Эстәлеккә күсергә

Солтанов Хәтмулла Аҫылгәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәтмулла Аҫылгәрәй улы Солтанов
Тыуған ваҡыты

20 июль 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) Кәпәй-Ҡобау ауылы

Үлгән ваҡыты

4 март 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (69 йәш)

Вафат урыны

Туймазы районы Ҡандра ауылы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

Хеҙмәт итеү йылдары

19411946

Хәрби звание

Гвардия өлкән сержанты

Часть

8-се гвардия армияһы

Наградалар һәм премиялар
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены
Отставкала

нефть сығарыу буйынса инженер

Солтанов Хәтмулла Аҫылгәрәй улы (20 июль 1924 йыл4 март 1994 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсы, гвардия өлкән сержанты. Нефтсе. СССР-ҙың 9-сы, 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIV, XXV һәм XXVI съездары делегаты. Дан орденының тулы кавалеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969).

Хәтмулла Аҫылгәрәй улы Солтанов 1924 йылдың 20 июлендә[1] (ҡайһы бер башҡа мәғлүмәттәр буйынса 20 августа) Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) Кәпәй-Ҡобау ауылында тыуған. Милләте башҡорт.

1939 йылда туған ауылы мәктәбенең 7 синыфын тамамлағандан һуң, Приморье крайының Сучан (хәҙерге Партизанск) ҡалаһына китә һәм 1941 йылға тиклем «Сучануголь» шахтаһында эшләй.

1941 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армияға алына, 63-сө кавалерия дивизияһының 67-се кавалерия полкында хеҙмәт итә. 1943 йылда Ҡазан пехота училищеһында уҡый.

1943 йылдың ғинуарынан Бөйөк Ватан һуғышының Үҙәк, Белоруссия һәм 1-се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. 8-се гвардия армияһы 57-се гвардия уҡсылар дивизияһы 174-се гвардия уҡсылар полкы 3-сө уҡсылар батальонының танкыға ҡаршы ҡоралдарының взвод бүлеге командиры булып хеҙмәт итә.

1945 йылдың 15 ғинуарында Грабна-Воля (Польша) тирәһендәге алыштарҙа Солтанов бер туҡтауһыҙ фашист ғәскәрҙәренә ҡарай ут аса, ике немецты юҡ итә, һөҙөмтәлә дошман һөжүме кире ҡағыла. Бында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 7 февралдә III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә. 1945 йылдың 2 мартында Ратшток (Германия) эргәһендәге алыштарҙа 8 дошман пехотасыһын юҡ итә, берәүһен тотҡонлоҡҡа ала. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1945 йылдың 13 апрелендә II дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә[2].

1945 йылдың 16 апрелендә Альт-Тухенбанд (Германия) эргәһендәге алыштарҙа Солтанов дошман тылына үтеп инеп пулемёт нөктәһен һәм 4 немец һалдатын юҡ итә. Был алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1945 йылдың 15 майында I дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә[2].

1946 йылда демобилизацияланғас, туған яғына ҡайта. «Башнефтеразведка» тресында эшләй[3]. 1948 йылдан Туймазы районы Ҡандра ҡасабаһында йәшәй һәм Туймазы быраулау эштәре идаралығында эшләй:

  • башта быраулау эшсеһе,
  • 1949 йылдан — быраулаусы ярҙамсыһы,
  • 1950 йылдан — быраулаусы,
  • 1970—1989 йылдарҙа быраулау мастеры[4].

Дәүләкән, Михайловка, Добровольный нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. ХХ быуаттың 60-сы йылдарында Һиндостанға командировкаға бара, бында һинд белгестәрен уҡыта, эҙләнеүҙәр барған урында нефть табыла[3].

8-се биш йыллыҡ план йылдарында быраулау мастеры Хәтмулла Солтановтың бригадаһы 63,4 мең һум аҡса экономиялай, өҫтәмә рәүештә 12 мең м³ тау тоҡомдары быраулай. 8-се биш йыллыҡ пландарын уңышлы үтәгәне өсөн 1971 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була[4].

1945 йылдан КПСС ағзаһы. СССР-ҙың 9-сы, 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. КПСС-тың XXIV, XXV һәм XXVI съездары делегаты[4].

1994 йылдың 4 мартында Туймазы районы Ҡандра ҡасабаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
  • Нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969)
  • 1-се дәрәжә Дан ордены (15.05.1945)
  • 2-се дәрәжә Дан ордены (13.04.1945)
  • 3-сө дәрәжә Дан ордены (07.02.1945)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1966)
  • Ленин ордены (1971)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1976)
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • миҙалдар
  • Бүздәктә һәм Туймазы Хәтмулла Солтановҡа һәйкәл, туған ауылы Кәпәй-Ҡобауҙа — бюст ҡуйылған.
  • Ҡандра һәм Туймазы урамдары Хәтмулла Солтановтың исемен йөрөтә.
  • Көпәй-Ҡобау мәктәбенә Хәтмулла Солтановтың исеме бирелгән.