Аун Сан Су Чжи

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
До Аун Сан Су Чжи
бирм. အောင်ဆန်းစုကြည်
Тыуған:

19 июнь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (78 йәш)

Тыуған урыны:

Янгон, Британ Бирмаһы

Гражданлығы:

Мьянма Мьянма

Белеме:

высшее

Ғилми дәрәжәһе:

фәлсәфә докторы

Дине:

буддизм (Тхеравада)

Партия:

Демократия өсөн милли лига

Эшмәкәрлек төрө:

мьянма сәйәси эшмәкәре, хәрби хунтаға оппозиция лидеры

Атаһы:

Аун Сан

Әсәһе:

Кхи Чжи

Наградалары:

Нобель премияһы — 1991 Нобель тыныслыҡ премияһы

Президент Азатлыҡ миҙалы
Президент Азатлыҡ миҙалы
Австралия ордены компаньоны
Австралия ордены компаньоны
  • АҠШ Конрессы алтын миҙалы
  • Улоф Пальме премияһы (Швеция, 2005)
Автограф

Автограф

 До Аун Сан Су Чжи Викимилектә

До Аун Сан Су Чжи (бирм. အောင်ဆန်းစုကြည်; 19 июнь 1945 йыл) — Мьянма сәйәси эшмәкәре, хунтаға оппозицион «Демократия өсөн милли лига»ның лидеры, Нобель премияһы лауреаты (1991).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аун Сан Су Чжи Янгон ҡалаһында 1945 йылдың 19 июнендә тыуған. Уның атаһы Аун Сан хәҙерге Мьянма ҡораллы көстәрен нигеҙләүсеһе булған һәм 1947 йылда Британия империяһы менән Бирманың бойондороҡһоҙлоғо хаҡында һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашҡан, шул уҡ йылда башҡа хөкүмәт ағзалары менән үлтерелә. Аун Сан Су Чжины һәм тағы ла ике улдарын әсәләре — билдәле сәйәсмән Кхи Чжи тәрбиәләй[1].

1960 йылда Кхи Чжи Һиндостанға илсе итеп тәғәйенләнә һәм ғаиләһе менән шунда күсә. Аун Сан Су Чжи белемен Нью-Дели ҡалаһында дауам итә һәм урындағы колледжын 1964 йылда тамамлай. Һуңынан Оксфорд университетының Санкт-Хью колледжына (Бөйөк Британия) уҡырға инә. 1969 йылда философия, сәйәсәт һәм иҡтисад өлкәләрендә бакалавр дәрәжәһен ала. Университетты тамамланғандан һуң Нью-Йоркта Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында эшләй.

1972 йылда Аун Сан Су Чжи тибет белгесе Михаэль Эйрис менән никахлаша, уларҙың ике улдары була: Александр һәм Ким. 1985 йылда Аун Сан Су Чжи Лондон университетында фәлсәфә докторы дәрәжәһен ала. 1990 йылда ошо уҡ университетта хөрмәтле ағзаһы итеп һайлана[2].

1988 йылда Аун Сан Су Чжи ауырыу әсәһенә ярҙам итер өсөн Бирмаға ҡайта. Һуңынан ул демократик хәрәкәтте етәкләй башлай.

Сәйәси карьера[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1988 йылда Бирманың хәрби етәксеһе генерал У Не Вин отставкаға китә һәм илдә демократия урынлаштырыр өсөн демонстрациялар була. 1988 йылдың 26 авгусында Шведагон пагодаһы янында йыйылған ярты миллион халыҡ алдында Аун Сан Су Чжи илдә демократик власть урынлаштырыу тураһындағы телмәре менән сығыш яһай. Әммә тарихта 8888 ихтилалы исеме аҫтында ҡалған күтәрелештәр ҡаты баҫтырылалар. Сентябрҙә илдәге юғары власты яңы хәрби хунта үҙ ҡулына ала[3].

