Яҡупова Ғиффәт Хәниф ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яҡупова Ғиффәт Хәниф ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1925).svg Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 15 декабрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Ғүмәр ауылы, Таштамаҡ ауыл Советы (Ауырғазы районы), Ауырғазы районы, СССР
Вафат булған көнө 2013
Вафат булған урыны Талбазы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы, учитель русского языка
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Яҡупова Ғиффәт Хәниф ҡыҙы (15 декабрь 1923 йыл — 2013 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, Ленин ордены кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғиффәт Хәниф ҡыҙы Яҡупова 1923 йылдың 15 декабрендә (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 20 июлдә) Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы) Ғүмәр ауылында тыуған. Үҙ ауылының башланғыс мәктәбен тамамлағас, ул 1936 йылда Талбазы ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыуын дауам итә.

Кесе йәштән уҡытыусы булырға хыялланған ҡыҙ Кушнаренко педагогия училищеһына уҡырға инә һәм уны 1942 йылда тамамлай. Йәш педагог хеҙмәт юлын Нуриман районының башланғыс мәктәбендә башлай. Унда һәләтле, тәжрибәле уҡытыусы булып таныла[1].

1962 йылда үҙе уҡып киткән Талбазы мәктәбенә ҡайта. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. «Башкортостан уҡытыусыһы» журналы Ғиффәт Хәниф ҡыҙы тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа:

« Уның һәр дәресе - бала өсөн яңылыҡ. Быға уҡытыусы методты оҫта һайлай белеү, программа материалын тормош менән бәйләп биреү, дәрестә техник саралар, күргәҙмә, дидактик материалдарҙы урынлы файҙаланыу аша ирешә. Урыҫ теле уҡытыусыһы булараҡ, Ғ.Х.Яҡупова уҡыусыларҙы ижади яҙма эштәргә өйрәтеүгә, дәрестә балаларҙың фекерләү һәләтлектәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә, уҡытыуҙы тәрбиә менән тығыҙ берлектә алып бара[2] »

1973 — 1978 йылдарҙа ул уҡытҡан йәштәрҙең 50-һе юғары уҡыу йорттарына инә, 13-ө хужалыҡ етәксеһе, агроном, инженер булып эшләй, күптәре — хеҙмәт алдынғылары.
Ғ.Х.Яҡупова бер аҙ мәктәп директоры урынбаҫары, директор булып та эшләй.Әммә иң ҙур хеҙмәт уңыштарын яулауы урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булған дәүергә тура килә. Уның педагогик хеҙмәт стажы 50 йылдан ашыу, шуның 33 йылы Талбазы мәктәбендә үтә[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғиффәт Хәниф ҡыҙы йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ул оҙаҡ йылдар урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының мәктәп-ара методик берекмәһе етәксеһе, мәктәп партия ойошмаһы сәркәтибе, мәғариф селтәрендә пропагандист булып эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уҡытыу-тәрбиә эшендә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн Ғиффәт Хәниф ҡыҙы Якупова 1976 йылда илебеҙҙең ул замандағы иң ҙур наградаһы — Ленин ордены, төрлө осорҙа миҙалдар менән бүләкләнә[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 207—2208-се б.б.
  2. «Башҡортостан уҡытыусыһы » журналы, №11, 1978 й.21-се б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 207—2208-се б.б.
  • «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы,№ 11,1978 й.,21-се б.