Жанна д’Арк
Жанна д’Арк | |
Жанна д'Арк. XV быуатының икенсе яртыһың миниатюраһы. | |
Тыуған | |
---|---|
Вафат | |
Ихтирам ителә | |
Беатифицирован | |
Канунлаштырылған | |
Хәтер көнө | |
Яҡлаусыһы |
Францияһың |
Викикитапханала әҫәрҙәре |
Жанна д’Арк (хәҙерге франц. Jeanne d'Arc, 1412 йыл — 1431 йылдың 30 майы) — Францияның 15-се быуат батыр ҡыҙы.
17 йәшендә ул инглиз ҡамауы аҫтында ҡалған Орлеан ҡалаһын Франция дофины Карл биргән ғәскәр ярҙамында ҡамауҙан ҡотҡара. Бер нисә тиҙ еңеүҙән һуң, уның етәкселеге аҫтында Франция ғәскәре Реймс ҡалаһын ҡайтанан яулап ала һәм Карл VII-не тәхеткә ултыртыу тантанаһы үтә, шулай итеп, тәхет хужаһы менән бәйле бәхәсле һорау хәл ителә. 19 йәшендә ул дингә ҡаршы килеүҙә ғәйепләнә һәм язалап үлтерелә. 24 йылдан һуң Рим папаһы Каликст III хөкөмдөң дөрөҫ булмауын иҫбатлай, Жанна ғәйепһеҙ язаланған тип иғлан ителә. 1920 йылдан уның исеме изгеләр рәтенә керетелә.
Франция — Жанна д’Арк дәүерендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1337 йылда Франция тәхете өсөн барған бәхәс нигеҙендә, Франция һәм Англия араһында Йөҙ йыллыҡ һуғыш башлана. Бөтә һуғыш Францияла бара, тип әйтергә була, был Франция иҡтисадының бәкәленә һуға. Үткән быуат Ҡара үлеменән һуң аяҡҡа баҫа алмаған Францияның сауҙагәрҙәре сит ил баҙарынан киҫелә. Һуғыштың тәүге осорҙарында Англия үҙенең баҫып алыу маҡсаттарына ирешә, тиергә була, Франция хәл иткес ҙур еңеүҙәргә өлгәшә алмай.
Жанна тыуған саҡта тәхеттә ултырған француз короле Карл VI, аҡылға камил булмауы арҡаһында, йыш ҡына хакимлыҡ итә алмай. Королдең туғандары Орлеан герцогы Людовик һәм Бургундия герцогы Иоанн II араһында регентлыҡ өсөн бәхәс ҡуба. Был бәхәс королева Изабелла менән никахтан тыш мөнәсәбәттәрҙә ғәйепләүгә тиклем барып етә. Ахыр сиктә, 1407 йылда Бургундия герцогы Орлеан герцогы өсөн үлтереүселәр яллай.
Инглиз колроле Генрих V ошо ыҙғыш менән файҙаланып, 1415 йылда Францияға бәреп инә һәм Азенкур яуында еңеп сығып, Францияның төньяҡ ҡалаларын баҫып ала. Буласаҡ француз короле Карл VII 14 йәшендә, уның дүрт ағаһы ла үлгәндән һуң, француз тәхетенең вариҫы — дофин титулын ала. Ул башҡарған рәсми ваҡиғаларҙың тәүгеләре — 1419 йылда Бургундия менән тыныслыҡ килешеүен төҙөү була. Был килешеү шул уҡ йылда Иоанн II-нең үлтерелеүенән һуң юҡҡа сыға. Бургундияның яңы герцогы Филипп III, атаһының үлемендә Карлды ғәйепләп, Англия менән берләшә һәм Францияның ҙур өлөшө баҫып алына.
1436 йылда Изабелла Труа килешеүендә Карл VI үлгәндән һуң Француз тәхете Генрих V-гә тейешлеге һәм уның вариҫтары Изабелланың улы Карлдан өҫтөн булыуы менән килешә. Был килешеү уның Орлеан герцогы менән никахтан тыш мөнәсәбәте тураһында фараздарҙы яңырта һәм Карлдың тәхеткә дәғүә итә алыуына ҡарата шик көсәйә.
Генрих V һәм Карл VI бер-бер артлы ике ай айырма менән 1422 йылда үлеп китәләр. Ике короллектең дә монархы булып бала ғына килеш Англиянан Генрих VI ҡала. Генрих V-нең туғаны, Бедфорд Иоанн Ланкастрский уның регенты вазифаһын биләй.
1429 йылдың башына Францияның бөтә төньяҡ өлөшө тиерлек һәм ҡайһы бер көньяҡ-көнсығыш өлөштәре сит илдәр йоғонтоһо аҫтында ҡала. Париж менән Англия, Реймс менән Бургундия хакимлыҡ итә. Аҙакҡҡы ҡала Франция өсөн уғата мөһим була, сөнки бында ғәҙәттә тәхеткә ултыртыу тантаналары үтә. Англия Луаранан төньяҡтараҡ Францияның ҡарамағында ҡалған берҙән-бер ҡала Орлеанды ҡамап ала. Ҡаланың ҡамауға ҡаршы тора алырына бер кем дә ышанмай.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үлтерелгән ваҡытында Жаннаға 19 йәш була, тимәк ул 1412 йылдар тирәһендә тыуа. 1424 йылда, 12 йәшлек сағында, ул беренсе мәртәбә сит тауыштар ишетә. Һуңынан яҙыуынса, ул Изге Михаил, Изге Екатерина, Изге Маргаританың тауыштарын ишетә һәм улар Жаннаға дофинды Реймсҡа уны тәхеткә ултыртыу өсөн килтерергә бойора.
16 йәшендә Жанна Вокулёр ҡалаһы капитаны Робер де Бодрикурға үҙенең королде тәхеткә ултыртырға тейешлеге тураһында әйтә һәм король һарайына үтергә рөхсәт биреүен һорай. Капитандың мыҫҡыллы яуабынан һуң да ул туҡтап ҡалмай, киләһе ғинуарҙа ул кире килә һәм Орлеан янында барған яу тураһында күрәҙә итә.
Жаннаның күрәҙәһе бойомға ашҡандан һуң, Робер де Бодрикур уға тамам ышанып, король һарайына үтергә рөхсәт бирә. Бургундия аша ул ирҙәр кейемендә үтә. Жанна дофинға хат яҙғанында, уны мотлаҡ таныясағын яҙған була, дофин быны тикшермәк булып, тәхеткә бүтән кешене ултырта һәм үҙе халыҡ араһына барып баҫа. Жанна был һынауҙы үтә — Карлды таный. Шунан ул үҙенең Хоҙай тарафынан илде инглиз баҫымынан ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләнгәнен әйтә һәм Орлеанды ҡамауҙан ҡотҡарыу өсөн ғәскәр һорай. Артабан ул Пуатье ҡалаһында теологик тикшереү үтә. Карл ҡыҙҙы ғәскәр башлығы итеп ҡуйырға ҡарар итә. Жаннаның Хоҙай исеме менән Карлдың тәхеткә тулы хоҡуғы булыуын раҫлауы был ҡарарға килеүҙә мөһим роль уйнай.
Жанна — ғәскәр башлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Жаннаны ғәскәр башлығы итеп тәғәйенләгәндән һуң, Жаннаға хәрби кейем әҙерләйҙәр — Пуатьела ул ирҙәр кейеме кейеүгә махсус рөхсәт ала. Жанна өсөн ҡылысты Сент-Катрин-де-Фьербуа сиркәүенән килтерәләр. Был ҡылыс, халыҡ әйтеүе буйынса, Карл I-неке була.
1429 йылдың 29 апрелендә Жанна ҡамалған Орлеан янына килеп етә. 4 майҙа ул Сен-лу бастионын ала һәм артабан бер-бер артлы еңеүҙәргә өлгәшә. 7 майҙан 8 майға ҡарата төнгә инглиз ғәскәре ҡала эргәһенән китергә мәжбүр була. Шулай итеп, француз ғәскәр башлыҡтары мөмкин түгел тип раҫлаған эште Жанна д’Арк дүрт көн эсендә башҡара. 8 май көнө Орлеан ҡалаһының төп байрамына әүерелә, һәм ул әлеге көнгә тиклем байрам ителә. Ә Жаннаны Орлеан ҡыҙы тип атайҙар.
Карлдың икеләнеүе сәбәпле, Жанна Луара ҡалаһына табан 9 июндә генә ҡуҙғала. Был юлы Жанна етәкселек иткән ғәскәр тиҙ, тәүәккәл һәм уғата уңышлы эш итә. 12 июндә ғәскәр Жаржоны, 15 июндә Мён-сюр-Луарҙы, 16 июндә Божансины ала, 18 июндә хәл иткес Пате яуы инглиз ғәскәрҙәренең тар-мар ителеүе менән тамамлана.
29 июндә Реймсҡа табан «ҡанһыҙ поход» башлана. Король ғәскәренә бер ҡала артынан икенсеһе үҙ ҡапҡаһын аса. 17 июлдә Реймс соборында Карлды тәхеткә ултыртыу тантанаһы үтә. Тантанаға Филипп III килмәй, һәм Жанна шул уҡ көндә уға ярашырға өндәп хат яҙа.
Тантананан һуң Жанна Карлды, яҡшы мөмкинлек менән файҙаланып, Парижға һөжүм итергә саҡыра, әммә ул яңынан икеләнә башлай. Баш ҡалаға һөжүм сентябрҙә генә башлана, әммә тиҙ арала туҡтатыла. Король ғәскәрҙе Луараға табан борорға бойора, ә 21 сентябрҙә ғәскәр таратыла.
1430 йылдың яҙында һуғыш хәрәкәттәре яңыртыла, әммә һүлпән бара. Майҙа Жанна бургундецтар ҡамаған Компьень ҡалаһына ярҙамға килә. 23 майҙа хыянат арҡаһында Жанна бургундецтарға әсирлеккә эләгә. Король Карл Жаннаны ҡотҡарыу өсөн бер ни ҙә эшләмәй. Бургундецтар Жаннаны инглиздәргә һата. 1430 йылдың ноябрендә-декабрендә Жаннаны Руанға килтерәләр.
Хөкөм ителеүе һәм язаланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Жаннаның дингә ҡаршы килеүе өсөн хөкөм ителеүе сәйәсәткә нигеҙләнә. Королде тәхеткә ултыртыу Жанна арҡаһында үтә, шуға күрә, уға ғәйеп тағыу — ул ултыртҡан королдең тәхеткә хоҡуғын икеле итә. Хөкөм 1431 йылдың 9 ғинуарында Руан ҡалаһында башлана. Был хөкөм билдәләнгән тәртипкә бер нисә урында тап килмәй. 1456 йылда Рим папаһы Каликст III Жаннаны ғәйепһеҙ тип иғлан итә.
Англия хөкүмәте был хөкөмгә ҙүр әһәмиәт бирә һәм бөтә сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала. Жаннаға ҡаршы хөкөмдө башлар өсөн нигеҙ булырлыҡ бер ниндәй ҙә дәлил табылмай. Шулай ҙа хөкөм башлана, Жаннаның, сиркәү ҡанундары ҡушыуына ҡарамаҫтан, хоҡуҡтар буйынса кәңәш биреүсеһе лә булмай. Жаннаны сиркәү ҡанундары буйынса сиркәү төрмәһендә ҡатын-ҡыҙҙан торған һаҡ аҫтында тоторға тейеш булалар, әммә уны һаҡ аҫтында әсир рәүешендә тоталар.
Жанна хөкөмдәге һорауҙарға ҡыйыу һәм оҫта яуап бирә. Әммә хөкөм һөҙөмтәһе алдан билдәләнгән була. Алдау һәм баҫым ярҙамында унан дингә ҡаршы килеүен таныуы тураһында ҡағыҙға ҡул ҡуйҙыралар һәм ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итәләр. Һуңынан, Жанна ғәйепте таныуҙан баш тартҡас, уның ирҙәр кейемен ҡабаттан кейеүен һылтау итеп (үҙ кейеме Жаннанан көс менән тартып алына), дингә ҡайтанан ҡаршы килеүендә ғәйепләп, Орлеан ҡыҙын улем язаһына хөкөм итәләр. 1431 йылдың 30 майында Жанна д’Арк Руан ҡалаһында тереләй яндырыла.
Жаннаның үлеменән һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йөҙ йыллыҡ һуғыш Жаннаның үлемененән һуң тағы 22 йыл дауам итә. Англия 1429 йылда юғалтҡан өҫтөнлөгөн ҡайтара алмай. 1435 йылда үткән Аррас килешеүендә Бургундия менән Франция ҡайтанан берләшә. Шул уҡ йылда Бедфорд Филипп III үлә һәм Генрих VI йәшләй регентһыҙ ҡала. Был Франция тәхетенә бәйле бәхәстең тамамланыуына төп сәбәп була.
Һуғыш тамамланғандан һуң, Карл VII Жаннаның хөкөмөн ҡайтанан ҡарарға бойора. Был ҡарау ваҡытында хөкөмдөң тәртип буйынса үтеүе тикшерелә. Хөкөмдә бөтә Европанан руханиҙар ҡатнаша, 115 шаһиттан һорау алына. 1456 йылдың июнендә йомғаҡ яһала, 1456 йылдың 7 июлендә Жанна ғәйепһеҙ тип иғлан ителә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жанна д’Арк байрағы аҫтында. jannadark.ru сайтында (рус.)
- «Una Fides» китапханаһының «Святая Жанна» проекты (рус.)
- Жанна д’Аркҡа бағышланған сайт, документтар йыйынтығын үҙ эсенә ала (инг.)
- Maid of heaven проекты (инг.)
- Анри Валлон. Жанна д’Арк (фр.)
- Жанна д’Арк хөкөмө протоколдары (рус.)
- Башҡа версия буйынса материалдар (рус.) 2009 йыл 4 июнь архивланған.
- Орлеанды ҡамау (фр.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. П. Левандовский. Жанна д’Арк. — М.: Молодая гвардия, 1962; 1982 (2-е издание); 2007 (3-е издание). — ISBN 978-5-235-03039-8
- Р. Перну. М.-В. Клэн. Жанна д’Арк. — М.: Прогресс, 1992. — ISBN 5-01-002054-8
- В. Райцес. Процесс Жанны д’Арк 2004 йыл 17 ноябрь архивланған.
- А. Сикари. Святая Жанна 2007 йыл 8 ғинуар архивланған.
- Марк Твен. Жанна д’Арк 2007 йыл 1 март архивланған.
- Дмитрий Мережковский. «Жанна д’Арк» 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.
- Мария Йозефа Курк фон Потурцин Жанна д’Арк(недоступная ссылка)
- П. В. Крылов. Мужской костюм Жанны д’Арк: неслыханная дерзость или вынужденный шаг? 2007 йыл 14 сентябрь архивланған.
- В. Тропейко. Жанна д’Арк
- Ален Деко. Великие Загадки Истории: Была ли сожжена Жанна д’Арк? 2007 йыл 30 сентябрь архивланған.
- О. Велейко. Оклеветанная Жанна, или разоблачение «разоблачений»
- Оболенский С. С. Жанна — божья Дева. Париж YMCA-PRESS 1987 г. 506 с.
- Б. Шоу. Святая Жанна (Saint Joan, 1923)
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |