Изге Пётр соборы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Католик собор
Изге Пётр соборы
лат. Basilica Sancti Petri
итал. Basilica di San Pietro
Изге Пётр соборы, 2014 йыл
Изге Пётр соборы, 2014 йыл
Ил Ватикан
Урынлашыуы Изге Пётр майҙаны, Ватикан
Конфессия Христианлыҡ (Католицизм)
Бина тибы Кафедраль собор
Нигеҙләнгән 1626 йыл
Реликвии и святыни изге Пётр ҡәбере
Бөгөнгө хәле яҡшы
Сайт Рәсми сайт

Изге Пётр соборы (лат. Basilica Sancti Petri, итал. Basilica di San Pietro, рус. Базилика Святого Пётра) — католик собор, Ватикандың айырыуса ҙур һәм мөһим төҙөлөшө, донъя күләмендә иң мөһабәт тарихи христиан сиркәүе.

Дүрт Рим патриархы базиликтарының береһе, Рим-католик сиркәүенең тантана үҙәге. Уны ижад итеү өҫтөндә бер нисә быуын бөйөк оҫталар хеҙмәт иткән: Браманте, Рафаэль, Микеланджело, Бернини. Һыйҙырышлығы — 60 000 кеше тирәһе һәм өҫтәмә 400 мең кеше майҙанда.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Константин I дәүерендә төҙөлгән Нерон циркы һәм Изге Пётр базилигы планы

Ҡасандыр Изге Пётр соборы торған ерҙә Нерон циркы баҡсалары (хәҙер ул урында Гелиополдән алып киленгән обелиск тора) булған. Обелиск Изге Пётр майҙанында әлеге көндә лә тора.

Беренсе базилика 326 йылда Нерон циркында ғазаплы үлем кисергән Изге Пётрҙың ерләнгән урыны тип һаналған ҡәберлек өҫтөндә урынлаштырылған. Икенсе соборҙа 800 йылда папа Лев II Карлды Көнбайыш императоры итеп тәхеткә ултыртты. XV быуатта ун бер быуат дауамында торған базилика емереләү ҡурҡынысы аҫтында булыу айҡанлы Николай V Рим папаһы булған ваҡытта уны ҙурайталар һәм үҙгәртеп ҡоралар. Был мәсьәләне Юлий II бик ҡаты хәл итә: боронғо базилика урынына бик ҙур яңы собор төҙөргә ҡуша. Яңы собор бөтә билдәле булған мәжүси һәм христиан ғибәҙәтханаларынан өҫтөн булырға тейеш булған. Был папа хәкүметенең нығыныуына һәм католицизмдың.толицизмдың йоғонтоһон йәйелдереү өсөн эшләнә.

Изге Пётр соборының планы

Бөтә күренекле Италия архитекторҙары, тиерлек, сиратлап Изге Пётр соборын проектлауҙа һәм төҙөүҙә ҡатнаша. 1506 йылда архитектор Донато Брамантегтың проекты раҫлана. Соборҙы проектҡа ярашлы соборҙы грек тәреһе формаһында (тигеҙ яҡлы) үҙәкләштерелгән ҡоролош итеп төҙөй башлайҙар. Брамантеның вафатынан һуң төҙөлөштө Рафаэль Санти етәкләй. Ул тәренең формаһын латиндыҡына әйләндерә (оҙонайтылған дүртенсе яғы менән). Унан һуң базилик формаһын һайлаусы Антонио да Сангалло төҙөй. Ниһайәт, 1546 йылда төҙөү эштәре Микеланджелоға ҡушыла. Ул көмбәҙ үҙәкле ҡоролош идеяһына ҡабат ҡайта, әммә уның проектында күп колонналы ҡыйыҡлы галереяны көнсығыш яғына (боронғо Рим базиликтарында, шулай уҡ антик ғибәҙәтханаларында ла инеү урыны көнсығышта булған) ҡаратып төҙөргә ҡарар итә. Бөтә тотоп тороусы конструкцияларҙы Микеланджело ауыр, ҙур итеп эшләтә. Ул үҙәк көмбәҙҙең барабанын күтәртә, әммә көмбәҙҙең үҙен уның вафатынан һуң (1564 йыл) Джакомо делла Порта төҙөп бөтә. Королошҡа ул һуҙынҡы һыҙаттар бирә. Микеланджело проектлаған дүрт бәләкәй көмбәҙҙәрҙән архитектор Виньола тик икеһен генә күтәртеп ҡуя. Микеланджелоның хыялдары күбеһенсә миһран яғынан- көнбайыш яғынан- тормошҡа ашырылған.

Собор көмбәҙенән Изге Пётр майҙанының күренеше

Әммә бының менән генә тарих бөтмәгән. XVII быуат башында Павел V бойороғо буйынса архитектор Карло Мадерна тәренең көнсығыш ботағын оҙонайтҡан, үҙәктәге бинаға өснефлы базилик өлөшлө төкөтмә эшләтә. Шулай итеп, латин тәре формаһына ҡайта һәм бинаның фасадын төҙә. Был үҙгәрештәр арҡаһында көмбәҙ фасад менән ышыҡланып, үҙенең өҫтөнлөк биргән әһәмиәтен юғалта һәм тик алыҫтан ҡарағанда ғына мөһабәт булып күренә.

Папаның фатихаһын алыр өсөн Соборға ағылған йәки дини байрамдарҙа ҡатнашырға теләгән күп һанлы дингә ышаныусыларҙы һыйҙыра торған майҙан талап ителә. Был ҙур эште Джованни Лоренцо Бернини атҡарып сығара. 1656—1667 йылдарҙа төҙөлөш эшендә иң күренекле ижад емеше — Собор алдындағы майҙан барлыҡҡа килә.

Фасад[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мадерн фасады

Архитектор Мадерн төҙөгән фасадтың бейеклеге статуяларҙан тыш 48 м, киңлеге — 118,6 м. Фасад аттигы (декоратив диуар) башында бик ҙур, бейеклеге 5,65 метрлыҡ Христос, Иоанн Креститель һәм тағы ла ун бер апостолдың (Пётр апостолынан башҡа) статуялары биҙәй. Ҡыйыҡлы галереянан матурлап эшләнгән биш ишек (портал)соборға алып бара. Үҙәк порталдың ишек ҡапҡастары XV быуат урталарында эшләнгән һәм иҫке базиликтан алынған. Портал ҡаршыһында XIII быуатҡа ҡараған данлыҡлы Джотто мозаикаһы «Навичелла» урынлаштырылған. Ситтәге һул порталдың рельефтарын (һынлы сәнғәт төрө) — «Үлем ишектәре»- 1949—1964 йылдарҙа бик билдәле скульптор Джакомо Манцу ижад итте. Бигерәк тә папа Иоанн XXIII -нең һүрәтләнеше әсир итә.

Интерьерҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Соборҙың эске интерьеры пропорциялары аһәнлеге, ғәйәт ҙур күләмдәре, биҙәү байлығы менән хайран ҡалдыра — бында бик күп статуялар, миһрандар, ҡәбер таштары, күп һанлы иҫ киткес сәнғәт әҫәрҙәре тупланған.

Үҙәк неф

Базиликтың дөйөм оҙонлоғо 211,6 м. Үҙәк нефтың иҙәнендә донъялағы башҡа ҙур соборҙарҙың күләмдәрен күрһәткән билдәләр бар. Билдәләр Изге Пётр соборын башҡалар менән сағыштырырға ярҙам итә. Үҙәк нефтың ахрыһында, уң яҡтан аҙаҡҡы бағанаһында, XIII быуаттағы, фаразлауҙарынса Арнольфо ди Камбио ижад иткән Изге Пётр статуяһы бар. Статуяны тылсымлы көскә эйә, тип инаныусы күп һанлы паломниктар түбәнселек менән ирендәрен бронза аяҡтарына тигеҙәләр.

Архитектура шедевры һаналған көмбәҙҙең эс яҡтан бейеклеге 119 м, диаметры 42 м. Көмбәҙ дүрт ифрат ҙур бағаналарға терәтелеп һалынған. Бер бағананың уйымында биш метрлыҡ Изге Лонгиндың статуяһы (Бернини эше) тора. Соборҙа скульптуралар менән биҙәүҙә Бернининың роле баһалап бөткөһөҙ: ул бында илле йыл тирәһе эшләгән, 1620 -сы йылдан 1670 йылға тиклем. Көмбәҙ аҫтындағы арауыҡта, үҙәк миһран өҫтөндә Бернини ижад иткән бик ҙур, бейеклеге 29 м булған балдахин (киворий) урынлаштырылған. Балдахин дүрт борма колоннаға ҡуйылған, уның өҫтөндә — фәрештәләр статуялары.

Лавр ботаҡтары араһында колонналарҙың өҫкө яҡ өлөштәрендә Барберини ғаиләһенең геральдик бал ҡорттары күренә. Киворий өсөн бронзаны Пантеондан папа Урбан VIII (Барберини) ҡушыуы буйынса портиктың ҡыйығын тотоп торған ҡоролмаларҙы һүтеп алғандар. Балдахин аша үҙәк апсидаһында (төп бинаның төкөтмәһе) урынлашҡан Бернини ижад иткән Изге Пётр кафедраһы күренә. Кафедра сиркәүҙең дүрт аталары статуялары менән тотолған Изге Пётрҙың креслоһы. Кресло өҫтөндә Изге йәндең символы балҡып тора. Кафедраның уң яғында — Бернини эшләгән папа Урбан VIII — дың ҡәбер ташы, һул яҡтан Микеланджело уҡыусыһы Гульельмо делла Портаның эше — Павел III (XVI быуат) ҡәбер ташы.

Уң яҡ неф

Беренсе капеллала уң яҡта Микеланджело шедевры — мраморҙа эшләнгән «Пьета» тора. «Пьета» XV һәм XVI быуаттар араһында ижад ителгән, ул ваҡытта Микеланжелоға 23 йәш булған. Статуяны бер енәйәтсе ярырға ниәтләнгәндән һуң, уны быяла менән ышыҡлағандар. Эргәһендә ҙур булмаған Тәре (тарихи ҡомартҡы) капеллаһы урынлашҡан. Уның эсендә Пьетро Каваллини эше тип төҫмөрләнгән иҫ киткес матур, ағастан эшләнгән тәре һаҡлана. Арыраҡ Бернини уҡыусылары менән эшләгән маркграфиня Матильда Тосканскаяның (йәки Каносская) ҡәбер ташы урынлашҡан. Матильда Тосканская ҡатындарҙан беренсе булып ошо соборҙа ерләнгән була. 1077 йылда Каносста маркграфиня Матильданың замогында сиркәүҙән ҡыуылған һәм тәхеттән ҡолатылған Изге Рим империяһының императоры Генрих IV папа Григорий VII-ҙан ялбарып ғәфү итеүен ялбарып һораған. Капелла янында — Григорий XIII -нең ҡәбер ташы, барельеф папа тарафынан үткәрелгән реформа — яңы григориан календарын индереү -тураһында иҫкәртә. Саҡ ҡына арыраҡ скульптор Канова (1792 йыл) классицизм стилендә башҡарылған Климент XIII-ның ҡәбер ташы.

Һул яҡ неф

1490 йылдарҙа скульптор Антонио Поллайоло эшләгән Иннокентий VIII-ең ҡәбер ташын — иҫке базиликтағы һаҡланып ҡалған күп булмаған һәйкәлдәрҙең береһе — ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Инеү урынынан бик алыҫ түгел ерҙә тағы ла бер скульптор Канованың хеҙмәте — Стюарт шотланд король ғаиләһенең һуңғы вәкилдәренең ҡәбер ташы.

Архитектура[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көмбәҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Собор көмбәҙенең бейеклеге базилик иҙәненән өҫтәге тәрегә тиклем −136,57 метр. Был донъя кимәлендә иң бейек көмбәҙ. Уның эстәге диаметры 41,47 метр тәшкил итә. Был күләм алда төҙөлгән көмбәҙәрҙән саҡ ҡына ҡайтыш: Пантеон (Боронғо Рим)диаметры — 43,3 метр, Санта-Мария-дель-Фьоре (тәүге осорҙағы Ренессанс) көмбәҙенеке — 44 метр. Шул уҡ ваҡытта 537йылда төҙөлгән Константинополдәге Изге София соборындағы көмбәҙенән диаметры ҙурыраҡ. Нәҡ Пантеон Һәм Флорентия соборы Изге Пётр соборының архитекторҙары өсөн грандиоз конструкцияны ҡороуҙа үрнәк булған

Ике яҡлы гравюра. Һул яҡтағы һүрәт көмбәҙҙең тышҡы яғын һүрәтләй, уң яҡ яртыһы көмбәҙҙе уртаға ҡырҡылған итеп күрһәтә. Көмбәҙ нигеҙе колонналар теҙмәһе менән уратылған бөтөн ҡабыҡ формаһындаһы ҡоролған. Көмбәҙ башына фонарь ҡуйылған. Фонарь шар һәм тәре менән осланған.
Браманте көмбәҙе.

Браманте көмбәҙе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Собор көмбәҙенең бейеклеге базилик иҙәненән өҫтәге тәрегә тиклем −136,57 метр. Был көмбәҙ донъя кимәлендә иң ҙурҙар һанала: Пантеон (Боронғо Рим)диаметры — 43,3 метр, Санта-Мария-дель-Фьоре (тәүге осорҙағы Ренессанс) көмбәҙенеке — 44 метр. Шул уҡ ваҡытта 537 йылда төҙөлгән Константинополдәге Изге София соборы көмбәҙенән диаметры ҙурыраҡ. Нәҡ Пантеон Һәм Флорентия соборы Изге Пётр соборының архитекторҙары өсөн грандиоз конструкцияһын ҡороу эшендә үрнәк булған[1].

Браманте һәм Сангалло Пантеон көмбәҙе тәҙрәһәҙ, бер генә ишекле түңәрәк диурҙа. Ҡоролманың оҙонлоғо киңлегенә тиң. Көмбәҙ туф һәм пемза вулкан тоҡомдары менән еңеләйтелгән бетондан бөтөн формала ҡоролған. Көмбәҙҙең эс яғы кессондар менән матурланған. Көмбәҙҙең өҫ яғында эске аралҡты яҡтыртыу өсөн 8 метр диаметрлы тишек бар. Браманте Изге Пётр соборының (1506 йыл) көмбәҙен күтәреү идеяһының күп өлөшөн Пантеон көмбәҙенән алған. Ул да туфлы бетондан проектланған була. Браманте кәрәкле ҡатышманы яңынан таба. Яңы соборҙың көмбәҙе, уның осона ҡуйыла торған фонарҙән башҡа, ҡабырға яғынан Пантеон көмбәҙенә оҡшаған була, тик уны тотҡан диуарҙар ғына ер өҫтөндә дүрт ауыр бағаналарҙа күтәрелгән була һәм барабан яһайҙар. Пантеондағы булған бик ауыр диуар тәҙрәләр уйылыуҙан һәм перистиль (асыҡ ер) ҡулланыуҙан күпкә еңеләйтелә.

бик ҡатмарлы ике башня, бик күп тәҙрәле, пилястрҙар һәм фронтондар менән бай биҙәлгән фасадты һүрәтләнгән гравюра. Фасад өс яруслы туй тортын хәтерләтә.
Сангалло проекты

Флорентия соборына килгәндә, ослобашлы көмбәҙҙең визуаль кәүҙәленеше Филиппо Брунеллески уны тормошҡа ашырғанға тиклем күп йылдар элек барлыҡҡа килгән[2]. Ике ҡатламлы конструкция кирбестәрҙе «шыршы» формаһында һалынған (Византия архитектураһынан алынған). Көмбәҙҙең һигеҙ таш ҡабырғаларының ул тиклем ҙур булмаған һарҡыулығы уның төҙөлөшөн ауыр ағас опалубкаһыҙ эшләргә мөмкинлек бирә. Шул уҡ ваҡытта уның тышҡы күренеше бөтөнләй тиерлек готик була, төҙөлөштә ҡулланылған инженер сиселештәре ғәйәт новаторлы һәм һаҡланып ҡалған Боронғо Рим көмбәҙҙәрен тәрән өйрәненеүгә нигеҙләнгән була[3].

Сангалло ике элгәре кешеләрҙең тәжрибәһенә таянған. Ул Пантеондағы кессондарҙың да, флорентия соборындағы тышҡы таш ҡабырғаларының ҡоролошон да бик яҡшы төшөнгән. Сангалло Брамантеның перистилен тәртипкә һалынған арка формаһындағы уйымдар төркөмөнә көсәйтә һәм киңәйтә. Беренсе аркада өҫтөнән икенсеһе ҡуйыла. Фонарҙең элекке нескә конструкцияһы бик ауыр конструкцияға әйләнә.

Микеланджело һәм Джакомо Делла Порта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фотография. Широкий фасад несёт ряд внушительных колонн, поднимающихся от основания для поддержания карниза. Ребристый яйцевидный купол увенчан фонарём с шаром и крестом. Его барабан окружён двумя намного более меньшими куполами.
Изге Пётр соборы, Мадерна фасады артында Изге фәрештә замогы.

Микеланджело 1547 йылда көмбәҙҙе яңынан ҡорған саҡта, элекке эш табыштарының өлөшөн иҫәпкә ала һәм һаҡлап ҡалдыра. Уның көмбәҙе Флорентия соборының көмбәҙе һымаҡ ике ҡатлы кирбестән проектланған була. Тыш яҡтағы ҡатламы 16 таш ҡабырғанан тора. Брамантеның түңәрәк перистиле һәм Сангалло көмбәҙе аркалар менән тоташтырылған коринф колонналары ла 16 парға тиклем ҡыҫҡартылған. Был колонналарҙың һәр береһенең бейеклеге 15 метр. Ситтән ҡарағанда, колонналар көмбәҙ ҡабырғаларына терәк булып күренә[1][3]..

Көмбәҙҙең бейеклеге 138 м. Көмбәҙҙең овоидаль формаһы бик күп ығы-зығы тыуҙыра. Микеланджело 1564 йылда вафат була. Вафатына тиклем ул Брамантеның көмбәҙ барабанын һәм бағаналарын төҙөп бөтөрә. Был ҡоролоштар проектҡа ҡарағанда эрерәк булып эшләнә. Эште Микеланджелоның ассистенты Джакомо да Виньола дауам итә. Джоджо Базари Папа бойороғона ярашлы Микеланджелоның идеялары тормошҡа ашырылыуын даими күҙәтеп тора.1585 йылда яңы папа Сикст V төҙөлөш өсөн яуаплы итеп Джакомо Делла Порта һәм Доменико Фонтана билдәләй. Был дәүерҙә лә бик күп эштәр башҡарыла.

Микеланджело ағастан эшләнгән ҙур проект моделен ҡалдырған. Джакомо дель Порта был моделгә бер аҙ үҙгәрештәр индерә. Шул уҡ ваҡытта тышҡы көмбәҙ эске көмбәҙ өҫтөнән күтәртелеп эшләнгән. Микеланджело үҙе тере саҡта шундай үҙгәрештәр индергәнме, әллә Джакомо Дель Портаның үҙ инициативаһы булғанмы — билдәһеҙ.

Тамамлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джакомо Делла Порта Һәм Доменико Фонтана көмбәҙҙең төҙөүен 1590 йылда бөтөрәләр. Был ҡыуаныслы ваҡиға Сикст V идара иткән дәүергә тура килә. Уның алмашсыһы Григорий XIV көмбәҙ фонаренең ҡуйылыуына шаһит була. Фонарь эсендә Сикст V хөрмәтенә яҙыу эшләнә. Папа Климент VIII етәкселек иткән саҡта тәре урынына ҡуйыла. Был процедура көнө буйы дауам һәм бөтә ҡала сиркәүҙәрендә колоколдар сыңлап тора. Тәренең арҡыры остарында тере көмөштән эшләнгән ике шкатулкала урынлаштырыла.

Көмбәҙҙең заманса күренеше

18-се быуат уртаһында көмбәҙҙә ярыҡтар хасил була. Уларҙан ҡотолоу маҡсатында дүрт тимер сынйыр менән конструкцияны ҡоршайҙар. Шулай итеп, һәр төрлө ваҡытта барлығы ун тимер сынйыр ҡуйыла. Микеланджело үҙе тере ваҡытта уҡ беренсе сынйыр ҡуйылыуы ихтималлығы бар.

Көмбәҙҙең эске түңәрәгендә ике метр бейеклек яҙма бар:

« TV ES PETRVS ET SVPER HANC PETRAM AEDIFICABO ECCLESIAM MEAM. TIBI DABO CLAVES REGNI CAELORVM
(...Һин — Пётр, ошо таштан сиркәү һалам. ... һәм бонъя асҡысын бирәм... Мф. 16:18-19.)
»

Фонарь аҫтында бағышлама яҙылған:

« S. PETRI GLORIAE SIXTVS PP. V. A. M. D. XC. PONTIF. V.
(Изге Петр рухына, папа Сикст V 1590 йылда, понтификаттың бишенсе йылы.)
»

1053 йылдан алып Пётр соборы архипресвитерҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Изге Пётр соборы архипресвитерҙары исемлеге

  • Джованни (1053)
  • Деусдедит (1092)
  • Аццо (1103—1104);
  • Рустико де Рустичи (1128—1131 тирәһе)
  • Гриффоне (1138—1139);
  • Пьетро (яҡ. 1140?-1144)
  • Бернард (1145?-1176?);
  • Джованни да Сутри (1176/78-1180);
  • Гильом Шампанский (1185—1198);
  • Уголино ди Сеньи (яҡ. 1198—1206)
  • Гвидо Пьерлеони (1206/7-1228)
  • Cтефано Конти (1229—1254);
  • Риккардо Аннибальди (1254—1276)
  • Джованни Гаэтано Орсини (1276—1277)
  • Маттео Орсини Россо (1277 йәғни 1288—1305)
  • Наполеоне Орсини Франджипани (1306—1342);
  • Аннибальдо ди Чеккано (1342—1350)
  • Гийом де Ла Жюжи (1362—1365);
  • Ринальдо Орсини (1366—1374);
  • Юг де Сен-Марсиаль (1374—1378)
  • Филипп Алансонский (1378—1397);
  • Кристофоро Марони (1397—1404)
  • Анджело Аччайоли (1404—1408);
  • Антонио Кальви(1408—1411)
  • Педро Фернандес де Фриас (1412—1420)
  • Антонио Коррер (1420—1434)
  • Джордано Орсини (1434—1438)
  • Джулиано Чезарини (1439—1444);
  • Ипполито I д’Эсте (1501—1520);
  • Марко Корнаро (1520);
  • Франчотто Орсини (1520—1530)
  • Франческо Корнаро (1530—1543);
  • Алессандро Фарнезе (1543—1589)
  • Джованни Эванджелиста Паллотта (1589—1620)
  • Шипионе Каффарелли-Боргезе (1620—1633);
  • Франческо Барберини старший (1633—1667);
  • Карло Барберини (1667—1704);
  • Франческо Нерли (1704—1708)
  • Аннибале Альбани (1712—1751)
  • Генрих Бенедикт Стюарт (1751—1807)
  • Ромоальдо Браски-Онест (1807—1817);
  • Алессандро Маттеи (1817—1820);
  • Пьетро Франческо Галеффи (6 май 1820 — 18 июнь 1837);
  • Джакомо Джустиниани (1 июль 1837 — 24 февраль 1843)
  • Марио Маттей (11 март 1843 — 7 октябрь 1870)
  • Никкола Параччани Кларелли (8 октябрь 1870 — 7 июль 1872)
  • Эдоардо Борромео (10 июль 1872 — 30 ноябрь 1881);
  • Эдуард Генри Говард (12 декабрь 1881 — 16 сентябрь 1892)
  • Франческо Риччи Параччани (6 октябрь 1892 — 9 март 1894)
  • Мариано Рамполла дель Тиндаро (21 март 1894 — 16 декабрь 1913)
  • Рафаэль Мерри дель Валь (12 январь 1914 — 26 февраль 1930)
  • Эудженио Пачелли (25 март 1930 — 2 март 1939);
  • Федерико Тедескини (14 март 1939 — 2 ноябрь 1959)
  • Доменико Тардини (14 ноябрь 1959 — 30 июль 1961);
  • Паоло Марелла (14 август 1961 — 8 февраль 1983);
  • Аурелио Сабаттани (8 февраль 1983 — 1 июль 1991)
  • Вирджилио Нои (1 июль 1991 — 24 апрель 2002)
  • Франческо Маркизано (24 апрель 2002 — 10 октябрь 2006);
  • Анджело Комастри (10 октябрь 2006 — хәҙерге көнгә тиклем).

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2007 йылда Ватикан һаҡлағыстарында Микеланджело Буонарротиның вафат булыуы алдынан ижад иткән аҙаҡҡы эше табылған. Был Римдағы Изге Пётр соборының көмбәҙ барабандарын тәшкил иткән радиаль колонналарҙың береһендә ҡыҙыл аҡбур менән кәүҙәлендергән һүрәтләмә. Изге Пётр соборының миһраны башҡа христиан ғибәҙәтханалары һымаҡ көнсығышҡа түгел, ә көнбайышҡа йүнәлтелгән[4].
  • Донъяла иң ҙур христиан сиркәүе — Ямусукролағы Нотр-Дам-де-ла-Пэ базиликаһы Изге Пётр соборы өлгөһө буйынса төҙөлгән.
  • При Изге Пётр соборы янында шәхси мозаик хәстәхана эшләгән.1803 йылда папа Пий VII рәссам Винченцо Камуччинины хәстәхананың директоры итеп тәғәйенләне[5].
  • Папа Римский Бенедикт XVI престолдан баш тартҡандан һуң собор көмбәҙенә йәшен һуҡты.

Галерея

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Fletcher, Banister (1975). History of Architecture on the Comparative Method for the student, craftsman, and amateur. New York: Macmillan Pub Company. ISBN 9997460553.
  2. Купол флорентийского собора изображён на фреске в церкви Санта-Мария-Новелла, то есть около ста лет ранее.
  3. 3,0 3,1 Lees-Milne, James (1967). «Saint Peter’s — the story of Saint Peter’s Basilica in Rome». London: Hamish Hamilton.
  4. В архивах Ватикана найдена последняя работа Микеланджело 2007 йыл 9 декабрь архивланған. // RBC.ru, 09.12.2007
  5. Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 12. Исландия — Канцеляризмы. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2008. — 767 с.: ил.: карт.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]