Вәли (вазифа)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вәли


Вәли  — (рус. Вали, ғәр. وزير‎) - ислам илдәре хакимиәттәрендәге вазифа, ил бүленешендәге провинция әмире йәки башҡа административ берәмеккә тура килә.

Вазифа VII быуаттан, ислам дәүләт аппараты барлыҡҡа килә башлағандан бирле билдәле. Вәлиҙәр яңы яулап алынған ерҙәрҙә хәлифәләр тарафынан тәғәйенләнгән һәм уларҙың урындағы наместнигы булып торған. Аҙаҡ, үҙәк хакимиәт көсһөҙләнә бара, уларҙың ҡайһы берҙәре ярайһы автономия ала һәм бойондороҡһоҙ мосолман династиялары башлығы булып китә .

Урта быуаттар һәм Яңы заман тип аталған осорҙа Оттоман империяһының провинцияһындағы наместниктар (губернаторҙар) - вәли, ә провинциялар үҙҙәре вилайәт тип атала башлай.

Хәҙерге ваҡытта вәли атамаһы ҡайһы бер илдәрҙә провинция идарасылары вазифалары өсөн ҡулланыла, улар араһында Афғанстан, Алжир, Марокко, Оман, Тунис, Төркиә һәм Төркмәнстан.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]