Игнац Филипп Земмельвайс
Игнац Филипп Земмельвайс | |
нем. Ignaz Philipp Semmelweis | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Австрия империяһы, Буда (Будапешт ҡалаһының бер өлөшө) |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Австрия империяһы, Дёблинг (хәҙер — Вена ҡалаһы составында) |
Альма-матер | |
Викиөҙөмтәлә цитаталар | |
Игнац Филипп Земмельвайс (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа: Семмелвейс; нем. Ignaz Philipp Semmelweis, мадьярса Semmelweis Ignác Fülöp; 1 июль 1818 йыл — 13 август 1865 йыл) — венгр ғалим-табибы, акушер, профессор, асептикаға[6] нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вена университетын хирургия һәм акушерлыҡ[7] буйынса махсуслашып тамалаған. 1846—1850 йылдарҙа Веналағы бала табыу йортонда эшләй. 1851 йылда Пештҡа күсеп килә һәм Изге Рох (Святой Рох) дауаханаһын етәкләй. 1855 йылдан бер үк ваҡытта Будапешт университеты профессоры.
1847 йылда, бала табыусы күп кенә ҡатындарҙағы бәпесләгәндән һуң ҡан ағыуланыу (сепсис) сәбәптәрен, айырым алғанда, дауаханала бала табыуҙан һуң үлем осраҡтары өйҙә бәпесләгәндән һуң үлеүҙәрҙән күпкә (30—40 һәм хатта 50 процентҡа) артыҡ икәнен, — аңларға тырышып, Земмельвайс «инфекцияны дауахананың инфекцион һәм патологоанатомик бүлектәренән килтерәләр» тигән фекергә килә. Ул ваҡыттарҙа табиптар, мәйет ярыу бүлмәһендә эшләп, ҡулдарын ҡулъяулыҡтары менән генә һөрткөләп, туп-тура бала табыусы янына килер булған. Бынан сығып, Земмельвайс ауырлы һәм бәпесләгән ҡатындар янына барасаҡ дауахана персоналын ҡулдарын хлорлы эзбиз иретмәһәнә тығып алып йоғошһоҙландырырға (зарарһыҙландырырға) мәжбүр итә. Һөҙөмтәлә ауырлы һәм бала тапҡан ҡатындар, яңы тыуған сабыйҙар араһында үлем осраҡтары 7 тапҡырҙан күберәккә кәмей — 18-ҙән 2,5 процентҡа төшә.
Год | Кол-во родов | Кол-во смертей | Процент (%) | Комментарии |
1784 | 284 | 6 | 2.1 | Патологоанатомические исследования не велись студентами |
1785 | 899 | 13 | 1.4 | |
1786 | 1,151 | 5 | 0.4 | |
1787 | 1,407 | 5 | 0.4 | |
1788 | 1,425 | 5 | 0.4 | |
1789 | 1,246 | 7 | 0.6 | |
1790 | 1,326 | 10 | 0.8 | |
1791 | 1,395 | 8 | 0.6 | |
1792 | 1,579 | 14 | 0.9 | |
1793 | 1,684 | 44 | 2.6 | |
1794 | 1,768 | 7 | 0.4 | |
1795 | 1,798 | 38 | 2.1 | |
1796 | 1,904 | 22 | 1.2 | |
1797 | 2,012 | 5 | 0.2 | |
1798 | 2,046 | 5 | 0.2 | |
1799 | 2,067 | 20 | 1.0 | |
1800 | 2,070 | 41 | 2.0 | |
1801 | 2,106 | 17 | 0.8 | |
1802 | 2,346 | 9 | 0.4 | |
1803 | 2,215 | 16 | 0.7 | |
1804 | 2,022 | 8 | 0.4 | |
1805 | 2,112 | 9 | 0.4 | |
1806 | 1,875 | 13 | 0.7 | |
1807 | 925 | 6 | 0.6 | |
1808 | 855 | 7 | 0.8 | |
1809 | 912 | 13 | 1.4 | |
1810 | 744 | 6 | 0.8 | |
1811 | 1,050 | 20 | 1.9 | |
1812 | 1,419 | 9 | 0.6 | |
1813 | 1,945 | 21 | 1.1 | |
1814 | 2,062 | 66 | 3.2 | |
1815 | 2,591 | 19 | 0.7 | |
1816 | 2,410 | 12 | 0.5 | |
1817 | 2,735 | 25 | 0.9 | |
1818 | 2,568 | 56 | 2.2 | |
1819 | 3,089 | 154 | 5.0 | |
1820 | 2,998 | 75 | 2.5 | |
1821 | 3,294 | 55 | 1.7 | |
1822 | 3,066 | 26 | 0.8 | |
1823 | 2,872 | 214 | 7.5 | Студентов допустили к патологоанатомическим исследованиям |
1824 | 2,911 | 144 | 4.9 | |
1825 | 2,594 | 229 | 8.8 | |
1826 | 2,359 | 192 | 8.1 | |
1827 | 2,367 | 51 | 2.2 | |
1828 | 2,833 | 101 | 3.6 | |
1829 | 3,012 | 140 | 4.6 | |
1830 | 2,797 | 111 | 4.0 | |
1831 | 3,353 | 222 | 6.6 | |
1832 | 3,331 | 105 | 3.2 | |
1833 | 3,737 | 197 | 5.3 | |
1834 | 2,657 | 205 | 7.7 | |
1835 | 2,573 | 143 | 5.6 | |
1836 | 2,677 | 200 | 7.5 | |
1837 | 2,765 | 251 | 9.1 | |
1838 | 2,987 | 91 | 3.0 | |
1839 | 2,781 | 151 | 5.4 | |
1840 | 2,889 | 267 | 9.2 | |
1841 | 3,036 | 237 | 7.8 | Разделение клиник |
1842 | 3,287 | 518 | 15.8 | Далее цифры относятся только к первой клинике |
1843 | 3,060 | 274 | 9.0 | |
1844 | 3,157 | 260 | 8.2 | |
1845 | 3,492 | 241 | 6.9 | |
1846 | 4,010 | 459 | 11.4 | |
1847 | 3,490 | 176 | 5.0 | Обработка рук раствором хлорной извести началась в середине мая |
1848 | 3,556 | 45 | 1.3 | |
1849 | 3,858 | 103 | 2.7 | Земмельвайс покинул клинику в марте |
Әммә Земмельвайстың фараздары тиҙ генә танылыу алмай. Ул ғына түгел, был асышты ҡулланыу күп ҡаршылыҡтарға осрай: ҡаты тәнҡит асышҡа ғына түгел, табиптың үҙенә ҡаршы ла йүнәлтелә — һөнәрҙәштәре Земмельвейстан туранан-тура көлөп кенә ҡалмай, хатта уны, яла яғып, эҙәрлекләй башлай.
Клиникала үлем осраҡтары ҡырҡа кәмеһә лә, уның директоры доктор Клейн, ҡулдарҙы стерилләүҙе индергәндән һуң үлемдең кәмеүен күрһәткән статистиканы баҫтырып сығарыуҙы тыйып, Земмельвейсты эштән ҡыуа. Өҫтәүенә, Клейн статистиканы баҫып сығарыуҙы донос итеп һанаясағын да белдерә.
Земмельвейс танылған табиптарға хаттар яҙа, төрлө медицина конференцияларында сығыш яһай, үҙ иҫәбенә табиптарҙы яңы алымға өйрәтә, 1861 йылда «Этиология, сущность и профилактика родильной горячки» (нем. Die Aetiologie, der Begriff und die Prophylaxis des Kindbettfiebers) исемле айырым ғилми хеҙмәт баҫтыра. Алдынғы ғалим-табиптың бөтә был тырышлыҡтарына ҡарамаҫтан, уның асҡан ысулы үҙе тере саҡта бөтөнләй тиерлек алмай һиҙелерлек киң танылыу алмай, ә бөтә донъяла бала табыусы ҡатындарҙың сепсистан үлеүе дауам итә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игнац Земмельвайс үҙенең асышын күренекле инглиз хирургы һәм ғалимы, хирургик антисептик уйлап табыусы Джозеф Листерҙан 18 йыл алда яһай. Земмельвайстың асептика уйлап табыуҙа һәм уны практикаға индереүҙә беренсе булыуы бары тик ул үлгәндән һуң ғына танылыу ала.
- Будапешт медицина һәм спорт университетына Земмельвайс исеме бирелгән.
- 1906 йылда бөтә донъя табиптары иғәнәһенә (на пожертвования) Будапешта Земмельвайсҡа һәйкәл ҡуйыла. Уға «Әсәләрҙе ҡотҡарыусыға» («Спасителю матерей») тип яҙылған. Һәйкәлдең авторы — скульптор Алайош Штробль.
- Будапешта ғалим-табип йәшәгән йортта «Земмельвайс медицинаһы тарихы» исемле музей эшләй.
- Психологияла «Земмельвайс рефлексы» тигән төшөнсә бар: ул яңы мәғлүмәттәрҙе нығынған төшөнсәләргә ҡаршы килгәндәре өсөн кире ҡағыуҙы аңлата.
- Венгрияла 1954 һәм 1965, ФРГ-ла 1956 һәм Австрияла 1965 йылда сығарылған почта маркаларында Игнац Земмельвайс төшөрөлгән.
- Венаның 18-се районында (1180 Wien, Bastiengasse 36-38) Игнац Земмельвайс исемендәге (Semmelweis Frauenklinik) клиника бар, уның территорияһындағы паркта табипҡа һәйкәл ҡуйылған.
- Будапештағы бер клиника шулай уҡ Игнац Земмельвайс исемен йөрөтә.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Франтишек Пахнер. «За жизнь матерей. Трагедия жизни И. Ф. Земмельвейса». Мсәкәү, 1963.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Zoltán I. Ignaz Semmelweis // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Ignaz Semmelweis // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Ignaz Philipp Semmelweis // Who Named It? (ингл.)
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Ignaz Semmelweis // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Яраны зарарһыҙландырып, ауырыу йоғоуҙан һаҡлау саралары.
- ↑ Медицинаның йөклө ҡатындарға һәм бала тапҡандарға табип ярҙамы күрһәтә торған бүлеге.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимилектә Игнац Земмельвейс темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Фединанд Селин диссертация доктора медицины: «Жизнь и наследие Филиппа Игнас Земмельвайса» 2017 йыл 18 ғинуар архивланған.
- Игнац Филипп Земмельвейс 2009 йыл 6 июнь архивланған.
- Жизненная стратегия творческой личности — Минск, Беларусь, 1994.
- Официальный сайт Музея истории медицины Земмельвейса в Будапеште 2017 йыл 25 апрель архивланған.
- Биографическая статья(недоступная ссылка) на сайте музея истории фармации и медицины «IMPERIA MUSEUM» 2012 йыл 21 август архивланған.