Нефертити

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нефертити
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлығы Боронғо Мысыр
Титул Великая царица[d]
Тыуған көнө б. э. т. 1370
Тыуған урыны Фивы[d], Луксор[d], Мысыр
Вафат булған көнө б. э. т. 1330
Вафат булған урыны Амарна[d], Эль-Минья[d], Мысыр
Атаһы Эйе[d]
Бер туғандары Мутнеджмет[d]
Хәләл ефете Эхнатон[d]
Балалары Меритатон[d], Макетатон[d], Анхесенамон[d], Нефернефруатон-ташерит[d], Нефернефрура[d] һәм Сетепенра[d]
Нәҫеле XVIII династия[d]
Һөнәр төрө правящая королева
Биләгән вазифаһы королева[d] һәм Фирғәүен
Әүҙемлек урыны Боронғо Мысыр[2]
Эшмәкәрлек йылдары Б. э. т. XIV быуат[2]
Commons-logo.svg Нефертити Викимилектә

Неферти́ти (Нефер-Неферу-Атон Нефертити, бор.-мысыр. Nfr-nfr.w-Jtn-Nfr.t-jty, «Һоҡланғыс һылыу Атона, һылыу

ҡай килде»; ок. 1370—1330 до н. э.) — Эхнатондың Яңы батшалығының XVIII династияһы боронғо Мысыр фараонының «төп ҡатыны» (Аменхотеп IV, яҡынса беҙҙең эраға тиклем 1351—1334 йй.). Эхнатон һәм Нефертитиҙың «амарн осоро» булараҡ билдәле булған идара итеү дәүере төп Алла тип иғлан ителгән Атондың дини реформаһын (атонизм) үткәреү менән бәйле. «Ҡояшҡа табыныу түңкәрелешен» ғәмәлгә ашырыуҙа батшабикәнең тотҡан роле бәхәсле[3]. Ғалимдар мөхитендә Нефертитиҙың 2 йыл буйы фирғәүенн-ҡатын-ҡыҙ Нефернефруатон булараҡ танылыуы ла бәхәсле.

Людвиг Борхардт үткәргән экспедиция мәлендә, 1912 йылда, Батшабикәнең скульптур бюсы табыла. Ул ҡомартҡы бөгөнгө көндә Берлиндың Яңы музейында амарн сәнғәтенең реалистик манераһында ҡуйылған. Скульптураның авторы тип скульптор Тутмос иҫәпләнелә, сөнки бюст уның оҫтаханалары харабаларында табыла.

Сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тикшеренеүҙәр башланғандан һәм Ахетатондың (хәҙерге Тель эль-Амарн) харабаларында 1880-се йылдарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклем үткәрелдгән ҡаҙыныу эштәре барышында Нефертитиҙың килеп сығышы тураһында аныҡ ҡына билдәле булған дәлилдәр табылмай. Фирғәүендең һәм бай түрәләрҙең кәшәнәләре диуарҙарындағы яҙмалар ғына Батшабикә тураһында бер аҙ мәғлүмәт бирә. Маҙарҙағы яҙмалар һәм Амарн архивындағы шынаға яҙылған текстар Мысыр тарихын өйрнеүселәргә батшабикнең ҡайҙа тыуыуы тураһында бер нисә гипотеза төҙөү мөмкинлеген бирә. Бер нисә фараз тәҡдим ителә, әммә уларҙың береһе лә сығанаҡтар менән нығытылмай. Яңы археологик табыштар килеп сығыу менән фараздар ҙа ваҡыт үтеү менән үҙгәрә бара.

Тотош алғанда, Мысыр тарихын өйрәнеүселәр 2 фаразға өҫтөнлөк бирә: күпселек Нефертитиҙың Мысырҙа тыуыуын таный, икенселәре — уны сит илдән килгән тип иҫәпләй. Батшабикәнең затлы нәҫелдән булмауы һәм осраҡлы рәүештә генә тәхеткә яҡынлауы тураһындағы фаразды Мысырҙы өйрәнеүсе тарихсыларҙың күбеһе кире ҡаға.

Сит ил принцессаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нефертити исеме «Һылыуҡай килде» тип тәржемә ителә, шуға күрә бер фаразға ярашлы, Эхнатондың ҡатыны Мысыр кешеһе булмай. Йәнәһе, Нефертити — Тадухеп[4] тарафынан Митанни дәүләте батшаһының ҡыҙы Аменхотеп III-гә ҡатын итеп ебәрелгән була. Әммә Тадухеп Мысырға килгәндән һуң Аменхотеп III вафат була, батша ҡыҙы уның улы Аменхотеп IV-нең (Эхнатон) ҡатыны булып китә[5]. Әммә Эйенең Тэй исемле ҡатыны Нефертитиҙың балаһын имеҙеүсе ҡатын титулын йөрөтә. Был факт Тадухеп һәм Нефертитиҙың бер үк кеше булыуын инҡар итә, сөнки яңы килгән принцессаға бала имеҙеүсе талап ителмәгән була[6].

Мысырҙа тыуыуы тураһындағы фараз[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мысыр тарихын өйрәнеүселәр тәүҙә иң ябай логик теҙмә буйынса фекер йөрөтә. Нефертити — «фирғәүендең төп ҡатыны» булһа, ул Мысырҙа, өҫтәүенә батша ғаиләһендә донъяға килгән булырға тейеш. Шуға ла батшабикә Аменхотеп III-нөң ҡыҙҙарының береһе тип таныла. Ләкин фирғәүен ҡыҙҙары теркәлгән исемлектәрҙең береһендә лә Нефертити исемле принцесса тураһында яҙма юҡ. Уның 6 ҡыҙы араһында Нефертитиҙың һеңлеһе — принцесса Мутбенреттың да (Беренмут) исеме лә юҡ.

Мысырҙың ҡайһы бер тарихсылары, Хоремхебтың ҡатыныМутнеджмет Нефертитиҙың һеңлеһелер, тип фаразлай[7], сөнки Мутбенрет исеме Мутнеджмет исеменә бик оҡшаш. Әммә был фараздың да дәлилдәре етерлек түгел[8]. Шулай уҡ Мутнеджмет «фирғәүен ҡыҙы» титулын йөрөтмәй, шуға уның Эйеға туғанлығы хаҡындағы фараз шик аҫтына ҡуйыла.

Нефертити — Эйеның бай түрәһенең (Эхнатондың арҡалаштарының береһе, һуңынан — фирғәүен) ҡыҙы тигән фараз бар. Өҫтәүенә был бай түрә батшабикә Тияның ағаһы булыуы ихтимал. Тимәк, батшабикә сығышы буйынса Ахмимға барып тоташа һәм Эхнатондың ике туған апаһы булып сыға[9]. Эйеның икенсе ҡатыны булған Тэй буласаҡ батшабикәнең балаһын имеҙеүсе булараҡ телгә алына, шуға ла ул уның биологик әсәһе була алмай[10]. Шул уҡ ваҡытта Эйе менән Тэй бер ҡайҙа ла Нефертитиҙың ата-әсәһе булараҡ телгә алынмай[11].

Балалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нефернефрура (һулда) һәм уның апаһы Нефернефруатон-ташерит Ахетатон һарайы диуарында

Нефертити Эхнатондан алты ҡыҙ таба:

  • Меритатон («Атондың һөйөклөһө») (б. э. т. 1356). Фирғәүен Сменхкараның төп ҡатыны.
  • Макетатон («Атон тарафынан һаҡлана»): 1-3 йыл (б. э. т. 1349).
  • Анхесенпаатон («Ул Атон өсөн йәшәй»; б. э. т. 1345) (аҙағыраҡ исемен Анхесенамон тип алмаштыра),Тутанхамонға кейәүгә сыға, аҙаҡ, фаразлау буйынса, стала женой Эйеның (Дахамунцуны ҡара) ҡатыны булып китә.
  • Нефернефруатон-ташерит («Прекрасное совершенство Атондың гүзәлдәрҙән-гүзәле»): 7-10 йыл (б. э. т. 1344).
  • Нефернефрура (Раның"идеаль камиллығы "): 8-9 йыл (б. э. т. 1341).
  • Сетепенра («Ра тарафынан һайланған»): 9-11 йыл (б. э. т. 1339).

Батшалыҡ итеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эхнатон өлкән ҡыҙы Меритатонды үбә, уның һеңлеһе Макетатон Нефертитиҙың алдында ултыра, ә бәләкәй Анхесенпаатон әсәһенең алҡалары менән уйнай

Эхнатон, ул мәлдә — Аменхотеп IV, Нефертитиға өйләнерҙән саҡ ҡына алда батша тәхетенә ултыра. Кәләшкә 12-15 йәш, ә кейәү унан бер нисә йәшкә өлкәнерәк була. Нефертити иренең дин буйынса үҙгәртеүҙәр башлауын тулыһынса хуплай, үҙе лә яңы динде Эхнатон кеүек үк ҡабул итә. Ҡайһы бер авторҙар Нефертитиҙы дин тотоу буйынса реформалар үткәреүҙе ойоштороусы тип тә атай. Ул Атон аллаһының юғары ҡанбабаһын алға табан этәреүсе көс һәм Эхнатонды оҙатып йөрөүсе лә була, тип иҫәпләнелә. Фирғәүен Эйенең кәшәнәһендә Нефертитиға арналған яҙма бар. Эхнатондың ҡатыны фирғәүенгә ҡарағанда йышыраҡ һүрәттәрҙә сағылыш таба. Эхнатон һәр ваҡыт халыҡ алдына ҡатыны менән бергә сыға, Нефертити мөһим дини тантаналарҙа һәр саҡ ҡатнаша, был фактты уларҙың бергәләп төшөрөлгән һүрәттәре лә дәлилләй.

Эхнатон батшалыҡ итеүенең 12-се йылында икенсе ҡыҙы — принцесса Макетатон вафат була, тиҙҙән Нефертити үҙе лә тарихи даирәнәнән юҡҡа сыға; уның урынын тәүҙә икенсел батшабикә Кийа, аҙағыраҡ Нефертитиҙың өлкән ҡыҙы — Меритатон биләй.

Эхнатондың (б. э. т. 1336) идара итеүенең 14-се йылына батшабикә тураһында мәғлүмәт биреү бөтөнләй юҡҡа сыға. Скульптор Тутмостың оҫтаханаһында табылған статуяларҙың береһенең олоғайған Нефертитиҙың булыуы асыҡлана. Ҡайҙалыр китеп барған батшабикәнең өҫтөндә еңел күлдәк, аяҡтарында сандали.

Скульптуралар оҫтаханаларының (47 O..16) береһендә олоғайған Нефертитиҙың битлеге табыла. Скульптор матурлағанға күрә битлектең иҫән-һау кешенең битенәме, әллә булмаһа мәрхүмдең битенә һалып эшләнеү-эшләнелмәүен билдәләп булмай. Батшабикә Нефертитиҙың нисек вафат булыуы тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Батшабикәнең улы булмай, шуға күрә тәхет вариҫының булмауы батша ғаиләһендә мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡыулашыуына килтереү ихтималлығы ла бар.

Ире хакимлыҡ итеүенең бишенсе йылына Нефертитиҙың, яңы атоник Нефернефруатон-Нефертити исемен алып, серле хакимә Нефернефруатон исемен йөрөтөүе лә фаразлана[7]. Эхнатон уны хакимәләш итеп ҡуя, шул уҡ ваҡытта Кийа уның төп ҡатыны тип таныла[5]. Нефернефруатон кесе йәштәге Тутанхамон янында регент булып ҡалыуы ла ихтимал. Фирғәүен ырыуын дауам итеү өсөн Тутанхамон һәм Нефертитиҙың ҡыҙы Анхесенамон араһында никах килешеүе төҙөлә.

Сәнғәт әҫәрҙәрендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Батша һәм батшабикә араһындағы һөйөү Нефертити һәм Эхнатондың баш ҡалаһы — Ахетатондың рәссамдары өсөн төп сюжеттарҙың береһе була. Мысыр сәнғәтендә быға тиклем ирле-ҡатынлы батша һәм батшабикә араһында булған шундай хистәрҙе шул тиклем асыҡтан-асыҡ күрһәткән әҫәрҙәр булмай.

Нефертити, «һылыуҡай, ике ҡанат менән биҙәлгән диадемала, шатлыҡ һәм матурлыҡ алиһәһе» ире һәм балалары менән ял итеп ултыра; Нефертити, кескәй ҡыҙын ҡулына алған килеш иренең алдында аяҡтарын болғап ултыра. Ахетатонда табылған рельефтарҙың береһендә был идиллияның кульминация өлөшө — Эхнатон һәм Нефертитиҙың үбешеп тороуы төшөрөлгән. Һәр һүрәттә мотлаҡ рәүештә Атон — ҡояш дискыһы бар. Атон күп һандағы ҡулдары менән уларға мәңгелек тормош символы булған анхиҙы һуҙа.

Нефертити Мысырҙың шул ваҡыттағы дини тормошонда үтә мөһим роль уйнай. Ул ҡояштың тылсымлы көсөнөң тере кәүҙәләнеше була. Боронғо Мысыр ҡалаһы Фивала Атон аллаһының ғәйәт ҙур ғибәҙәтханалары Гемпаатон һәм Хутбенбенда уға арнап доғалар уҡыла; ғибәҙәтханаларҙағы бер генә байрам да уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй, сөнки ул илдең сәскә атыуын символлаштыра.

Эхнатон 6 йыл хакимлыҡ иткәндән һуң Сед тантанаһын байрамын үткәреү өсөн төҙөлгән зал диуарҙары дым алиһәһе, Ҡояш-Раның донъя гармонияһын һәм илаһи закондарҙы тотоп торған ҡояш ҡыҙы Тефнутҡа тиңләштерелгән Нефертитиҙың ғәйәт ҙур һәм бик күп скульптура һындары менән биҙәлә. Бындай ҡылыҡһырламалар алған Нефертити Мысыр дошмандарын суҡмар менән ҡырған сфинкс сифатында ла кәүҙәләндерелеүе ихтимал.

Ҙур власҡа һәм вәкәләттәргә эйә булған батшабикә йыш ҡына үҙе яратҡан баш кейемендә — алтын таҫмалар һәм уҫал алиһәләр, Ҡояш ҡыҙҙары менән бәйләнеше булыуын раҫлаусы урей менән уратылған бейек ҡара зәңгәр парикта һүрәтләнә.

Бюст[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нефертитиҙың бюсы — Людвиг Борхардтың иң билдәле табыштарының береһе

1912 йылдың 6 декабрендә Германия археологы Людвиг Борхардт һәм уның ассистенты Герман Ранке Амарнда скульптор Кесе Тутмос оҫтаханаһында батшабикә Нефертитиҙың уникаль бюсын таба, шунан ваҡыттан алып ул боронғо Мысыр мәҙәниәтенең матурлыҡ һәм зауыҡ символдарының береһе тип таныла. Борхардт археология буйынса көндәлегендә бюстың һүрәте төшөрөлгән тәңгәлдә бер генә фекерен теркәп ҡуя: «Һүрәтләү мөмкин түгел, — ҡарарға кәрәк».

Мысыр тарихын өйрәнеүсе тарихсы Борхардт командаһы тапҡан һәм 1913 йылда Германияға ҡайтарылған уникаль бюст, 1924 йылдан алып уны кире Мысырға ҡайтарып биреү тураһында бәхәстәр барыуға ҡарамаҫтан, Берлинда Мысыр музейында һаҡлана. Аҙағыраҡ, 1933 йылда, Мысырҙың мәҙәниәт министрлығы бюсты ҡайтарып биреүҙәрен талап итә, ә Германия кире ҡайтарып биреүҙән баш тарта. Шуға ла Германияның Мысыр тарихын өйрәнеүселәренә Мысырҙа археологик ҡаҙылмалар эшен алып барыу тыйыла. Икенсе донъя һуғышы һәм йәһүд милләтенән булған ҡатынының эҙәрлекләнеүе арҡаһында Борхардт тикшеренеүҙәрен тулы кимәлдә алып бара алмай. Рәсми күҙлектән ҡарағанда Нефертити бюсы Пруссияның Мәҙәни мираҫы фондыныҡы, шуға ҡарамаҫтан, Мысырҙың мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәрҙәре рәсми рәүештә ГФР-ҙан Нефертити бюсын ҡайтарып биреүҙе талап итә.

Нефертити бюсының бейеклеге 50 см һәм ауырлығы 20 кг тирәһе, ул бөтөн эзбизташтан эшләнгән, гипс-ангидрит ҡатнашмаһы менән һылап ҡуйылған һәм тулыһынса буялған. Унда бер ниндәй ҙәиероглифик яҙыуҙар юҡ. . Әммә Людвиг Борхардт «парик» (дөрөҫөрәге хепрешҡа йәки атефҡа оҡшаш) тип атаған таж Нефертитиҙың башҡа скульптур һындары менән менән сағыштырып ҡарау мөмкинлеген бирә. Бюст идеаль рәүештә һаҡланған, буяуҙары сағыу, уң күҙе һаман да нур бөркөп тора, тик һул күҙ соҡоро ғына буш. Тикшеренеүселәр һул күҙе тәүбашта уҡ скульптор тарафынан ҡуйылмаған, тип фаразлай. Нефертити портреты — боронғо Мысырҙың берҙән-бер бер күҙле скульптураһы.

Күптән түгел Нефертити һылыуҡайҙың бюсына, аҙағыраҡ штукатурлау алымын ҡулланып, «пластик операция» эшләнеүе асыҡлана[12]. Тәүҙә һылыуҡайҙың танауы бәрәңгегә оҡшаш була, уны һуңыраҡ төҙәтеп эшләп ҡуялар. Әлегә тиклем бюстың тәүге вариантымы, әллә һуңғыһымы оргиналға яҡын булыуы билдәле түгел. Быны тик Нефертитиҙың мумияһы табылған осраҡта ғына асыҡлап буласаҡ.

Кәшәнә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Табылған мумиялар араһында Нефертитиҙың мумияһы юҡ.

Мәҙәниәттәге образы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мухафаза Эль-Миньяның флагында Нефертити бюсы

