтләнгән билдәле вәзир Йәғәфәр ибн Яхъяла була[3].

Һарун әр-Рәшит хакимлыҡ итеүенең тәүге осоро иҡтисади һәм мәҙәни үҫеш менән билдәләнә. Ауыл хужалығы, кәсептәр, сауҙа һәм мәҙәниәт (бигерәктә әҙәбиәт) үҫешә башлай. Ул Бағдадта ҙур университет (мәҙрәсә) һәм китапханаға нигеҙ һала, фән, шиғриәт һәм музыка менән мағыуға булышлыҡ итә[3]. Һарун әр-Рәшит ярандары араһында исламға тиклемге шиғриәт ҡанундарынан баш тартҡан быуын вәкиле — шағир Ғәббәс ибн әл-Әхнәф булған.

Шул уҡ ваҡытта хәлифәлектең тарҡалыу билдәләре күренә башлай: Дейлемдә, Сүриәлә һәм башҡа өлкәләрҙә хөкүмәткә ҡаршы ихтилалдар тоҡана.

Хәлифә ул хакимлыҡ итә башлауынан күпкә алдараҡ башланған Византияға ҡаршы һуғышты дауам итә.

Урта Азияла Рафи ибн Лейс етәкселегендәге ихтилалды баҫтырыу өсөн ойошторолған хәрби яу барышында 809 йылда вафат була. Риүәйәт буйынса уның иң һуңғы һүҙҙәре ошо була «О, Үлемһеҙ! Үлемлене ғәфү ит»[4].

Мәҙәниәттә сағылышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Мең дә бер кисә» әкиәттәр йыйынтығында идеаллаштырып һүрәтләнә[5]. Әкиәттәрҙә Һарун ғәҙел батша булып күҙ алдына баҫа. Подданныйҙарының мохтажлыҡтарын белер өсөн, ул, кейемен алмаштырып, төндәрен Бағдад урамдарына сыға, уны бер вәзире һәм тәнһаҡсыһы ғына оҙатып йөрөй.

Шулай уҡ суахили ҡәбиләһенең фольклорында Абу Нувас тураһындағы әкиәттәрҙә осрай[6].

Николай Глазковтың шиғырында ошолай тасуирлана:

« Был Гарун-аль-Рашид когда-то
Полновластным халифом Багдада.

И придворные, лицемеря,
Говорили ему, что в Багдаде
Преисполнено всё благодати,
Но Гарун-аль-Рашид им не верил.

Он, себя за купца выдавая,
Посещал караван-сараи
И, вино распивая, от пьяных
Узнавал обо всех изъянах.

Был Гарун-аль-Рашид халифом,
Но не верил ни льстивым фразам,
Ни причёсанным сводкам-мифам,
А старался быть ближе к массам![5]

»

«Франктар короллегенең анналдары»нда Һарун әр-Рәшиттең император Бөйөк Карлға фил бүләк итеүе тураһында хәбәр ителә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. А. П. Ершов, Д. Э. Кнутх Алгоритмы в современной математике и ее приложениях / Академия наук СССР, Сибирское отд-ние, Вычислительный центр. — Новосибирск, 1982. — С. 15.
  2. Большая советская энциклопедия, 3 изд.
  3. 3,0 3,1 Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона.
  4. Статья «Богобоязненный правитель» в газете Арраид
  5. 5,0 5,1 Наталья Басовская: Халиф 1001 ночи: народная мечта // Радио «Эхо Москвы» — Всё так, 09.12.2007 13:07
  6. Абу Нувас

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кло А. Харун ар-Рашид и времена «Тысячи и одной ночи» / Перевод А. Санина — СПб.: Евразия, 2012. — 384 б. — (Clio). — 1000 экз. — ISBN 978-5-91852-017-8.
  • Пирен А. Империя Карла Великого и Арабский халифат. Конец античного мира / Перевод С. Меркулов — М.: Центрполиграф, 2011. — 342 б. — 3000 экз. — ISBN 978-5-9524-4969-5.