Найроби

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡала
Найроби

ингл.  һәм суахили Nairobi

Nairobi Montage.jpg
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Кения

Провинция

Найроби

Координаталар

1°17′00″ ю. ш. 36°49′00″ в. д.HGЯO

Мэр

Джордж Аладва

Нигеҙләнгән

1899

Майҙаны

696 км²

Бейеклеге

1 661 м

Халҡы

3 240 155[1] кеше (2010)

Тығыҙлығы

4655 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+3

Телефон коды

+254 20

Рәсми сайт

nairobi.go.ke  (инг.)

Найроби (Кения)
Найроби
Найроби

Найро́би (ингл.  һәм суахили Nairobi) — экватор янында урынлашҡан, Кенияның баш ҡалаһы, Көнсығыш Африканың иң эре ҡалаһы.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Найробиҙың ер юлдашынан төшөрөлгән фотоһы

Элек ҡала урынында һаҙлыҡ булған. 1899 йыл бында уганда тимер юлы тәьмин итеүсе станция төҙөлгән. Был станция тимер юлының штаб-квартира вазифаһын үтәгән. Атамаһы ошо тирәләге һыу сығанағы исеменә бәйле. масай телендә яңғырашы Ewaso Nyirobi (Эвасо Найроби), башҡортсаға тәржемә итһәк, һалҡын һыу тигән мәғәнәлә. 1900 йыл был тирәне солғап алған биҙгәк бубон тағынынан һуң ҡаланы бөтөнләй яндырып бөтөрәләр.

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

I&M бакыһының Найробиҙағы штаб-квартираһы

Найробиҙа Найробий фонд биржаһы (NSE) урынлашҡан. NSE Африкала сауҙа күләме буйынса 4-се, баҙарҙы ВВП-ға ҡарата капиталлаштырыу мөнәсәбәттәре буйынса 5-се урындарҙы биләй[2].

Шулай уҡ Найробиҙа ҡайһы бер халыҡ-ара компаниеларҙың һәм ойошмаларҙың төбәк вәкиллектәре эшләй. Шулай 2007 йыл буына General Electric, Young & Rubicam, Google, Coca Cola, Zain и Cisco Systems перенесли свои африканские штаб-квартиры в Найроби[3][4].Шулай уҡ эре африка компанияларының да штаб-квартиралары бар.

Ҡалала кейем-һалым, текстиль, төҙөлөш материалдары, аһыҡ-түлек, эсемлектәр , сигарет етештерелә. Ҡалала шулай уҡ ҡайһы бер халыҡ-ара компанияларҙың заводтары урынлашҡан: Goodyear, General Motors, Toyota Motors, Coca Cola.

Туризм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туризм бигүк үҫешмәһә лә, ҡаланың иҫтәлекле урындары бар. Беренсе сиратта Найроби милли паркы. Уның уникаллеге шулай размерҙағы мегаполис янында урынлашыуы. Милли паркта 400 төр хайуан һәм ҡош йәшәй. Сафари буйлап йәйәү йөрөү - туристарҙың яратҡан шөғөлө.[5].

Найробиҙа бер нисә музей бар. Иң ҙурҙарынан береһе Кенияның милли музейы. Ул музейҙа homo erectus типиаталған малайҙың һөйәктәре һаҡлана. Икенсе бер иҫтәлекле урыны Найробиҙың тимер юл музейы һәм Карен Бликсен музейы.

Найробиҙы ҡайһы саҡ донъя сафарийы тип атайҙар. Күп кенә ҡала ҡунаҡханалары ошо йүнәлештә эшләй. Күп кенә биш йондоҙло отелдәр бар: Найроби Серена, Лайко Рейгенси (ранее Гранд-Рейгенси), Уиндор (Карен), Холидей Инн, Ист-Африкан Сафари Клуб (Лилиан Тауэрс), Стэнли Хотел, Сафари Парк энд Казино, Интерконтиненталь, Панари Хотел, Хилтон һәм Норфолк Хотел.

Тағы ла ҡалала Африкалағы иң ҙур һырғалаҡ (каток) — Солар Айс Ринк урынлашҡан. Был һырғалаҡ 2005 йыл асылған. Уның майҙаны яҡынса 15 000 м² һәм бер юлы 200 кешене ҡабул итә[6].Ҡаланың эре сауҙа селтәрҙәре булып Nakumatt, Uchumi һәм Tuskys тора.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 24,5 25,6 25,6 24,1 22,6 21,5 20,6 21,4 23,7 24,7 23,1 23,4 23,4
Уртаса температура, °C 18,0 18,6 19,4 19,1 17,9 16,3 15,4 15,8 17,1 18,6 18,1 18,0 17,7
Уртаса минимум, °C 11,5 11,6 13,1 14,0 13,2 11,0 10,1 10,2 10,5 12,5 13,1 12,6 12,0
Яуым-төшөм нормаһы, мм 64 57 93 219 177 35 18 24 28 55 154 101 1024
Сығанаҡ: WorldWeather.org

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Population Projections by Province  (инг.)
  2. Live Trading commences at Nairobi Stock Exchange
  3. Business Daily General Electric moves Africa's hub to Nairobi. bdafrica.com. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 сентябрь 2007. 18 июнь 2007 тикшерелгән.
  4. Press Media Wire Cisco Inaugurates East African Headquarters in Nairobi. pressmediawire.com. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 февраль 2012. 20 июль 2008 тикшерелгән.
  5. Kenya Wildlife Service – Nairobi National Park. kws.org. Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 октябрь 2009. 30 декабрь 2009 тикшерелгән.
  6. BBC NEWS | World | Africa | East Africa’s ice skating first

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңылыҡтар

Башҡалар