Сәйетбаба
Сәйетбаба | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Сәйетбаба ауыл Советы |
Почта индексы | 453064 |
Сәйетбаба, икенсе исеме Мырҙаҡай — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районында урынлашҡан ауыл. Сәйетбаба ауыл Советы үҙәге. Донъялағы иң ҙур башҡорт ауылы. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2452 кеше[1]. Почта индексы — 453064, ОКАТО коды — 80221828001.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1836 йыл | |||||
1850 йыл 27 сентябрь | |||||
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 2452 | 1233 | 1119 | 50,5 | 49,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Красноусольский): 57км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл (Ғафури районы)): 72 км
- Башҡортостандың географик үҙәге, таш ҡуйылған урын (Ерек ауылы): 17 км
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сәйетбаба — яҡынса 300 йыллыҡ тарихҡа эйә булған республикалағы иң ҙур башҡорт ауылдарының береһе. Был тирәлә элек-электән Кесе Табын ырыуы башҡорттары йәшәгән. Ғалимдарҙың иҫбатлауынса, кесе табындарҙың йәйләүҙә мал көтөүҙән ултыраҡ тормошҡа күсеп йәшәй башлауҙары ХVIII быуат баштарына тура килә. Сәйетбаба ауылына ла ана шул осорҙа нигеҙ һалынған. Ауылдың икенсе исеме — Мырҙаҡай. Сәйетбаба менән Мырҙаҡай икеһе — бер туған тарихи шәхестәр. Улар икеһе лә Өйә йылғаһы буйына ауыл нигеҙләгән һәм һуңғараҡ был ауылдар ҙурайып, бергә тоташҡан.
Башҡа ауыл кешеләре кеүек Сәйетбаба халҡы ла, башлыса, малсылыҡ, ҡортсолоҡ, игенселек менән шөғөлләнгән, ағастан яһалған төрлө йыһаздар, тирмән таштары, сарҙар эшләп һатҡан. ХIХ быуат аҙағында ауылда ике мануфактура, дүрт аҙыҡ-түлек кибете булған, һәр кесе йома һайын баҙар уҙғарылған, һыу тирмәне эшләгән. ХХ быуат башын барлағанда инде ауылдағы өс мәсеттең икеһе эргәһендә ике мәҙрәсә һәм мәктәп эшләгәне билдәле.
1937 йылдан ете йыллыҡ мәктәп урта мәктәп итеп үҙгәртелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Жәлил Кейекбаев — мәктәп директоры, күренекле яҙыусы Сәғит Агиш уның урынбаҫары булып эшләй. 1969 йылда белем усағына Жәлил Кейекбаев исеме бирелә. Ауылдан сыҡҡан күренекле шәхестәр — төбәктең, халҡыбыҙҙың һынмаҫ терәге лә, ғорурлығы ла. Жәлил Кейекбаев, Әнүр Вәхитов, Кәбир Аҡбашев, Гөлнур Яҡупова, Лира Фәйзуллина, Ҡунафин Ғиниәт Сафиулла улы, Әбүбәкер Ишмырҙин, Мәҡсүт Шәйхулов һәм башҡа шәхестәрҙе, ғалимдарҙы, атҡаҙанған мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәрен ауылдың күркәм һәм сағыу биҙәге тип атарға мөмкин.
Бөгөн иһә Сәйетбабала 620-нән ашыу йортта 2000-гә яҡын кеше йәшәй. Ауыл халҡы ҡортсолоҡ, ҡул эштәре, малсылыҡ менән шөғөлләнә. [2]
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәхитов Әнүр Хисмәт улы, әҙәбиәт ғалимы һәм яҙыусы
- Ишемйәров Марат Һәҙиәт улы, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе
- Ишмырҙин Әбүбәкер Әхмәҙулла улы (3.12.1936), ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2005).
- Йәноҙаҡов Аҙнабай Сәғит улы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры
- Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы, тел ғалимы һәм яҙыусыһ
- Ҡунафин Ғиниәт Сафиулла улы, әҙәбиәт ғалимы.
- Лира Фәйзуллина, Башҡортостан радиоһының тәүге дикторҙарының береһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
- Шәйхулов Нурислам Фәтхелислам улы (16.02.1929—27.09.1996), дәүләт хеҙмәткәре, уҡытыусы, журналист һәм яҙыусы. 1968—1975 йылдарҙа Белорет районының Егәҙе ауыл Советы рәйесе. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967)[3].
- Шәрипов Миҙхәт Вилдан улы (8.07.1948), журналистика ветераны, «Башҡортостан» һәм «Кызыл таң» республика гәзиттәренең элекке үҙ хәбәрсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Юлдыбаева Гөлнар Вилдан ҡыҙы (28.12.1976—26.11.2020), ғалим-фольклорсы. 1997 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты лаборанты, 2003 йылдан — кесе ғилми хеҙмәткәр, 2007 йылдан — ғилми хеҙмәткәр, 2008 йылдан — өлкән, 2019 йылдан әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре кандидаты (2006)[4].
- Яҡупова Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы, яҙыусы
Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Телсе ғалим Жәлил Кейекбаев музейы
- Сәйетбаба ауылы «Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге»
- Ауыл эргәһендә боронғо археологик ҡурғандар
- «Урман сәтләүеге» тәбиғәт ҡомартҡыһы
- «Әбйәлил ишан зыяраты» ҡомартҡыһы
- «Ташмөйөш»
- «Мәсет»
- «Һуғышта ҡатнашыусыларға мемориаль таҡта»
- Әтәс шишмәһе
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ «Усағында, йөрәгендә — Һүнмәҫ уттар, Сәйетбаба». Йәшлек гәзитенән
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Шәйхулов Нурислам Фәтхелислам улы (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2019)
- ↑ В Уфе скончалась молодой ученый, эпосовед Гульнар Юлдыбаева. ИА «Башинформ», 27 ноября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2020)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәйетбаба // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2019)
- Сәйетбаба ауылы сайты
- Саитбаба на портале «Генеалогия и Архивы»
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |