Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы
Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы | |
Файл:Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы (логотип).jpg | |
Тип |
Асыҡ акционерҙар йәмғиәте |
---|---|
Нигеҙләнгән | |
Уранлашыуы | |
Төп фигуралар |
конкурс буйынса управляющийы Нудельман Александр Владимирович |
Тармаҡ |
Станоктар эшләү |
Продукция |
металл эшкәртеү ҡорамалдары |
Әйләнеш |
324 млн. руб. (2010 г.)[1] |
Операцион килем |
0 |
Килем |
0 |
Хеҙмәткәрҙәр һаны |
926 человек (2010 г.)[1] |
Сайт | |
Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы — металл эшкәртеү ҡорамалдарын етештереү буйынса ҙур станоктар эшләүсе предприятиеларҙың береһе. Рәсәй Федерацияһы предприятиеләр системаһын барлыҡҡа килтереүсе — тейешле теҙмәгә индерелгән станоктар эшләүсе биш предприятиеның береһе.
Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы станоктар эшләүсе эре предприятие һанала. Продукция: индекслы боролошло, йәки инструмент шпинделе вертикаль йәки горизонталь күсәр менән глобус өҫтәлле, эшкәртеү үҙәге һанлы программа менән идара ителеүсе быраулы-фрезерлы-ҡырғыслы токарлыҡ станоктары; универсаль быраулау станоктары һәм башҡалар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1865 йылда Одесса ҡалаһында «Юғарыла раҫланған ширҡәт „Беллин-Фендерихъ“ механика һәм суйын ҡойоу заводы», ауыл хужалығы ҡоралдары, локомобиль, порт механизмдары сығара. 1925 йылда завод токарлыҡ, фрезерлы, ҡырғыс, йышыу станоктарын етештереүҙе үҙләштергән. 1940 йылда Одессаның В. И. Ленин исемендәге станоктар эшләү заводында 24 52 кеше эшләй, шул иҫәптән 362 инженер-техник хеҙмәткәрҙәр.
1941 йылдың 3 июлендә Одессанан завод Стәрлетамаҡ ҡалаһына эвакуацияланған, унда шул уҡ йылдың 24 августта килеп етә. Яңы урында завод 1941 йылдың 11 октябрендә ҡайтана эшләй башлай.
Завод 1943 йылда Ленин орденына лайыҡ булған. 1940 йылдың 2-се яртыһында предприятие ағым менән универсаль станоктар етештереүҙе ла үҙләштерә. Ошо уҡ осорҙа заводтың һөнәри махсуслашыуы раҫлана: универсаль вертикаль быраулау, уртаса ҙурлыҡтағы вертикаль хонлау станоктарын етештереү.
1960-1970 йылдарҙа производство ҡеүәттәрен арттыра, һанлы программа менән идара ителеүсе сериялы станоктар етештереү үҙләштерелгән, 1980—1990 йылдарҙан төп продукция төрҙәрен тәшкил итеүсе — күп маҡсатлы станоктарҙың агрегат комплексы, быраулы-фрезерлы-ҡырғыслы ИР-800 эшкәртеү үҙәктәре.
1990 йылда «В. И. Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы» АЙ-енә үҙгәртелә. 1994 йылда предприятиела 2670 кеше эшләгән.
1998 йылда «В. И. Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы» АЙ-е мөлкәтен өлөштәргә бүленә, уның базаһында асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Стәрлетамаҡ-М. Т. Е» төҙөлә, ул юридик яҡтан заводтың вариҫы түгел.
Бынан һуң «В. И. Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы» АЙ-те бурысҡа бата һәм 2002 йылда тарҡатыла[2].
«В. И. Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы» АЙ-тенең мөлкәт комплексы ҡалдыҡтарын Асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Стәрлетамаҡ-М. Т. Е» һатып ала.[3]
2003 йылда «Стәрлетамаҡ-М. Т. Е.» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡыҫҡартылған атамаһын һаҡлап, исемен «Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы» ААЙ-те тип үҙгәртә[4].
2004 йылда «Станкомонтаж» ААЙ-те[5] ойошторолған, уны ойоштороусылар — «Стерлитамак-М. Т. Е» ААЙ-те һәм Башҡортостан Республикаһы. 2006 йылда Башҡортостан Республикаһы пакеты «Башҡорт тракторының» устав капиталына индерелә. 2010 йылдан «Стерлитамак-М. Т. Е.» ААЙ-нең пакеты В. П. Заточныйға күсә, 2013 йылдан «САНТ төркөмө» ЯСЙ-тенең аффилирланған кешеләренә тапшырыла.
2011 йылдың сентябрь башында В. Н. Жариновтың яңғыҙаҡ ҡарары менән «Станкомонтаж» ААЙ -те эшмәкәрлеген туҡта.
2010 йылда завод менән бер адреста 10 000 һум устав капиталы менән яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт «Стәрлетамаҡ станоктары тышҡы сауҙа компанияһы» (ООО «ВТК СТЕМ») ойошторола. Уның берҙән-бер ойоштороусыһы һәм етәксеһе Зөлфиә Хадиева Фаилевна — заводтың алыштырғыһыҙ (1996 йылдан алып) тышҡы иҡдисади бәйләнеш начальнигы була. Был ойошма завод продукцияһын һатыусы булып сығыш яһай һәм конкурс массаһын 95 миллион һумдан ашыуға кәметеү өсөн (активтарҙа сығарыу) ҡулланыла. Бындай уүренештәр суд акттары (№ А07-4656/2010) менән дәлилләнгән, конкурс идараһы был ойошма менән килешеү ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныу тураһындағы ғариза бирә.
2011 йылда сираттағы структура булдырыла — «Станоктар заводы» ААЙ-те, ойоштороусыһы заводтың элекке баш конструкторы Зинов Валерий Лукьянович; яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә ҡуртымға йыйыу производствоһы һәм бер нисә цех тапшырыла.
Бөгөнгө предприятие
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2003 йылда предприятие үҙ эсенә 15 цехты һәм етештереү участкаларын, шул иҫәптән суйын һәм төҫлө металл ҡойоу; 5 механика, 2 механика йыйыу, йыйыу һәм башҡа; ҡайһы бер үҙәктәр. һәм идаралыҡ, шул иҫәптән, техник хеҙмәтләндереү, конструкторлау, технология, иҡдисад-анализ үҙәге, маркетинг менән идара итеү һәм башҡа үҙәктәр.
2010 йыл һөҙөмтәләре буйынса предприятие Рәсәйҙә 2000 шт етештерелгән металл ҡырҡыусы станоктарҙың 25 % — ын эшләгән (516 шт. (шул иҫәптән универсаль быраулау станоктары).[6][7]
2010 йылдың 19 мартында предприятиеға күҙәтеү процедураһы индереү тураһында Федераль һалым хеҙмәтенә ғариза бирелгән — банкротлыҡ тураһында закон ҡаралғанда иң беренсе процедура.[8]
Предприятиеға ҡарата 2011 йылдың 25 майында Башҡортостан Республикаһы Арбитраж суды билдәләүе буйынса № А07-4656/2010 эшенә ярашлы күҙәтеү процедураһы индерелә. БР арбитраж суды[9] 8 августта заводты банкрот тип иғлан итә, конкурс производствоһы асыла.
Суд ҡарары менән генераль директор вазифаһында 25 йылдан ашыу эшләгән В. Н. Жаринов эшенән бушатыла, конкурс нигеҙендә идарасы итеп Александр Владимирович Нудельман раҫлана. Кредиторҙар алдындағы бурыс 800 миллиондан ашыу тәшкил итә.
Кредиторҙарҙың реестрға индерелгән талаптары 800 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Эре кредиторҙар:
- «СТАН» ААЙ-те (400 миллион һумдан ашыу);
- «МТЕ Финанс» ЯАЙ-те (220 миллион һумдан ашыу);
- Рәсәй ИНХ (100 миллион һумдан ашыу).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Перечень системообразующих организаций России
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 «Пояснительная записка к годовому отчету ОАО «Стерлитамакский станкостроительный завод» за 2010 г.
- ↑ Список эмитентов: 464. 2008 йыл 12 апрель архивланған.
- ↑ Достояние республики Forbes 03 июля 2005 г.
- ↑ Результат обработки запроса по ИНН 0268022150
- ↑ ООО «Станкомонтаж»
- ↑ Пояснительная записка к годовому отчету ОАО «Стерлитамакский станкостроительный завод» за 2010 г. 2012 йыл 14 октябрь архивланған.
- ↑ РФ против РСФСР: некоторые промышленные показатели
- ↑ дело № А07-4656/2010
- ↑ http://kad.arbitr.ru/PdfDocument/82b70f98-84ef-4464-b5ab-076ac3395b71/A07-4656-2010_20120808_Prochie%20sudebnye%20dokumenty.pdf
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт 2017 йыл 18 сентябрь архивланған.
- Стерлитамакский станкостроительный завод.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 544. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- Олег Першин. ОАО «Стерлитамакский станкостроительный завод» — 70 лет // Стерлитамакский рабочий : газета. — Стерлитамак, 7 октября 2011.
- "Новости станкостроения". Стерлитамакский станкостроительный завод (2010).(урыҫ.) (2010).
- Арбитражный суд Республики Башкортостан. Дело № А07-4656/2010 . Раздел "Картотека дел". Официальный сайт Высшего Арбитражного суда РФ (19 март 2010). Дата обращения: 20 март 2012.(урыҫ.). Раздел «Картотека дел». Официальный сайт Высшего Арбитражного суда РФ (2010-03-19). 20 март 2012 тикшерелгән.
- Андрей Куликов Чудеса станкостроения // Независимая газета : газета. — Москва, 20 мая 2008.
- Олег Десятов За дымовой завесой громких фраз // Труд : газета. — Москва, 23 января 2008.
- С чистой прибылью нечисто // Труд : газета. — Москва, 14 декабря 2007.