Мәһәҙиев Марат Шәриф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мәһәҙиев Марат Шәриф улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 20 июль 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (58 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ғафури районы, Сәйетбаба ауыл Советы, Сәйетбаба ауылы
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Рәсәй химия-технология университеты[d]

Мәһәҙиев Марат Шәриф улы (рус. Магадеев Марат Шарифович) (20 июль 1962 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1987—1990 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Стәрлетатаҡ ҡала комитетының икенсе һәм беренсе секретары, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының йәштәр эштәре, физик культура һәм туризм буйынса комиссия рәйесе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәһәҙиев Марат Шәриф улы 1962 йылдың 20 июлдә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1985 йылда Д. И. Менделеев исемендәге Мәскәү химия-технология институтын (хәҙерге Российский химико-технологический университет имени Д. И. Менделеева) тамамлаған.[1]

Хеҙмәт юлын 1979 йылда «Салауатнефтемаш» производство берекмәһендә башлай. Институтты тамамлағас смена начальнигы, «Каустик» производство берекмәһенең комсомол комитеты секретары була. 1987—1990 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Стәрлетатаҡ ҡала комитетының икенсе һәм беренсе секретары була. [2]

Стәрлетамаҡ ҡалаһы 140-сы Юго-Западный һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының йәштәр эштәре, физик культура һәм туризм буйынса комиссия рәйесе. [3]

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Сайт УГАТУ
  2. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]