Мораҙ
Ауыл | |
Мораҙ рус. Мураз | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Мәндем-Мораҙ |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453063 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Мораҙ (рус. Мураз) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 124 кеше[2]. Почта индексы — 453063, ОКАТО коды — 80221819003.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 124 | 60 | 64 | 48,4 | 51,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Красноусольский): 52 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡарағай): 2 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 59 км
Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мораҙ Имәндәш ауыл Советы биләмәһендә. Район үҙәгенән төньяҡ‑көнсығышта 52 саҡрым һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнсығышта 59 саҡрым алыҫлыҡта Мәндем йылғаһы буйында урынлашҡан[3]. Ауылға XVIII быуаттың 2‑се яртыһында Нуғай даруғаһы Кәлсер-Табын улусы башҡорттары аҫаба ерҙәрендә Мораҙ исеме менән нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Мораҙ Сөләймәновтың исеме менән аталған. Уның Юлдаш (1736—1818) исемле улы булыуы билдәле. Ейәне Сәйет, ейәнсәренең улы Ғүмәр, бүләһе Фәхретдин исемле булған. Хөсәйен Абушахманов һәм Алившә Үтәгәнов 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ауыл Мәндем‑Мораҙ булараҡ билдәле булған. 1795 йыылда Мораҙ исеме менән 2 ауыл теркәлгән: береһендә 3 йортта 22 кеше йәшәгән, икенсеһендә 6 йортта — 35 кеше, 1865 йылда улар бергә иҫәпләнгән, 20 йортта — 88 кеше. 1839 йылғы мәғлүмәттәр буйынса 19 йортта (100 кеше) 70 йылҡы малы, 58 һыйыр, 22 һарыҡ һәм 23 кәзә аҫырағандар. Һәр кешегә 2,6 бот иген сәскәндәр. 30 дәдән һәм 15 солоҡ умарталары булған. 1896 йылда 21 йортта 132 кеше булыуы күрһәтелә. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгән. Мәсет булған. 1906 йылда һыу тирмәне теркәлгән. Совет осорондағы 1920 йылғы иҫәп алыуҙа 38 өйҙә 167 кеше йәшәгән[4]. Халҡы: 1906 йылда — 129 кеше; 1920 йылда—167 кеше; 1939 йылда—195 кеше; 1959 йылда—189 кеше; 1989 йылда—145 кеше; 2002 йылда—118 кеше; 2010 йылда—124 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)[3].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[5]
1 Май урамы (рус. 1 Мая (улица))
Мәндем урамы (рус. Мендимская (улица))
Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
Тарихи ваҡиғалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үткәрелә (11 июль 2016 йыл)[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 Башҡорт энциклопедияһы. Мораҙ ауылы
- ↑ А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 156-сы б. 2022 йыл 24 апрель архивланған.
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Мораҙ ауылы
- ↑ Индира Ишкина. Һағындыра бит ул тыуған яҡ . Табын гәзите сайты (11 июль 2016). Дата обращения: 15 май 2019.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мораҙ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 май 2022)
- А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 156-сы б. 2022 йыл 24 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 май 2022)
- Индира Ишкина. Һағындыра бит ул тыуған яҡ . Табын гәзите сайты (11 июль 2016). Дата обращения: 15 май 2019.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
[[b:Һағындыра_бит_ул_тыу 2017 йыл 27 декабрь архивланған.ған_яҡ|Мораҙ ]] Викидәреслектә | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |