Оло Үтәш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Оло Үтәш
рус. Большой Утяш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ғафури районы

Ауыл биләмәһе

Еҙем-Ҡаран ауыл Советы (Ғафури районы)

Координаталар

54°13′14″ с. ш. 56°30′45″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

XVIII быуаттың 2-се яртыһы

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1795

Халҡы

172[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Конфессиональ составы

мосолман-сунниттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453068

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 221 816 004

ОКТМО коды

80 621 416 116

Оло Үтәш (Рәсәй)
Оло Үтәш
Оло Үтәш
Оло Үтәш (Башҡортостан Республикаһы)
Оло Үтәш

Оло Үтәш (рус. Большой Утяш) — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 172 кеше[2]. Почта индексы — 453068, ОКАТО коды — 80221816004.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 172 88 84 51,2 48,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Еҙем‑Ҡаран ауыл Советы составында. Район үҙәгенән төньяҡта 46 саҡрым һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнсығышта 67 саҡрым алыҫлыҡта Тәпәреш йылғаһы[3] буйында урынлашҡан. Ауылға XVIII быуаттың 2‑се яртыһында Нуғай даруғаһы Кесе Табын улусы башҡорттары аҫаба ерҙәрендә Үтәш исеме менән нигеҙләй, тип фаразлана. 1795 йылда Үтәш исеме менән 3 ауыл иҫәпкә алына: беренсе ауылда 7 йортта 88 кеше, икенсеһендә 40 йортта — 171 кеше, өсөнсөһөндә 10 йортта — 90 кеше йәшәгәнлеге теркәлгән. 1865 йылда Оло Үтәштә 40 йортта 255 кеше йәшәгән. Оло Үтәш ауылында X ревизия мәғлүмәттәре буйынса 41 йорт, Кесе Үтәштә 32 йорт булған. Икеһенең дөйөм һаны 346 ир-ат һәм 344 ҡатын-ҡыҙ булған. Урта Үтәш X ревизия менән күрһәтелмәгән. 1816 йылда үткәрелгән VII ревизияла Үтәш ауылдарында 80 йорт хужалығының 14 күп ҡатынлы ғаиләһе (17,5 %) теркәлгән. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар: Ҡорманғол Әлмөхәмәтов, Абдулла Рафиҡов, Мәүлитҡол Мөҡшинов, Мөхәмәтйәр Буранғолов, Ҡотлогилде Әбүкәев, Сәбифетдин Ишморатов, Исхаҡ Яманов, Кинйәғол Хәлитов, Йомағол Әмиров, Мостафа Әсәҙуллин, Таип Таңгынов һәм Сәйетборхан Ҡотлобаев «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылдағы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» миҙалдары менән бүләкләнгән. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сана һәм утын саналары яһау менән шөғөлләнгән. Мәсет, училище булған. 19191920 йылдарҙа — Табын кантоны үҙәге[4]. Халҡы: 1906 йылда — 317 кеше; 1920 йылда — 434 кеше; 1939 йылда — 621 кеше; 1959 йылда — 416 кеше; 1989 йылда — 248 кеше; 2002 йылда — 213 кеше; 2010 йылда — 172 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар[5]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемдәре:[6]

Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружбы (улица))

Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица))

Яңы урам (рус. Новая (улица))

Йылға урамы (рус. Речная (улица))

Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))

Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]