Үәхдәт әл-вүжүд
Үәхдәт әл-вүжүд | |
Үәхдәт әл-вүжүд Викимилектә |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Үәхдәт әл-вүжүд (ғәр. وحدة الوجود — йәшәйеш берҙәмлеге; рус. Ва́хдат аль-вуджу́д) — Ибн әл-Ғәрәби тәғлимәтен тасуирлаған философик категория. Ибн әл-Ғәрәби үҙе был терминды ҡулланмаған[1]. Һүҙбәйләнеш үәхид («берҙәмлек») һәм вүжүд ("йәшәйеш ғәр. وجود) һүҙҙәренән тора.
Концепцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үәхдәт әл-вүжүд нигеҙен суфый метафизикаһы, неоплатон эманацион доктринаһы һәм гностицизм, шулай уҡ кәләм һәм фәлсәфә кеүек тәғлимәт элементтары ингән теософия тәшкил итә[1]
Үәхдәт әл-вүжүд концепцияһына ярашлы, барлыҡҡа килтереү сәбәбе — Абсолюттың үҙ-үҙен күреүгә һәм үҙ-үҙен танып белеүгә ынтылышында. Абсолют ғаләмдең предметтарында һәм асылдарында ғәмәлгә аша, әммә илаһи камиллыҡтың атрибуттары унда айырыла. Улар тик кешелә генә бергә йыйыла, ә камил кешелә (әл-инсан әл-камил) Абсолют үҙ-үҙен тулыһынса танып белеүгә өлгәшә[1].
Үәхдәт әл-вүжүд тәғлимәте әйтеп бөтөлмәгәнлек һәм ике мәғәнәлелек менән характерлана. Үәхдәт әл-вүжүд тәғлимәтен комментаторҙар төрлөсә аңлата һәм ниндәйҙер кимәлдә тәғлимәттең асылын үҙгәртә. Быға урта быуат авторҙарының, шулай уҡ хәҙерге заман тикшеренеүселәренең хеҙмәттәрендә баһа төрлөлөгө сәбәпсе була[1].
Был тәғлимәт мосолман дин ғилеменә һәм «фәлсәфәүи» суфыйлыҡ үҫешенә ҙур йоғонто яһаған. Уны сөнни һәм шиғый аҡыл эйәләре ҡабул иткән һәм үҫтергән. Был инанысҡа ҡаршылар — Ибн Тәймиә, Ибн Хәлдүн, Ибн Хәжәр әл-Әсҡәләни, Сүриә, Мысыр һәм Мәғриб фаҡиһтары. Ғәлә әд-дәүләт Симнәни Ибн әл-Ғәрәби тәғлимәтенә альтернатива сифатында үәхдәт әш-шүһүд исемен алған доктринаны тәҡдим итә. Ошо ике доктрина яҡлылар бер-береһе менән һаман да тынысланып етмәгән әүҙем көрәш алып бара[1].
Күп кенә тикшеренеүселәр һәм тәнҡитселәр үәхдәт әш-шүһүд тәғлимәтен пантеизм төрө тип һанай[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде А. А. «Фәлсәфә, суфыйсылыҡ тарихы һәм терминологияһы (тасаввуф)» // «Топос»әҙәби-фәлсәфәүи журналы, 27.04.2004
- Кныш А. Д. Үәхдәт әл-вүжүд // Ислам: энциклопедик һүҙлек / Отв. мөхәррире. С. М. Прозоров. — М. : Фән, ГРВЛ, 1991. С. 48-49. — 315 с. — 50 000 дана. — ISBN 5-02-016941-2.
- Султанов Р. И. Вахдад аль-вуджуд // Философский энциклопедический словарь / Гл. редакция: Л. Ф. Ильичёв, П. Н. Федосеев, С. М. Ковалёв, В. Г. Панов. — М.: Советская энциклопедия, 1983. — С. 74—75. — 840 с. — 150 000 экз.
- Донъяны барлыҡҡа килтереүҙең мосолман концепцияһы // Философия тарихы: Көнбайыш Рәсәй Көнсығыш (беренсе китап. Боронғо һәм урта быуаттар философияһы). М.: Грек-латин кабинеты, 1995. 480 с.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |