Ихсанов Ғимат Сөләймән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ихсанов Ғимат Сөләймән улы
Эшмәкәрлек төрө:

Педагог

Тыуған көнө:

1 июль 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡортостан Күгәрсен районы Ибрай ауылы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Флаг Башкурдистана.png Башҡортостан
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Вафат булған көнө:

1956({{padleft:1956|4|0}})

Награда һәм премиялары:

Башҡорт АССР-ның мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1941)

Ихсанов Ғимат Сөләймән улы (1899—1956) — Бөрйән районының тәжрибәле һәм талантлы уҡытыусылары, мәғариф эшен оҫта, юғары кимәлдә ойоштороусылары сафында Ғимат Сөләймән улы Ихсанов башҡарған оло хеҙмәте менән үҙенә лайыҡлы, мәртәбәле урында айырылып тора. Ул — һәләтле педагог, Башҡорт АССР-ның мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғимат Сөләймән улы Ихсанов 1899 йылдың 1 июлендә Башҡортостандың Күгәрсен районы Ибрай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Ул үҙ ауылы мәктәбен 1914 йылда тамамлап сыға. Биш йыллыҡ белем алған үҫмер 1914—1917 йылдарҙа кесе уҡытыусы булып эшләй, шунан мәктәп директоры итеп билдәләнә.

Октябрь революцияһынан һуң Ғимат Ихсанов яңы тормош төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша, йәштәр менән эшләй. Юғары белем алырға өмөтләнгән егет 1920 йылдың көҙөндә институтҡа уҡырға ебәрелә, 1920/21 уҡыу йылында Ырымбур халыҡ мәғарифы институтында, 1921/22 уҡыу йылында Ташкент халыҡ мәғарифы институтында белем ала, бер аҙ Һырдарья өлкәһендә балалар уҡытҡас, Башҡортостанға ҡайта.

Йәш белгес Ғ. Ихсанов 1924 йылдың декабрендә хәҙерге Бөрйән районы Иҫке Монасип башланғыс мәктәбен асып, балаларҙы уҡыуға йәлеп итә. Ул терәк мәктәп булып таныла. 1924 йылда Иҫке Собханғолда ла мәктәп асыла, 1925 йылда Байназар, Байғаҙы, Ғәҙелгәрәй, Әтек мәктәптәре эш башлай. Уларҙың эшен ойоштороп ебәреүҙә Ғимат Сөләймән улының хеҙмәте ҙур. Ул айырыуса Иҫке Собханғол, Байназар ауылдарында яңы мәктәптәр асыуҙа яҡындан ҡатнаша, уҡытыусыларға программалар, дәреслектәр табып тарата, уҡытыу тәжрибәһе менән уртаҡлаша. 1928 йылдың сентябренән Ғимат Ихсанов Иҫке Собханғол башланғыс мәктәбендә эшләй, уны ла терәк мәктәп кимәленә күтәрә, уҡытыусыларҙы яңыса эшләргә өйрәтә.

1930 йылда Бөрйән кантоны төҙөлгәс, Ғимат Сөләймән улы Ихсанов кантон халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә, уҡытыусылар менән уҡытыу-тәрбиә эшен яйға һалыуҙа, наҙанлыҡты бөтөрөүҙә, балаларға башланғыс белем биреүҙе ойоштороуҙа ең һыҙғанып эшләй, мәҙәни-ағартыу сараларына йәлеп ителә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ғ. С. Ихсанов партияның Бөрйән район комитетында яуаплы вазифалар башҡара, тик 1948 йылда ғына яратҡан эшенә — балалар уҡытыуға ҡайта. Ул Иҫке Собханғол мәктәбендә тарих уҡыта, аҙаҡ директор итеп ҡуйыла. 1938 йылда уҡ төҙөлә башлаған ике ҡатлы мәктәп бинаһы һуғыштан һуң ғына һалынып бөтә, интернат та күп ауырлыҡтар менән сафҡа индерелә. Иҫке Собханғол мәктәбендә шунан һуң ғына уҡытыу-тәрбиә эше йәнләнә, коллективҡа йәш уҡытыусылар өҫтәлә.

Иҫке Собханғол урта мәктәбе директоры Ғимат Сөләймән улы Ихсанов һәр уҡытыусыны ижади хеҙмәткә рухландыра, уның нисек эшләүен, нисек йәшәүен яҡшы белә, барлыҡ уҡытыусыларға ла методик ярҙам ойоштора.

Уҡыусы йәштәргә ныҡлы белем биреү һәм тәрбиәләү эшендә 42 йыл хеҙмәт итеү осоронда Ғимат Сөләймән улы Ихсанов үҙен ысын уҡытыусы, талантлы педагог итеп күрһәтә, уҡытыусыларҙы алда торған мөһим бурыстарҙы уңышлы үтәүгә илһамландыра.

Уҡытыу-тәрбиә эшендә өлгәшкән уңыштары өсөн Ғимат Сөләймән улы Ихсановҡа 1941 йылда Башҡорт АССР-ның мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән ҙур исем бирелә, төрлө йылдарҙа ул миҙалдар һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.