Баҙыҡов Рәшит Ғәзиз улы
Баҙыҡов Рәшит Ғәзиз улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 20 июль 1932 (90 йәш) |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | хирург[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт медицина университеты |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Баҙыҡов Рәшит Ғәзиз улы (20 июль 1932 йыл) — ғалим-табип-онколог. 1960 йылдан Республика клиник онкология диспансеры табибы, 1966 йылдан — бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1968—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР‑ы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш онкологы. Медицина фәндәре докторы (2000). РСФСР‑ҙың (1985) һəм Башҡорт АССР‑ының (1975) атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1973). Рәсәйҙең Дуҫлыҡ (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев (2012) ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1994).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡов 1932 йылдың 20 июлендә Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районының Митрәй-Әйүп ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
1942 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, ун йәшендә үҙ колхозында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай, өлкәндәр менән бер рәттән эшләй[1].
1950 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә һәм уны 1956 йылда тамамлай. 1956—1960 йылдарҙа Туймазы районының Ҡандры участка дауаханаһында табип-хирург булып эшләй. 1960—1962 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының Дөйөм хирургия кафедраһында клиник ординатурала уҡый.
1962 йылдан — хирург-онколог, 1966 йылдан — Республика онкология диспансерында дөйөм онкология хирургияһы бүлеге мөдире. 1968 йылдан дөйөм онкологияның хирургия бүлеге базаһында торакальный онкология бүлексәһен ойоштора. Уның Н. Н. Блохин исемендәге рнкология ғилми-тикшеренеү үҙәге һәм П. А. Герцен исемендәге Мәскәү Ғилми-тикшеренеү онкология институттары менән хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә бүлексә артабан илдә халыҡҡа юғары квалификациялы онкологик ярҙам күрһәтеү буйынса алдынғы була. Торакаль онкология бүлеге мөдире вазифаһында оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә 13 меңдән ашыу ҡатмарлы операция яһай. 1968 йылда уға Башҡорт АССР-ында иң беренсе юғары категориялы хирург-онколог квалификацияһы бирелә[1].
1975 йылдан — медицина фәндәре кандидаты, 2000 йылдан — медицина фәндәре докторы. Онкология хирургияһы буйынса 160-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы[1].
1975 йылда «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы»[1], 1986 йылда — «РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы» исеменә лайыҡ була[2].
1994 йылдан — Өфө ҡалаһының почётлы гражданы[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1986)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1975)
- Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (22.05.2000[3])
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн»
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
- «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл» миҙалы
- Салауат Юлаев ордены (2012)
- Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (1994)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баҙыҡов Рәшит Ғәзиз улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 июль 2022)
- Сайт горсовета Уфы. Почётные гражданы. Бадыков Рашит Газизович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 июль 2022)
- 20 июлдә тыуғандар
- 1932 йылда тыуғандар
- Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табиптары
- Өфө ҡалаһының почётлы граждандары
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған табиптары
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Медицина фәндәре докторҙары
- Башҡортостанда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр