Эстәлеккә күсергә

Янгон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Город
Янгон
бирм. ရန်ကုန်
Флаг
Флаг
Ил

Мьянма

Координаталар

16°48′ с. ш. 96°09′ в. д.HGЯO

Майҙаны

576 км²

Үҙәк бейеклеге

15 м

Халҡы

7 360 703 [1] кеше

Милли состав

бирманцы, чин, араканцы, моны, карены, китайцы, индусы, англо-бирманцы

Конфессиональ составы

буддизм, христианство, индуизм, ислам

Сәғәт бүлкәте

UTC+6:30

Телефон коды

1, 80, 99

Рәсми сайт

web.archive.org/web/20100522073713/http://www.yangoncity.com.mm/

Янгон (Мьянма)
Янгон
Янгон

Янгон[2], элегерәк — Рангун[3] (бирм. ရန်ကုန်, jàɴɡòʊɴ MLCTS: Rangun — Янгоун[4]) — 1989 йылдан 2005 йылға тиклем Мьянманың баш ҡалаһы. Исемен алмаштырғанға тиклем Рангун булараҡ билдәле була һәм 1948 йылда Бирма бойондороҡһоҙлоҡ алғанға тиклем уның баш ҡалаһы була. Халҡы 7 миллион тирәһе кеше тәшкил итә. Илдең мөһим иҡтисади, мәҙәни һәм белем биреү үҙәге. Эре транспорт үҙәге. 2005 йылдың 6 ноябрендәге хөкүмәт резиденцияһы Нейпьидоға[5] күсерелә

Көньяҡ-Көнсығыш Азияның башҡа ҡалалары менән сағыштырғанда Янгонда колониаль дәүерҙең күп биналары һаҡланып ҡалған[6].

Янгон — ике ян һәм коун бирман һүҙҙәренең комбинацияһынан тора, улар тәржемәлә «дошман» һәм «тамамланды» тигәнде аңлата. Шулай итеп, атамаһын «дошманлыҡ тамам» кеүек тәржемә итергә мөмкин. Колониаль атамаһы «Рангун», моғайын, ҡала атамаһын бирман теленең аракан диалектында инглизсә әйтелеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.

Янгодың бай һәм боронғо тарихы бар. Б.э. тиклем V быуатта уҡ археологтар бында, Янгон йылғаһы ярында Оккала исемле, ултыраҡ булыуын раҫлай. Оккала халҡы башлыса балыҡ тотоу менән шөғөлләнгән[7]. XI быуат башында (1028—1043 йй) Оккала урынында мон халҡының ауылы барлыҡҡа килә, ул Дагон булараҡ билдәле була. Дагон Шведагон пагодаһы тирәләй үҫкән ҙур булмаған балыҡсылар ауылы була. 1755 йылда король Алаунпайя Дагонды яулай, уның исемен «Янгон» тип үҙгәртә. Британдар Янгонды Беренсе Инглиз-Бирма һуғышы ваҡытында оккупациялай (1824—1826), әммә һуғыш тамамланғандан һуң ҡала Бирма халҡына ул кире ҡайтарыла. 1841 йылда ҡала янғында емерелә

1868 йылда баҡсалар урынлашыуына күренеш (Кандав Минглар Гарден).
Түбәнге Рангунда емереклектәр — Икенсе донъя һуғышы эҙемтәләре
Наргиз дауылынан емерелгән йорт

Британлылар 1852 йылда Икенсе Инглиз-Бирма һуғышы йомғаҡтары буйынса Янгон һәм бөтә Түбәнге Бирма өҫтөнән контроль урынлаштыра. Британия хакимиәте Янгонды Британия Бирмаһының коммерция һәм сәйәси үҙәгенә әйләндерә. Янгон Бөйөк Моголдар империяһының һуңғы императоры Бахадур Шаһ II 1857 йылда һинд ихтилалынан һуң һөргөн урыны була. Армия инженеры лейтенант Александр Фрейзер планына нигеҙләнеп, британлылар яңы ҡала төҙөй, ул көнсығышта Пазудонг Крик йылғаһы, ә көньяҡтан һәм көнбайыштан Янгон йылғаһы менән сикләнә. Янгон 1885 йылда Өсөнсө Инглиз-Бирма һуғышы һөҙөмтәһендә Үрге Бирма капитуляцияһынан һуң бөтә Британия Бирмаһының баш ҡалаһы була[8]. Британлылар ваҡытында Рангундың үҙәк госпиталенә һәм Рангун университетына нигеҙ һалына.

Колониаль Янгон үҙенең парктары, күлдәре һәм бер нисә көнбайыш һәм традицион ағас архитектураһы менән «Көнсығыштың ҡала-баҡсаһы» булара билдәлелек ала[8].

Икенсе донъя һуғышы алдынан Янгондың ярты миллион халҡының яҡынса 55 процентын Һиндостандан һәм Көньяҡ Азияның башҡа илдәренән, тик өстән бер өлөшөн бирмандар тәшкил итә[9]. Халҡының ҡалған өлөшөн карендар, бирман ҡытайлылары, инглиз-бирмандары һәм башҡалар тәшкил итә.

Янгон Рангун университетынан студент-коммунистар етәкселегендә милли-азатлыҡ хәрәкәте үҙәге була. Британ хакимлығына ҡаршы өс дөйөм милли забастовка 1920, 1936 һәм 1938 йылдарҙа Янгонда була.

1942 йылдан 1945 йылға тиклем Янгонды япон ғәскәрҙәре оккупациялай. 1945 йылдың май айында союздаштар азат итә. Ҡала һуғыш ваҡытында ныҡ зыян күрә.

1948 йылдың 4 ғинуарында Янгон Бирман союзының баш ҡалаһы була.

Тиҙҙән, 1948 йылда Бирма бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң күп колониаль парк һәм урам исемдәре бирма исемдәре менән алмаштырыла. 1989 йылда ҡалаға инглиз Рангун исемен алмаштырған Янгон исеме кире ҡайтарыла. Янгон яңынан әүҙем төҙөлә. 1950 йылдарҙа ҡаланың Такета, Төньяҡ һәм Көньяҡ Оккалапа, 1980 йылдарҙа- Хлайнтайа, Швепит һәм Көньяҡ Дагоун райондары төҙөлә[10]. Бөгөн Ҙур Янгондың майҙаны яҡынса 600 км² тәшкил итә.

Физик-географик ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йыһандан Янгондың тирә яҡтарынының һ

Янгон Түбәнге Мьянмала Янгон һәм Пегу йылғаларының ҡушылдығы эргәһендә Моутама ҡултығынан яҡынса 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан

Янгон климаты субэкваториаль[11]. Май айынан октябргә ямғырҙар миҙгеле дауам итә, йыллыҡ яуым-төшөм нормаһының күпселек өлөшө яуа; ҡоро миҙгелдә (ноябрҙәнн апрелгә тиклем) яуым-төшөм әҙ. Ҡоро миҙгелдә һауа торошо эҫе: уртаса максимум апрелдә +37 °C , уртаса минимум +24,3 °C.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 37,8 38,3 39,4 41,1 40,6 36,7 33,9 33,9 34,4 35,0 35,0 35,6 41,1
Уртаса максимум, °C 32,2 34,5 36,0 37,0 33,4 30,2 29,7 29,6 30,4 31,5 32,0 31,5 32,3
Уртаса температура, °C 25,1 26,9 28,8 30,7 29,2 27,4 26,9 26,9 27,3 27,9 27,2 25,3 27,5
Уртаса минимум, °C 17,9 19,3 21,6 24,3 25,0 24,5 24,1 24,1 24,2 24,2 22,4 19,0 22,6
Абсолют минимум, °C 12,8 13,3 16,1 20,0 20,6 21,7 21,1 20,0 22,2 21,7 16,1 12,8 12,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 5 2 7 15 303 547 559 602 368 206 60 7 2681
Сығанаҡ: World Meteorological Organisation [1]

Административ-территориаль бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡала советы

Янгон менән Янгондың үҫеш буйынса комитеты (YCDC) идара итә. Комитет шулай уҡ ҡаланы планлаштырыу мәсьәләләрен ойоштора[12]. Ҡала 4 округҡа бүленә. Округтарҙы 33 район берләштерә. Һәр район менән район лидерҙары комитеты идара итә, улар төҙөкләндереү һәм инфраструктура үҫеше мәсьәләләре буйынса ҡарарҙар ҡабул итә. Уларҙың юрисдикцияһы ҡала биҫтәләренә лә тарала.

Янгон оокругтары
Көнбайыш округ (Даунтаун) Көнсығыш округ Көньяҡ округ Төньяҡ округ
  • Ахлон
  • Бахан
  • Дагоун
  • Киаюктада
  • Кимидьин
  • Ланмадау
  • Латха
  • Пабедан
  • Санджаун
  • Сейкан
  • Ботатаунг
  • Дагоун Сейкан
  • Восточный Дагоун
  • Северный Дагоун
  • Северная Оккалапа
  • Пазундаун
  • Южный Дагоун
  • Южная Оккалапа
  • Тинганджун
  • Мингала Таунгниунт
  • Дала
  • Даубон
  • Сейчи Канаунто
  • Тамве
  • Такета
  • Янкин
  • Инсэйн
  • Хлайн
  • Хлайнтайа
  • Камают
  • Маянгон
  • Мингаладон
  • Швепита
Янгон үҙәгендә торлаҡ райондар

Янгон — Мьянмала иң күп халыҡлы ҡала, әммә ҡала халҡының һаны төрлөсә (һуңғы халыҡ иҫәбен алыу Мьянмала 1983 йылда үткәрелә). БМО баһаһы буйынса 2010 йылда ҡала халҡы 4,35 миллион кеше тәшкил итә, әммә 2009 йылда АҠШ Дәүләт департаменты баһаһы буйынса [13] ҡала халҡы 5,5 миллион кеше тәшкил итә. Дөрөҫөрәге, АҠШ Дәүләт департаменты баһаһы дөрөҫөрәк, сөнки БМО һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә ҡаланың сиктәре киңәйеүен иҫәпкә алмай. 1948 йылдан һуң ҡала халҡы илдең башҡа төбәктәренән күсеп килеүселәр иҫәбенә байтаҡ арта. Баш ҡаланы Нейпьидоға күсереү тураһында ҡарарға гражданлыҡ хеҙмәткәрҙәренең билдәһеҙ һаны сәбәп була.

Янгон — илдә иң күп милләтле ҡала. Әгәр ИИкенсе бөтә донъя һуғышына тиклем Янгондың сағыштырмаса күпселек халҡын индустар[9] тәшкил итһә, бөгөн күпселек ҡала халҡы бирман сығышлы. Ҙур общиналарҙы Һиндостандан һәм Көньяҡ Азияның башҡа илдәренән һәм бирман ҡытайлытәшкил итә. Ҡатнаш никахтар һирәк күренеш түгел — бигерәк тә бирмандар һәм ҡытайҙар араһында. Шулай уҡ ҡалала аракандарҙың һәм карендарҙың күп өлөшө йәшәй.

Төп аралашыу теле булып тора бирман теле тора. Өйрәнеү өсөн популяр булып инглиз теленән башҡа ҡытай, япон, француз һәм корея теле тора.

Янгон йылғаһы ярында йөк суднолары өсөн йылға ярына Янгон
Даунтаунда урам баҙары

Янгон — илдең төп сауҙа, сәнәғәт үҙәге һәм туризм һәм күңел асыу индустрияһы үҙәге. Ҡалала Мьянманың эске тулайым продуктының бишенсе өлөшө етештерелә. 2010—2011 йылғы һалым йылы өсөн рәсми статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, Янгондың иҡтисад күләме 8,93 триллион кьят, йәки 23  % милли тулайым продукт тәшкил итә[14]

Ҡала — сауҙаның үҫешенә үҫешмәгән банк секторы һәм инфраструктураның торошо ҡамасаулаһа ла төп аҙыҡ-түлектән алып тотонолған автомобилдәргә тиклем бөтә тауарҙар өсөн Түбәнге Мьянманың төп коммерция үҙәге. Янгонда Баиннаунг баҙары — дөгө, фасоль, ҡуҙаҡлы һәм башҡа ауыл хужалығы тауарҙары сауҙаһы үҙәге урынлашҡан[15]. Шулай уҡ Янгонда илден иң эре порты Тхилава урынлашҡан. Янһонда рәсми булмаған сауҙа өлөшө ҙур, уның төп урыны Даунтаун урамы буйлап урынлашҡан урам баҙары булып тора. Әммә 2011 йылдың 17 июнендә ҡала комитеты урамдарҙа сауҙа итеүҙе тыйыу тураһында иғлан итә (сәғәт өстән рөхсәт ителә), һәм сауҙаны торлаҡ райондарҙа ғына рөхсәт итә[16]. 2009 йылдың 1 декабрендә Янгон да юғары тығыҙлыҡтағы полиэтиленды һәм пластик пакеттарҙы файҙаланыу тыйыла[17]

Сәнәғәт байтаҡ эш урындары булдыра. Янгонды, кәм тигәндә, 14 сәнәғәт зонаһы уратып ала, 4300 предприятела 2010 йылға ҡарата 150 000 эш урыны бар. Ҡала тегеү сәнәғәте үҙәге, уның продукцияһы 292 миллион доллар суммаға сит илдәргә сығарыла. 80 % фабрика эшселәре өсөн мәшғүллек даими булып тора. Күптәре уларҙың башҡа райондарҙан Янгонға яҡшы тормош эҙләп килгән 15 йәштән алып 27 йәшкә тиклемге йәш ҡатындар. Сәнәғәт структуралы һәм сәйәси проблемаларҙан яфа сигә. 2008 йылда Янгондың 2 500 фабрикаһы электроэнергияла мохтажлығы 120 MW тәшкил итә. Ҡаланың мохтажлығы 250 MW алып 530 MW тиклем баһалана. Электроэнергияның хроник етешмәүе сәнәғәт предприятиеларында эш сәғәтен 6 алып киске 8 тиклем сикләргә сәбәп була

Шулай уҡ мәшғүллектең мөһим сығанағы булып төҙөлөш тора. Индустрияға күп гражданлыҡ хеҙмәткәрҙәренең һәм күп хөкүмәт учреждениеларының Нейпьидо ҡалаһына күсеүе кире йоғонто яһай. 2009 йылдың авгусында ҡабул ителгән яңы төҙөлөш нормативтары буйынса, төҙөүселәр төҙөлгән һәр ҡатҡа 12 парковка урыны төҙөү күҙ уңында тоторға бурыслы. 2009—2010 йылдарҙа төҙөлөш өсөн 334 рөхсәт бирелә (2008—2009 йылдарҙа 582)[18].

Сит ил валютаһы керемдәренең мөһим сығанағы булып туризм тора, хәйер, башҡа Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәре менән сағыштырғанда, туристар ағымы аҙ —2007 йылдың сентябрендә Шафран революцияһына тиклем 250 000 тирәһе. Туристарҙың һаны Шафран революцияһы һәм Наргиз дауылынан һуң кәмей[19]. Күптән түгел сәйәси климаттың яҡшырыуы сит ил туристарын һәм эшҡыуарҙарын күберәе йәлеп итә башлай. 2011 йылда Янгондың халыҡ-ара аэропортының пассажирҙар ағымы 300 000-дән алып 400 000 -гә тиклем тәшкил итә. Әммә, инвестициялап еткермәү арҡаһында 8000 дөйөм ҡунаҡхана урыны һанынан тик 3000 ҡунаҡхана урыны ғына «туристарҙы урынлаштырыу өсөн яраҡлы»[20].

1-се Медицина университеты

Янгонда Мьянманың иң яҡшы белем биреү учреждениелары урынлашҡан[21]. Әммә ҡалала бай һәм ярлы мәктәптәр араһында мөмкинлектәрҙең тигеҙһеҙлеге асыҡ сағыла. Ғәмәлдә дәүләт финанслауынан мәхрүм мәктәптәр, ата-әсәләр яғынан ирекле һәм мәжбүри иғәнә йыйыуға мәжбүр була[22], был ярлы ғаиләнән булған күп уҡыусыларҙың мәктәпте ҡалдырыуына сәбәп була.

Юғары белем

Янгонда 20-гә яҡын колледж һәм университет, шул иҫәптән, Мьянмала иң боронғо һәм иң билдәле университет — университеты бар, әммә ул бөгөнгө көндә башлыса аспиранттарҙы әҙерләй һәм бакалавриат программаһын тормошҡа ашырмай.1988 йылда милли ихтилалдан һуң, хөкүмәт университетты яба һәм студенттарҙың күп өлөшөн Дагоун университеты, Көнсығыш Янгон университеты һәм Көнбайыш Янгон университеты кеүек яңы юғары уҡыу йорттарына күсерә. Шуға ҡарамаҫтан, илдең иң яҡшы юғары уҡыу йорттары элеккесә Янгонда урынлаша. Ҡайһы бер һөнәрҙәрҙе тик ҡаланың юғары уҡыу йорттарында ғына алырға мөмкин. Иң популяр булып Беренсе медицина университеты, Янгон технология университеты, Мьянманың Диңгеҙ университеты, компьютер тикшеренеү университеты тора[23].

  • Мьянманың Милли музейы

Янгон — илдең ҙур транспорт үҙәге

Янгондың халыҡ-ара аэропорты ҡала үҙәгенән 19 км алыҫлыҡта ята, ул илдең төп һауа гаване булып тора. Унан Азияның эре ҡалаларына — Даккаға, Ханойға, Хошиминға, Гонконгҡа, Токиоға, Пекинға, Сеулға, Гуанчжоуға, Тайбэйға, Бангкокҡа, Куала-Лумпурға, Куньминға һәм Сингапурға тура рейстар башҡарыла, щулай уҡ 20 йүнәлештә эске рейстар башҡарыла, уларҙың иң мөһиме Паган, Мандалай, Хехо, Нгапали һәм Нейпьидоға бара.

Тимер юлы транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Үҙәк вокзал

Янгондың үҙәк вокзалы — Мьянма тимер юлдарының төп терминалы — 5403 км оҙонлоҡтағы селтәр[24].

39 станциянан торған Янгондың 45,9 км оҙонлоҡтағы ҡулса тимер юлы Янгондың биҫтәләрен тоташтыра. Линия буйлап барған поездарға көн һайын 150 000-гә яҡын билет һатыла[25]

Янгондың дөйөм автомобилдәр юлының оҙонлоғо 4 456 км тәшкил итә (2011 йылдың мартына ярашлы). Күп юлдар аяныс хәлдә һәм машиналар ағымын хәл итә алмай[26]. Ҡала халҡының күп өлөшө шәхси машинаға эйә була алмай һәм йәмәғәт транспорты менән файҙалана. Яҡынса 3000 маршрутта айырым пассажир ташыусыларҙың 6 300 автобусы йөрөй, улар көнөнә яҡынса 4,4 миллион пассажир ташый[27][28]. Бөтә автобустар һәм 80 % таксиҙар Янгонда 2005 йылғы хөкүмәт указына ярашлы тәбиғи газда эшләй[29]. Ҡалал ике ҡала -ара автовокзал эшләй[30]

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Рангунда Шведагон килеһе
  • Ҙур алтын киле] (Шведагон пагодаһы) ҡала өҫтөндә күтәрелеп тора. Киле тирәләй — бер нисә тиҫтә павильондан торған ҡорам комплексы. Сит ил кешеләре өсөн йөҙләгән баҫҡыстан менмәҫкә махсус лифтар булдырылған. Периметры буйлап платформа 8 өлөшкә бүленгән, улар 8 яҡтылыҡҡа һәм аҙнаның 8 көнөнә тап килә (традицион бирман астрологик календарҙа шаршамбы ике өлөшкә бүленә). Һигеҙ секцияның һәр береһендә павильондар урынлашҡан, унда йәндәрҙең -наттарҙың сиркәүҙәре бар. Павильондарҙың береһендә ҡыңғырау эленеп тора, уны инглиздәр алып китергә теләп, йылғала батыра, ә бирман инженерҙары ләмдән сығарып алып урынына кире ҡуя. Шведагон ҡаршыһында — тағы бер бәләкәйерәк пагода — Мах Визай пагодаһы тора, ул диндарҙар өсөн әллә ней әһәмиәткә эйә түгел һәм уға әҙерәк баралар. Уны 1980 йылда боронғо хакимдар өлгөһө буйынса үҙенең шәхси ҡармаһын яҡшыртыр өсөн ил менән 1962—1988 йылдарҙа идара иткән генерал Не Вин төҙөй.
  • Киле (Суле паголаһы), ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан, риүәйәт буйынса Будданың сәсен һаҡлай. Суле килеһе янында буддаларға ике аҙна сәскә алып киләләр һәм уларға һыу һибәләр.
Янгондың үҙәк урамы
  • Ботатхаун комплексында киле тирәләй Бирманың һуңғы короле Миндондың алтын ҡомартҡылары менән көҙгөлө лабиринт төҙөлгән.
  • Каба Эй килеһе бойондороҡһоҙ Бирманың беренсе премьер-министры У Ну тәҡдиме буйынса 1954—1956 йылдарҙа 6-сы Бөтә донъя будда Синодына ҡарата төҙөлгән. Киле тирәләй донъяның бөтә будда илдәренән килтерелгән Будданың һүрәттәре тора.
  • Чаутхачжи пайя павильонында ҙур ятыусы Будда урынлашҡан. Табандарында — Будданың «эҙенең» һүрәте, уның буйынса астрологтар уның киләсәген билдәләгән.

Туғанлашҡан ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Census Main Report (UNION) - ENGLISH.pdf - Google Диск
  2. Мьянма // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 1999 г. ; отв. ред.: Т. Г. Новикова, Т. М. Воробьёва. — 3-е изд., стер., отпеч. в 2002 г. с диапоз. 1999 г. — М. : Роскартография, 2002. — С. 155. — ISBN 5-85120-055-3.
  3. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 297.
  4. Инструкция по русской передаче географических названий Бирмы. — М.: Наука, 1978. — С. 25.
  5. Burma's new capital stages parade  (инг.), BBC News (27 March 2006). 28 декабрь 2010 тикшерелгән.
  6. Martin, Steven Burma maintains bygone buildings. BBC News (30 март 2004). Дата обращения: 22 май 2006.
  7. Янгон — Рангун 2014 йыл 29 июнь архивланған.
  8. 8,0 8,1 Yangon Summary Review and Analysis. Bookrags.com (17 октябрь 2005). Дата обращения: 17 апрель 2010. 2006 йыл 28 ноябрь архивланған.
  9. 9,0 9,1 Tin Maung Maung Than. Indian Communities in Southeast Asia - Some Aspects of Indians in Rangoon. — Institute of Southeast Asian Studies, 1993. — P. 585–587. — ISBN 9789812304186.
  10. Kyaw Kyaw. Megacity yangon: transformation processes and modern developments / Frauke Krass, Hartmut Gaese, Mi Mi Kyi. — Berlin: Lit Verlag, 2006. — P. 333–334. — ISBN 3-8258-0042-3.
  11. Peel, M. C. and Finlayson, B. L. and McMahon, T. A. Updated world map of the Köppen–Geiger climate classification (инг.) // Hydrol. Earth Syst. Sci. : journal. — 2007. — Т. 11. — С. 1633—1644. — ISSN 1027-5606. — DOI:10.5194/hess-11-1633-2007
  12. Yangon. Asian Network of Major Cities 21. Дата обращения: 13 август 2006. Архивировано 20 июнь 2006 года.
  13. Background note: Burma. US Department of State. Дата обращения: 6 март 2010.
  14. Kyaw Hsu Mon and Yadana Htun Yangon Region govt facing K22b budget black hole (mis) // The Myanmar Times. — 2011. Архивировано из первоисточника 17 июнь 2013.
  15. Zaw Htet and May Thanda Win Market reforms lead to Bayintnaung boom (mis). — The Myanmar Times, 2006. Архивировано из первоисточника 29 ғинуар 2009.
  16. Nay Nwe Moe Aung, Moh Moh Thaw. Vendors belong in markets, says YCDC, Myanmar Times (20 июнь 2011). 18 август 2011 тикшерелгән. 2011 йыл 2 октябрь архивланған.
  17. Myo Myo. Mayor reiterates bag ban, Myanmar Times (9 ноябрь 2009). 18 август 2011 тикшерелгән. 2012 йыл 12 июнь архивланған.
  18. Htar Htar Khin High-rise building slowing down (mis) // The Myanmar Times. — 2010. — Т. 26. — № 9.
  19. Weekly Eleven Journal. Tourism decline in Burma in 2008, Burma Digest (27 ноябрь 2008).
  20. Colin Hinshelwood. Rangoon Hotels Struggle to Meet Tourist Demand. The Irrawaddy (9 февраль 2012). Архивировано 9 февраль 2012 года. 2012 йыл 9 февраль архивланған.
  21. HRDU Yearbook 2006 Chapter 9: Rights to Education and Health. Human Rights Documentation Unit. Дата обращения: 14 сентябрь 2008.
  22. Educationalists concerned by Burmese literacy rate. DVB. 2008 йыл 14 сентябрь архивланған.
  23. Minh Zaw. HR key to development, The Myanmar Times (28 март 2008). 2008 йыл 20 июль архивланған.
  24. MR to link Mandalay and Bhamo, New Light of Myanmar (22 февраль 2010).
  25. Yeni. The Railway Bazaar, The Irrawaddy (30 ғинуар 2008). 2008 йыл 8 февраль архивланған.
  26. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; w11-30yr-plan төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  27. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; uncrd төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  28. Yan Naing Hein First private bus line in Yangon launched (mis). — The Myanmar Times.
  29. Wai Moe. Rangoon Commuters Afraid of Gas Explosions, The Irrawaddy (14 октябрь 2008). 2011 йыл 1 май архивланған.
  30. Getting Around Yangon. Myanmar's Net. Дата обращения: 14 октябрь 2008. 2008 йыл 21 сентябрь архивланған.
  31. http://www.bernama.com/bernama/v6/newsindex.php?id=652059