Вангари Маатаи
Вангари Маатаи (ингл. Wangari Maathai; 1 апрель 1940 йыл, Британия империяһы, Кения колонияһы һәм протектораты, Үҙәк провинция — 25 сентябрь 2011 йыл, Кения, Найроби) — Кенияның йәмәғәт эшмәкәре, «тотороҡло үҫешкә, демократия һәм тыныслыҡҡа индергән өлөшө өсөн» 2004 йылғы Нобель премияһы лауреаты[6].
Кенияла демократия урынлаштырыу өсөн әүҙем көрәшә, экология өлкәһендәге эшмәкәрлеген сәйәсәт менән бергә алып бара.
Маатаи 1977 йылда «Йәшел билбау» тигән ижтимағи хәрәкәтте ойоштороу инициаторы һәм төп илһамландырыусыһы була. Ойошма Африкалағы юҡ ителгән урмандарҙы тергеҙеү менән шөғөлләнә. Уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Африка урмандарының ҡырылыуы туҡтатыла. «Йәшел билбау» хәрәкәтенең 25 йыллыҡ йәшәү осоронда Африка континентында 30 миллиондан ашыу төп ағас ултыртыла.
Идара итеүсе Кения Африка милли союзы менән оппозицияның берләшеүе өсөн көрәшә. 2002 йылғы һайлауҙа ниһайәт быға өлгәшә. 2003 йылдан 2005 йылға тиклем Кенияның тирә-яҡ мөхит һәм тәбиғәт ресурстары министры урынбаҫары. «Мазингира» тигән Кения йәшелдәре партияһын ойоштора.
2009 йылдың 14 декабрендә БМО-ның генераль секретары Пан Ги Мун Вангари Маатаиҙы БМО-ның тыныслыҡ илсеһе итеп билдәләй. Уға климат үҙгәреү мәсьәләләре менән шөғөлләнеү йөкмәтелә[7].
Күкәйлек яман шешенән вафат була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Wangari Maathai // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=18172 (нем.)
- ↑ 2,0 2,1 Wangari Maathai // Store norske leksikon (билдәһеҙ) — 1978. — ISSN 2464-1480
- ↑ 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France Wangari Maathai // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Конвенция Организации Объединенных Наций по борьбе с опустыниванием (ғәр.)
- ↑ https://nobelwomensinitiative.org/laureate/
- ↑ В Кении скончалась лауреат Нобелевской премии мира Вангари Маатаи
- ↑ Пан Ги Мун назначил лауреата Нобелевской премии посланцем мира ООН 2012 йыл 19 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вангари Маатаи 2021 йыл 15 апрель архивланған.
- Articles containing Gikuyu-language text
- 1 апрелдә тыуғандар
- 1940 йылда тыуғандар
- 25 сентябрҙә вафат булғандар
- 2011 йылда вафат булғандар
- Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаттары
- Почётлы легион ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Нобель премияһы лауреаты булған ҡатын-ҡыҙҙар