Ҡотоб (суфый)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡотоб
Әҫәрҙең теле Ғәрәп теле
Ҡарата Ghawth[d], Awtad[d], Abdal[d], Abrar[d] һәм Вәли (вазифа)

Ҡотоб (ғәр. قطب‎; рус. Кутб — «полюс») — суфыйҙарҙың изгеләр иерархияһында изгелектең юғары дәрәжәһе (әүлиә), тәриҡәттә етәксе йәки рухи остаз.

Суфыйлыҡта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡотоб серле белем эйәһе һәм кешеләр менән Аллаһ араһындағы аралашсы хеҙмәтен үтәүсе тип һанала. Ул «камил инсан» булыуы менән таныла. Ҡайһы бер тикшереүселәр әйтеүенсә, «ҡотоб» төшөнсәһе шиғыйҙарҙан алынған[1]. Суфыйлыҡ тәғлимәтенә ярашлы, донъяла бер үк ваҡыт арауығында бер генә ҡотоб булыуы мөмкин. Шуға күрә уны йыш ҡына «ваҡыт полюсы» (قطب الوقت‎, ҡотоб әл-ваҡыт), «заман хужаһы» (صاحب الزمان‎, сәхиб әз-заман) йәки «ваҡыт ир-аты» (перс. مرد وقت‎, мәрд-и ваҡыт) тип атағандар[1].

Ҡотобтарҙың барлығын бөтә суфыйҙар ҙа таныған. Ҡотоб һәм суфый иерархияһының башҡа ағзалары IX быуат аҙағында уҡ Сәхлә әт-Тустари һәм Әл-Хәким әт-Тирмизи тарафынан телгә алына[1].

Ҡотоб, уның функциялары һәм һәләттәре тураһында тәғлимәт Ибн Араби хеҙмәттәрендә башлана, һәм уның эйәрсендәре эшләп бөтөрә. Ҡотобтың функцияһы — «наиблыҡ» йәки «Аллаһтың Ерҙә вәкиллеге».

Ҡотоб үҙенә буйһонған «изгеләр» — автад, абдал, ноҡаба һәм башҡалар ярҙамында Аллаһҡа ризалығындағы донъя тәртибен һаҡларға тәғәйенләнә[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кныш, А. Д. Кутб // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 144—145. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. Кутб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).