Һабай (Ғафури районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Һабай
рус. Сабаево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ғафури районы

Ауыл биләмәһе

Ҡауарҙы ауыл Советы (Ғафури районы)

Координаталар

54°12′19″ с. ш. 56°41′11″ в. д.HGЯO

Халҡы

177[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453062

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 221 822 003

Код ОКТМО

80 621 422 116

Һабай (Рәсәй)
Һабай
Һабай
Һабай (Ғафури районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Һабай

Һабай (рус. Сабаево) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 177 кеше[2]. Почта индексы — 453062, ОКАТО коды — 80221822003.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 177 87 90 49,2 50,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Красноусольский): 58 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡауарҙы): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 70 км, Ҡарламан : 25 км, Таҙлар : 30 км.

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡауарҙы ауыл Советы составында. Район үҙәгенән төньяҡ‑көнсығышҡа 58 саҡрым һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнсығышға табан 70 саҡрым алыҫлыҡта Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға XVIIII быуаттың 2‑се яртыһында Нуғай даруғаһы Кәлсер‑Табын улусы башҡорттары аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала. Улус старшинаһы Һабай Ҡотлин исеме бирелгән[3]. Уның исеме һәм фамилияһы Кәлсер-Табын ырыуының шәжәрәһендә телгә алынған. Өлкән улы Иманғол (1760 йыл) Ишкилде һәм Абдрахман улдары менән аталары ауылында төпләнә, ә кеселәре Ишемйәр (1789 йыл) һәм Ибраһим һабаевтар Юлыҡ ауылында йәшәй. Һабай Ҡотлин — әүҙем Пугачевсы, баш күтәреүселәр отрядына етәкселек итә.Әбделмәзит Миңлейәров, Һөйөндөҡ Ҡояшев, Муллағол Зыяшев, Ҡотлоюл Этҡолов, Иҡсан Урмансын, Кәлимулла Сыуашбаев һәм Алтынбай Көҫәпов 1812 йылғы Ватан һуғышында һуғышта әүҙем ҡатнашҡан. Бикмөхәмәт Әзәтов 1814 йылда 9-сы полк составында Парижды алыуҙа ҡатнашҡан һәм ике көмөш миҙал[4]менән бүләкләнгән. XVIII быуат аҙағында Дөйөм ерҙе межалау материалдарында иҡтисад тураһында түбәндәгеләр әйтелә: «Иген аҙ сәселгән. Йәнлек тотоу. Малсылыҡ». XIX быуаттың 30-сы йылдарында 155 ир-ат һәм 162 ҡатын-ҡыҙ, 408 ат, 380 һыйыр, 48 һарыҡ, 30 кәзә була. Ер эшкәртеү башланғыс осоронда була: 1842 йылда 317 кешенең һәр береһенә бер бот ҡына иген сәселә[5].

1795 йылда 47 йортта 278 кеше йәшәй, 1865 йылда 30 йортта — 171 кеше. Ауыл кешеләре малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, һунар, сана яһау, урман кәсептәре менән шөғөлләнгән. Мәсет булған. Хал­ҡы: 1906 йылда — 197 кеше; 1920 йылда — 276 кеше; 1939 йылда — 397 кеше; 1959 йылда — 376 кеше; 1989 йылда — 223 кеше; 2002 йылда — 197 кеше; 2010 йылда — 177 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар[3].

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемдәре:[6]

Көнсығыш урам (рус. Восточная (улица))

Ғафаров урамы (рус. Гафарова (улица))

Еҙем урамы (рус. Зилимская (улица))

Үҙәк урам (рус. Центральная (улица)

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]