Махатма Ганди һәм Мартин Лютер Кинг тәғлимәттәренә, буддизм концепцияларына таянып, Аун Сан Су Чжи илдә демократик власть урынлаштырыр өсөн сәйәсәт менән шөғөлләнә башлай һәм 1988 йылдың 27 сентябрендә «Демократия өсөн милли лига» партияһын нигеҙләй. 1989 йылдың 20 июлендә ул ҡулға алына һәм өйҙәге тотҡонлоҡта тотола. Аун Сан Су Чжиға илдән китеү шарты менән ирек тәҡдим иткәндәр, әммә ул был тәҡдимдән баш тарта[4].

Аун Сан Су Чжи АҠШ-тың Дәүләт секретары Хиллари Клинтон менән (1 декабрь 2011)

1990 йылда хәрби хунта парламентҡа һайлауҙар уҙғара, һөҙөмтәлә «Демократия өсөн милли лига» партияһы 59 % тауыш йыйып парламентта 80 % мандат ала. Әммә партияның лидеры Аун Сан Су Чжиға үҙ кандидатураһын ҡуйырға рөхсәт ителмәй, шуға ҡарамаҫтан уға премьер-министр вазифаһын биреләсәк тип күрәҙәсәлек иткәндәр. Әммә хәрби хунта һайлауҙарҙың һөҙөмтәләрен ғәмәлдән сыҡҡан тип иғлан итә, ә Аун Сан Су Чжи өйҙәге тотҡонлоҡта Янгонда ҡалыуын дауам итә. Был ваҡытта уға Европа парламентының Сахаров исемендәге премия һәм 1991 йылда Нобель тыныслыҡ премияһы бирелә[5].

1996 йылдың 9 ноябрендә Аун Сан Су Чжи башҡа «Демократия өсөн милли лига» партияһы менән барған автоколонна 200-гә яҡын ҡораллы кешеләр менән һөжүм ителә. Партия полицияға ғариза яҙа, әммә полиция эҙләнеүҙәре бер нимәгә лә килтермәй[6].

1988—2010 йылдар араһында төрлө ғәйепләүҙәр менән 15 йыл дауамында өйҙәге тотҡонлоҡта тотолған, уға был ваҡытта партия яҡлылары һәм сит ил кешеләре менән осрашыу тыйылған[7]. 1994 йылдың 26 сентябрендә ул хәрби хунтаның рәйесе генерал Тан Шве менән осраша[8].

2002 йылдың 6 майында БМО хәрби хунта менән һөйләшеүҙәр алып барғандан һуң, Мьянма хөкүмәте Аун Сан Су Чжины иреккә сығара[9]. 2003 йылдың 30 майында Депайин ҡалаһынан алыҫ түгел урында Аун Сан Су Чжи барған автоколоннаға йәнә ҡораллы һөжүм яһала, күп кенә кешеләр үлтерелә һәм яралана[10]. Аун Сан Су Чжины машина йөрөтөүсеһе ҡотҡара, ләкин тиҙҙән хөкүмәт уны Янгондағы төрмәгә яба, һуңыраҡ өйҙәге тотҡонлоҡта тотола[11].

2009 йылда БМО-ның Генераль секретары Пан Ги Мун Мьянмаға уның хөкүмәтенән демократик реформалар башланыуын һәм оппозиционерҙарҙы азат итеүҙе ирешер өсөн бара. Мьянманан китер алдынан Пан Ги Мун уға генерал Тан Швеға Аун Сан Су Чжи менән осрашырға рөхсәт бирмәүенә ризаһыҙлыҡ белдерә[12].

Аун Сан Су Чжи үҙенең яҡлылары алдынды сығыш яһай

2010 йылдың 13 ноябрендә Аун Сан Су Чжины өйҙәге тотҡонлоҡтан азат ителә[13]. Пан Ги Мун илдең хөкүмәтен демократик юлда булыуын дауам итергә кәрәклеген белдерә һәм Аун Сан Су Чжи менән осрашҡан саҡта уны «бөтә донъя өсөн өмөт символы» тип атай[14].

2011 йылдың 1 декабрендә Аун Сан Су Чжи Янгонда АҠШ-тың Дәүләт секретары Хиллари Клинтон менән осраша[15], ә 2011 йылдың 21 декабрендә ул Таиланд премьер-министры Йинглак Чиннават менән осраша[16].

2012 йылғы Мьянмала парламент һайлауҙарында Аун Сан Су Чжи депутат итеп һайлана[17][18][19].

Факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

U2 төркөмөнөң «Walk On» йыры Аун Сан Су Чжиға бағышланған.

2006 йылда «New Statesman» журналы менән төҙөлгән «Беҙҙең заман ҡаһарманы» исемлегендә уға беренсе урын бирелә[20].

2007 йылда Канада парламенты ҡарарына ярашлы Аун Сан Су Чжиға Канаданың хөрмәтле гражданлығы бирелә. 2008 йылда АҠШ-тың юғары бүләге — АҠШ Конрессы алтын миҙалы менән бүләкләнә. Аун Сан Су Чжи шулай уҡ Францияның юғары бүләге — Почётлы легион Ордены менән бүләкләнә[21].

2011 йылда режиссёр Люк Бессондың «Леди» исемле биографик фильмы сыға. Фильмдың сценарийын Ребекка Фрейн яҙа, төп ролдә — Аун Сан Су Чжи ролен Мишель Йео башҡара[22].

Аун Сан Су Чжи — Социнтерндың махсус хөрмәтле вице-президенты.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. A biography of Aung San Suu Kyi(недоступная ссылка)
  2. Before the storm: Aung San Suu Kyi photograph peels back the years. The Guardian.
  3. Aung San Suu Kyi — Biography. Сайт Нобелевской премии. Архивировано 24 июнь 2012 года.
  4. Profile: Aung San Suu Kyi, Би-Би-Си (25 May 2006).
  5. Daw Aung San Suu Kyi, Burma's Icon of Democracy, Hope and Grace Under Pressure. Amnesty International Women's Action Council Stop Violence Against Women Campaign. Архивировано 21 август 2006 года. 2006 йыл 21 август архивланған.
  6. Aung San Suu Kyi profile. Assistance Association for Political Prisoners (Burma). Архивировано 24 июнь 2012 года.
  7. Aung San Suu Kyi interview (video). YouTube
  8. A biography of Aung San Suu Kyi 2009 йыл 19 февраль архивланған.
  9. Biography Aung San Suu Kyi 2009 йыл 19 февраль архивланған., Burma Campaign
  10. The Depayin Massacre 2 Years On, Justice Denied (PDF). ASEAN Inter-Parliamentary Burma Caucus (30 май 2005). 2007 йыл 14 июнь архивланған.
  11. Suu Kyi has 'major' operation, BBC News (19 сентября 2003).
  12. John Heilprin. UN chief leaves Myanmar 'disappointed' with junta. The Jakarta Post (5 июль 2009). Архивировано 24 июнь 2012 года. 2012 йыл 25 июль архивланған.
  13. Лидер оппозиции Бирмы вышла на свободу, Би-би-си (13 ноября 2010 года).
  14. Пан Ги Мун назвал Аунг Сан Су Чжи «символом надежды для всего мира». Центр новостей ООН (1 май 2012). Архивировано 24 июнь 2012 года.
  15. Clinton Says U.S. Will Relax Some Curbs on Aid to Myanmar, The New York Times (1 декабря 2011).
  16. PM Yingluck backs Suu Kyi in landmark Myanmar talks (21 December 2011). 2012 йыл 23 июль архивланған.
  17. Burma's Aung San Suu Kyi wins by-election: NLD party. BBC News (1 апрель 2012). Архивировано 24 июнь 2012 года.
  18. Аун Сан Су Чжи: “в Мьянме – новая эра”. Euronews (2 апрель 2012). Архивировано 24 июнь 2012 года. 2012 йыл 24 июль архивланған.
  19. Kyaw Myo Win. Winning NLD candidate list announced in state tv, MRTV (2 April 2012). 2 апрель 2012 тикшерелгән.
  20. Cowley, Jason. Heroes of our time - the top 50, New Statesman (22 May 2006). 4 октябрь 2007 тикшерелгән.
  21. Орден Почетного легиона за заслуги перед Мьянмой, euronews (15 января 2012). 2012 йыл 29 апрель архивланған.
  22. The Lady (2011) — IMDb