Эстәлеккә күсергә

Хәлүәтилек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Хәлүәтилек (төр. Halvetilik; рус. Халватия) — суфыйҙар берләшмәһе (тәриҡәт), XIV быуат аҙағында Төньяҡ-Көнбайыш Иранда барлыҡҡа килгән. 12 туғандаш тәриҡәттең береһе, улары 50-нән ашыу үҙ аллы тармаҡ һәм тәриҡәт барлыҡҡа килтерә. Рухи сылбыр (силсилә) Әл-Жүнәйдә Әл-Бағдади аша Али ибн Әбү Талипҡа барып сыға. Тәриҡәт ағзаһының кейем элементы — дүрт мөйөшлө башлыҡ, башлыса йәшел йәки ҡара төҫтә була.

Тәриҡәт башта төрки халыҡтар араһында ғына тарала. Ул Урта Азия төрки Әхмәт әл-Йәсәүи мистицизм мәктәбенең ҡайһы бер идеяларын ҡабул итә һәммәләмәтилек һәм ҡәләндарлыҡ тәриҡәттәре традицияларының көслө йоғонтоһон кисерә. Башта тәриҡәт тәғлимәте имами шиғыйлыҡ менән тығыҙ бәйле була, ваҡыт үтеү менән сөннигә үҙгәрә. Шиғыйлыҡ, күрәһең, йәшерен тәғлимәт формаһында һаҡланғандыр[1].

Тәүге алты мөршид заманында ғына тәриҡәт берҙәм ойоштороу структураһына һәм үҙәкләштерелгән етәкселек системаһына эйә була. Тәриҡәттең төп хәнәкәһе (Хәнәкәһ Бағ-и шәмәл) Тәбриздә урынлашҡан була.

Хәлүәтиҙәрҙең һәм уның тармаҡтарының ойоштороу структураһы, дөйөм алғанда, башҡа суфый берләшмәләренең структураһын хәтерләтә, шул уҡ ваҡытта уларҙың эшмәкәрлек төбәгенә бәйле үҙенсәлектәре бар.

Тәриҡәт Ибн әл-Ғәрәбиҙең үәхдәт әл-вүжүд тәғлимәтте йоғонтоһон кисерә . Был тәғлимәткә мөнәсәбәт дәүергә һәм төбәккә бәйле, хатта бер үк тармаҡта ла үҙгәрештәр кисерә.

Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән алып тариҡәткә нигеҙ һалыусыға тиклем силсиләһе.

  • Акимушкин О. Ф. Халватийа // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 267—268. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. Хальвати // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.