Ҡотошов Наил Муллайән улы
Ҡотошов Наил Муллайән улы | |
рус. Наиль Муллаянович Кутушев | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 июль 1926 |
Тыуған урыны | Бүздәк, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 23 февраль 2007 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Эш урыны | Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты |
Уҡыу йорто | Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре кандидаты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ҡотошов Наил Муллайән улыы (1926—2007) — дәүләт эшмәкәре, иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1926 йылдың 20 июлендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны Табанлыкүл ауылы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Бүздәк ауылында тыуған.
1949 йылда Өфө авиация институтын (хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты) тамамлаған.
Институтты тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында эшләй. 1953 йылдан Илеш районының Йәркәй МТС-ында баш инженер, 1954 йылдан — директоры булып эшләй. 1961-66 йылдарҙа Туймазы район, ҡала КПСС комитетының 1-се секретары.
БАССР-ҙың көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министры (1970—1987), Башҡорт АССР-ының Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары (1966—1970 һәм 1956—1961 йылдарҙа). Иҡтисад фәндәре кандидаты (1981). Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996). 4-11-се саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты.
Мәскәү технология институтының Өфө филиалын булдырыу инициаторы һәм ойоштороусыһы (хәҙер УГАЭС)[1], 1987—2007 йылдарҙа шунда эшләй, шул иҫәптән уҡытыусы булып.[2]
80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
2007 йылдың 23 февралендә Өфөлә вафат була.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин ордены (1966).
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1956, 1981),
- «Почет билдәһе» ордены (1971).
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кутушев, Наиль Муллаянович. Совершенствование системы бытового обслуживания [Текст] / Н. М. Кутушев, Е. М. Резбаев; [ред. А. Д. Сизова]. — М. : Легпромбытиздат, 1985. — 128 с. — (Предприятие — самостоятельность и ответственность). — ISBN 5-КНМ-ССБО : 0.40 р.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гордимся прошлым, строим будущее. УГАТУ 85 лет / сост. М. А. Филимонов; Уфимск. гос. авиац. техн. ун-т. — Уфа : РИК УГАТУ, 2017. — 379 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Некролог 2017 йыл 16 август архивланған.
- ↑ Постановление ВС Башкирской АССР от 28.09.1989 «Об образовании Депутатской комиссии Верховного Совета Башкирской АССР» 2016 йыл 5 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 20 июлдә тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 23 февралдә вафат булғандар
- 2007 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- 11-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 10-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 9-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 4-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 5-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 6-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 7-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- КПСС ағзалары
- Иҡтисад фәндәре кандидаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр