Юлыҡ (Ғафури районы)
Ауыл | |
Юлыҡ рус. Юлуково | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар, урыҫтар, татарҙар |
Конфессиональ составы |
мосолмандар, православныйҙар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453067 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Юлыҡ (рус. Юлуково) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 741 кеше[2]. Почта индексы — 453067, ОКАТО коды — 80 221 822 004.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 741 | 368 | 373 | 49,7 | 50,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Красноусольский): 52 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡауарҙы): 8 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 68 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юлыҡ Ҡауарҙы ауыл Советы составында. Район үҙәгенән төньяҡ‑көнсышта 52 саҡрым һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнсығышта 68 саҡрым алыҫлыҡта Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Күрпәс‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 йылдан билдәле. 1795 йылда 59 йортта 334 кеше, 1865 йылда 75 йортта — 622 кеше йәшәгән. Ауыл кешеләре малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгән. 1906 йылда мәсет, училище теркәлгән. Зауряд-хорунжий Шарипҡул Аманғолов, Динмөхәмәт Үтәғолов, Юлмөхәмәт Ҡайғолов, Хәсән Азаматов, Кинйәбулат Байков, Иштуған Әүлиәров, Хабибулла Ураҡаев, Абдулманнаф Ниғмәтуллин, Ишкин Тләкбаҡыев, Абдулмәжит Урманшин 13-сө полк составында 1814 йылдың 19 мартында Парижды алыуҙа ҡатнаша.[3]. Халҡы: 1906 йылда — 737 кеше; 1920 йылда — 843 кеше; 1939 йылда — 1132 кеше; 1959 йылда — 905 кеше; 1989 йылда — 835 кеше; 2002 йылда — 805 кеше; 2010 йылда — 741 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Дөйөм урта белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[4].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың исеме Юлыҡ исемле кеше исеменә бәйле икәнен дәлилләнә. Вәлиулла Ҡөлөмбәтовтың 1940 йылда Еҙем буйы башҡорттарынан яҙып алған яҙмаһында («Башҡорт халҡы ижады» II том) түбәндәгеләр һүрәтләнә: «Юлыҡ халҡы затынан Бәшәрғол исемле кеше кәләшенең нәҫелдәрен күрер өсөн Урал буйына барғанда, юлда быларҙың балалары тыуа. Уралға барып еткәс, ҡатынының нәҫелдәре «Юлда тыуған балаға Юлыҡбай тип исем бирегеҙ тигәндәр». Ата-инә шатланып риза булғандар. Бына ошо юлда тыуып, Уралда исем алған Юлыҡбай батыр ир-егет булып үҫеп етә. Салауат яуында ҡатнашып, шул яуҙа менгән толпары менән һәләк була. Дошман яуында үлгән Юлыҡбай батырҙың исемен мәңгеләштереү өсөн ауылды Юлыҡ тип атағандар». Был риүәйәттең дөрөҫлөгөн ауылдың йөҙйәшәр әбейе Алибаева Таһира ололарҙан ишеткән хәтирәләре иҫбатлай. Уның һөйләүе буйынса ауыл урынында Ҡушыҡ исемле ауыл булған. Ошо ауылдың кешеһе Тирәкленән (хәҙерге Архангель районындағы ауыл) кәләш алған. Шул ауылға барғанда улдары тыуған. Юлда тыуғанға балаларына Юлыҡ тип ҡушҡандар[5]. |
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[6]
Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружба (улица))
Еҙем урамы (рус. Зилимская (улица))
Еҙем тыҡрығы (рус. Зилимский (переулок))
М.Ғафури урамы (рус. М.Гафури (улица))
Мағаш урамы (рус. Магашская (улица))
Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))
Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баһауетдинова Миңлехана Ишмөхәмәт ҡыҙы (10 сентябрь 1953 йыл) — педагог, филология фәндәре кандидаты (1997), Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988), Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почетлы хеҙмәткәре (2005); З. Биишева исемендәге премия лауреаты (2007).
- Илфат Әбделәхәт улы Йомағолов (30 июнь 1962 йыл—22 сентябрь 2018 йыл) — СССР һәм Рәсәй театры һәм кино актеры. Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған артисы (1993).
- Фәрүәз Урманшин (23 май 1970 йыл) — йырсы, радиотапшырыуҙар алып барыусы, театр актёры, ҡурайсы. 2006 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы «Юлдаш» радиоһының «Яңылыҡтар» бүлеге алып барыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021).
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таһира әбей.Юлыҡ ауылы ҡайҙан килеп сыҡҡан?
- YouTube сайтында Видео Юлыҡ ауылы. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 153-сө б. 2022 йыл 27 март архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 май 2022)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы. Юлыҡ ауылы
- ↑ Историко-краеведческий сайт. Юлыҡ ауылының ҡыҫҡаса тарихы.
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Юлыҡ ауылы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юлыҡ (Ғафури районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 май 2022)
- А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 153-сө б. 2022 йыл 27 март архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 май 2022)
- Историко-краеведческий сайт. Юлыҡ ауылының ҡыҫҡаса тарихы
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Юлыҡ ауылы