Морони

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баш ҡала
Морони
ғәр. موروني
франц. Moroni
Moroni-Harbour.jpg
Ил

Комор

Автономиялы регион

Нгазиджа

Координаталар

11°42′13″ ю. ш. 43°15′13″ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

кварталдар

Элекке исеме

Гранд-Комор

Майҙаны

300 км²

Климат тибы

экваториаль

Халҡы

111 329 кеше (2016)

Милли состав

коморҙар (анталоатра)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+3

Телефон коды

+73

Һанлы танытмалар

Хата: беренсе юлда рәсем билдәләнгән булырға тейеш

<div class="ts-ПозКарта-метка" style="
 left:Аңлатма хатаһы: Танылмаған "strong" һүҙе%;
top:Аңлатма хатаһы: Танылмаған "{" тыныш билдәһе%">
Морони
Морони

Моро́ни[1] (франц. Moroni, ғәр. موروني‎) — Һинд океанында урынлашҡан суверенлы утрау дәүләте — Комор Утрауҙары Союзының баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы. Морони — республиканың төп утрауҙарынан иң ҙуры —— ярым бойондороҡһоҙ Нагазиджа (Гранд-Комор) утрауының административ үҙәге. 2003 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡала халҡының иҫәбе — 41 557 кеше[2].

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Комор теленән тәржемә иткәндә «Морони» тигән һүҙ «уттың йөрәгендә» тигәнде аңлатала. Бәлки, был ҡаланың Картала янар вулкандың итәгендә урынлашыуына бәйле[3]. Башҡа версия буйынса, топоним малагаси телендәге moron (тәржемәһе — «яр») һүҙенән барлыҡҡа килгән[4].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

X быуатта ғәрәптәр солтанлыҡтың баш ҡалаһы булараҡ нигеҙ һала. Уның аша Занзибарға (хәҙерге Танзания) диңгеҙ юлы үтә. Оҙаҡ йылдар Комор утрауҙарының административ үҙәге Майоттала урынлашҡан Дзаудзи була, әммә 1958 йылда Морони бойондороҡһоҙлоҡ алған дәүләттең баш ҡалаһына әйләнә[5].

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала Нгазиджа (элек Гранд-Комор булараҡ та билдәле булған) утрауының көнбайыш ярында, 2361 метр бейеклектәге Картала янар вулканы итәгендә урынлашҡан. Вулкандың һуңғы урғылыуҙары 2005 һәм 2006 йылдарҙа булған. Морони вулкандың кратерынан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Морони портына һәм үҙәк мәсетенә күренеш.

Морони порты тәбиғи бухтала урынлашҡан бәләкәй причалдан тора. Порт аша ваниль, какао һәм кофе экспортҡа оҙатыла. Порт базаһында импорт тауарҙар һәм экспорт өсөн тәғәйенләнгән тауарҙар, шулай уҡ нефть продукттары һаҡланған склад бар. Морони сәнәғәте алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү, эфир майҙарын, металды, урман материалдарын эшкәртеү һәм таҙартыу, вулкан туфын эшкәртеү (цемент алыу маҡсатында) өлкәһендә махсуслаша. Морони яр буйындағы ҡалалар, төньяҡта Хахайя һәм көньяҡта Митсуджде менән автомобиль юлдары аша бәйләнгән[5].

Транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Морониҙан 15 саҡрым алыҫлыҡта Хахайя ауылында принц Сәйет исемендәге халыҡ-ара аэропорт урынлашҡан. Ҡаланың диңгеҙ порты аша материк (Африка) һәм Комор архипелагының башҡа утрауҙарына, шулай уҡ Мадагаскарға һәм Һинд океанының башҡа утрауҙарына даими йөк ташыу башҡарыла.

Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Морони ҡалаһында заманса стилдә төҙөлгән бер нисә административ бина урынлашыуына ҡарамаҫтан, биналарҙың күбеһе ғәрәп стилендә төҙөлгән. Бында байтаҡ мәсеттәр, шул иҫәптән Чиунда мәсете урынлашҡан[5].

Туризм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туристик инфраструктура насар үҫешкән. Ҡала аэропортынан Европаға тура осоштар яһалмай. Морониҙың ҡаялы яры вулкан тоҡомдарынан тора, пляждар юҡ (ләкин Морониҙан төньяҡтараҡ урынлашҡан Итсандра ҡалаһы территорияһында ҙур булмаған пляж урынлашҡан).

Иҫке йома мәсете (франц. L'ancienne Mosquée du Vendredi) ҡаланың төп туристик иҫтәлекле урыны булып тора. Баш ҡаланың тарихи үҙәгендә бик күп тар аллеялар урынлашҡан, унда бер нисә туристик иҫтәлекле урын бар, уларҙың барлыҡҡа килеү ваҡытын Занзибарҙың Таш ҡалаһы менән сағыштырырға мөмкин.

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала экваториаль климат зонаһында урынлашҡан. Бында йыл дауамында яуым-төшөм күп күҙәтелә — яуым-төшөмдөң иң аҙы октябрҙә яуа (100 миллиметрҙан кәмерәк).

Экваториаль климат зонаһында урынлашҡан башҡа ҡалалар кеүек үк, Морониға сағыштырмаса тотороҡло уртаса йыллыҡ температура хас. Эҫе һауа торошо йыш ҡына көслө ямғырҙар менән оҙатыла.

Морони климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Абсолют максимум, °C 34 34 35 34 33 32 31 31 31 33 34 36 36
Уртаса максимум, °C 30,4 30,4 30,8 30,4 29,5 28,4 27,7 27,7 28,1 29,1 30,3 30,8 29,5
Уртаса минимум, °C 23,4 23,3 23 22,6 21,2 19,6 18,8 18,4 19 20,3 21,6 22,6 21,2
Абсолют минимум, °C 20 20 20 20 17 14 14 14 16 16 18 19 14
Яуым-төшөм нормаһы, мм 364 293 279 316 256 266 244 150 108 97 108 219 2700
Сығанаҡ: World Weather Information Service — Moroni (билдәһеҙ). Worldweather.wmo.int. Дата обращения: 17 май 2013. Архивировано 20 май 2013 года.
BBC Weather — Moroni (билдәһеҙ). Bbc.co.uk. Дата обращения: 17 май 2013. Архивировано 20 май 2013 года.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 238.
  2. GeoHive — Comoros population statistics 2011 йылдың 10 июнь көнөндә архивланған. (инг.)  (Тикшерелеү көнө: 15 май 2013)
  3. Moroni Travel Information and Travel Guide (билдәһеҙ). Lonelyplanet.com. Дата обращения: 15 май 2013. Архивировано 20 май 2013 года.
  4. Поспелов, 2002, с. 275
  5. 5,0 5,1 5,2 «Moroni.» Encyclopædia Britannica. Encyclopædia Britannica Ultimate Reference Suite. Chicago: Encyclopædia Britannica, 2012.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.