Мусин Рәзил Ситдиҡ улы
Мусин Рәзил Ситдиҡ улы | |
Тыуған көнө | 20 июль 1943 |
---|---|
Тыуған урыны | Иғмәт, Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 9 март 1994 (50 йәш) |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Мусин Рәзил Ситдиҡ улы (рус. Мусин Разил Ситдикович) (20 июль 1943 йыл — 9 март 1994 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, 1994 йылдан Дүртөйлө ҡалаһы һәм Дүртөйлө районы администрацияһы башлығы, Башҡортостан Республикаһының Юғары советы рәйесе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мусин Рәзил Ситдиҡ улы 1943 йылдың 20 июлендә Башҡорт АССР-ының Илеш районы Иғмәт ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1965 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1960 йылда Илеш районы Ульянов исемендәге колхозда колхозсы булып башлай. Институтты тамамлағас колхозда агроном, рәйес урынбаҫары, колхоз рәйесе булып эшләй. 1975 йылдан Дүртөйлө районы башҡарма комитеты рәйесе, 1975 йылдан КПСС-тың Башҡоpтостан өлкә комитеты инструкторы. 1979—1988 йылдарҙа КПСС-тың Дүртөйлө райкомының беренсе секретары, 1989 йылдан партияның Дүртөйлө ҡала комитетының беренсе секретары.
1990—1993 йылдарҙа Башпромбанк акционер йәмғиәтенең Дүртөйлө филиалы директоры. 1994 йылдан Дүртөйлө ҡалаһы һәм Дүртөйлө районы администрацияһы башлығы. Башҡортостан Республикаһының Юғары совекты рәйесе.[1]
Мусин Рәзил Ситдиҡ улы 1994 йылдың 9 мартында фажиғалы рәүештә вафат була.[2]
Дүртөйлө районы 201-се Әсән һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, миҙалдар
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дүртөйлө ҡалаһында Рәзил Мусин исемен йөрөткән урам бар. [4]
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Илишевский историко-краеведческий музей Республики Башкортостан
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
- ↑ 2020 йыл 14 октябрь [https://web.archive.org/web/20201014133104/http://rus.bashenc.ru/index.php/component/content/article/20-nazvaniya-ulits/18656-ulitsy-g-dyurtyulej архивланған. Улица Разила Мусина [Мусин Разил Ситдикович (1943–94). В 1978–91 первый секретарь Дюртюлинского райкома, с 1994 глава администрации района и г.Дюртюли]
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 20 июлдә тыуғандар
- 1943 йылда тыуғандар
- Илеш районында тыуғандар
- 9 мартта вафат булғандар
- 1994 йылда вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Дүртөйлө районы башлыҡтары
- Дүртөйлө ҡалаһы башлыҡтары
- КПСС-тың Башҡортостан райком комитетының беренсе секретарҙары
- Шәхестәр:Дүртөйлө районы
- Шәхестәр:Дүртөйлө
- Шәхестәр:Илеш районы