Кинематограф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нәфис әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нефертити образы Ник Дрейктың «Нефертити. Мәрхүмдәр китабы», Паулина Гейдждың «Һөйөү ҡарғышы» романдарында тыуҙырыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr.NYC: OUP, 2012. — ISBN 978-0-19-538207-5
  2. 2,0 2,1 https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=jn20000701303
  3. Перепёлкин, Ю. Я. Солнцепоклоннический переворот Амен-Хотпа IV // История Древнего Египта / Общ. ред., вступит, статья и коммент. д. филос. н. А. Л. Вассоевича. — СПб.: Летний Сад—Нева, 2000. — С. 317—368. — 560 с. — ISBN 5-89740-011-3.
  4. Tyldesley, Joyce A. Nefertiti : Egypt's sun queen. — London: Viking, 1998. — 232 с. — ISBN 0670869988.
  5. 5,0 5,1 Tyldesley, Joyce A. Chronicle of the queens of Egypt : from early dynastic times to the death of Cleopatra. — New York, NY: Thames & Hudson, 2006. — С. 124. — 224 с. — ISBN 0500051453.
  6. Cyril Aldred The End of the El-'Amārna Period // The Journal of Egyptian Archaeology. — 1957. — Т. 43. — С. 30—41.
  7. 7,0 7,1 J. Tyldesley. Chronicle of the Queens of Egypt. — Thames & Hudson, 2006. — С. 136—137.
  8. Geoffrey Martin. The Hidden Tombs of Memphis. — Thames & Hudson, 1991. — С. 96.
  9. Anthony E. David. A Biographical Dictionary of Ancient Egypt. — Routledge, 2002. — С. 91. — 206 с. — ISBN 9781135377045.
  10. Aidan Dodson & Dyan Hilton. The Complete Royal Families of Ancient Egypt. — Thames & Hudson, 2004. — С. 36, 147. — ISBN 0-500-05128-3.
  11. Jacobus Van Dijk Horemheb and the Struggle for the Throne of Tutankhamun // BACE. — 1996. — № 7. — С. 32. Архивировано из первоисточника 4 март 2016.
  12. На лице Нефертити учёные нашли следы пластической операции. Дата обращения: 2 октябрь 2010. Архивировано 1 ноябрь 2010 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рус телле әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Большаков А. О. Эхнатон и Нефертити: мировой порядок — дело семейное // Эрмитажные чтения памяти Б. Б. Пиотровского (14.11.1908 – 15.Х.1990). Тезисы докладов. — СПб., 1998. — С. 10–13..
  • Большаков А. О. "Прекрасная пришла": шедевры портрета из Египетского музея в Берлине : каталог выставки. — СПб.: Изд-во Гос. Эрмитажа, 2009.
  • Большаков В. А. Политическая и культово-церемониальная роль египетских цариц эпохи нового царства : XVI - XI вв. до н.э. : дис. ... канд. истор. наук : 07.00.03. — М., 2006. — С. 108—127.
  • Большаков В. А. О некоторых аспектах сакральной роли великой царской супруги в период правления Аменхотепа III и Эхнатона // Проблемы истории, филологии, культуры. — 2019. — № 3. — С. 5—19. Архивировано из первоисточника 7 май 2020.
  • Жак К. Нефертити и Эхнатон: солнечная чета / пер. с фр. Т. А. Баскаковой. — М.: Молодая гвардия, 1999. — (ЖЗЛ).
  • Матье М. Э. Во времена Нефертити. — М., 1965.
  • Перепёлкин Ю. Я. Тайна золотого гроба. — М., 1968.
  • Флетчер Д. В поисках Нефертити. — М.: АСТ, 2008

Сит ил әҙәбиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Aldred C. Akhenaten: king of Egypt. — London, 1988.
  • Anthes R. Die Büste der Königin Nofretete. — Berlin, 1968.
  • Arnold D. The royal woman of Amarna. — New York, 1996.
  • Ertman E. The Search for the Significance and Origin of Nefertiti’s Tall Blue Crown // Sesto Congresso Internazionale di Egittologia. Atti. — Torino, 1992. — Vol. I. — P. 189—193.
  • Müller M. Die Kunst Amenophis’III. und Echnatons. — Basel, 1988.
  • Rita E. Freed, Yvonne J. Markowitz, Sue H. D'Auria. Pharaohs of the Sun: Akhenaten, Nefertiti, Tutankhamen. — Boston, 1999.
  • Samson J. Nefertiti and Cleopatra: queen-monarchs of Ancient Egypt. — London, 1985.
  • Tyldesley J. Nefertiti: Egypt’s sun queen. — London, 1998.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни-популяр фильмдар