Аҡкүл (станция)
Аҡкүл | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Аҡкүл ауыл советы |
Хужаһы | Куйбышев тимер юлы |
Рәсми асылыу датаһы | 1936[1] |
Киләһе туҡталыш | 95 км[d] һәм Дарьино[d] |
Тимер юл һыҙаты | Карламан — Мурапталово[d] |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Код станции | 652301[1] |
Аҡкүл (урыҫ.Белое озеро) —Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлегендәге 5 класлы станция. Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Аҡкүл ауыл советына ҡараған Аҡкүл ауылында урынлашҡан,
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1934 йылда Өфөнән тимер юл Ишембай нефть ятҡылығына табан һуҙыла. Аҡкүл станцияһы Дим — Ишембай (хәҙер Өфө— Ырымбур) тимер юл тармағында булдырылған.
Бында барлыҡҡа килгән тимер юл эшселәре ҡасабаһы 2007 йылдың 10 сентябренә тиклем Аҡкүл станцияһы ауылы тип атала.
Урыны һәм инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимер юл станцияһы Аҡкүл ауылында урынлашҡан. Унда автотранспорт менән барып була. Станцияға тиклем йәмәғәт транспорты йөрөмәй. Станциянан 2,0 км көньяҡтараҡ тимер юл аша автомобиль юлы үтә (Талбазы, Табын, Красноусолға.[2]
Станция биләмәһендә дүрт юл һәм көнбайыш яҡта ситтә бер түбән уурынлашҡан оҙон платформа бар. Вокзал бинаһы ҙур түгел, 07:30 алып 16:30 тиклем касса эшләй.[3] Станцияла үтәлгән коммерция операциялары: станцияларҙың асыҡ майҙансыҡтарында һаҡларға рөхсәт ителгән йөктәрҙе вагондар менән ҡабул итеү һәм тапшырыу; юлдарҙа брутто ауырлығы 24 (30) һәм 30 т булған универсаль контейнерҙарҙағы йөктәрҙе ҡабул итеү һәм тапшырыу; станция яны юлдарында һәм дөйөм файҙаланыуға тәғәйенләнмәгән урындарҙа йөктәрҙе ҡабул итеү (вагондар менән, ваҡлап, вагондарға тултырып тейәп); 20 һәм 24 т брутто ауырлыҡтағы универсаль контейнерҙарҙа килгән юлдарҙа йөктәр ҡабул итеү һәм тапшырыу; бөтә пассажир поездарына ла билет һатыу. Багажды ҡабул итеү һәм кире биреү.
Алыҫҡа йөрөүсе поездар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]№ 371/372 Өфө — Андижан һәм 381/382 Өфө — Ташкент пассажир поездары станцияһы Аҡкүл станцияһында туҡталды.
Элек ҡайһы бер алыҫҡа йөрөгән поездар ҙа Аҡкүл станцияһында туҡтаған[4] :
Поезд | Маршрут | Көн |
---|---|---|
- | Өфө — Ырымбур | 2010 йылдан алып юҡ. |
- | Ырымбур — Өфө | 2010 йылдан алып юҡ. |
- | Кумертау — Мәскәү | 24.05.2012 йылдан алып юҡ. |
- | Мәскәү — Кумертау | 24.05.2012 йылдан алып юҡ. |
- | Кумертау — Санкт-Петербург | 10.2011 йылдан алып юҡ. |
- | Кумертау-Нижневартовск | 24.05.2012 йылдан алып юҡ. |
- | Кумертау — Яңы Уренгой | 24.05.2012 алып юҡ. |
381Ь | Ташкент — Өфө |
Ҡала яны поездары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡкүл станцияһы аша ҡала яны поездары үтә. Ҡалалар араһында РА1 һәм РА2 рельс автобустары йөрөй. 2020 йылдың мартындағы расписание буйынса Аҡкүл станцияһында түбәндәге поездар туҡтай:
- Стәрлетамаҡ — Ҡарлыман (көн һайын, 1 поезд Стәрлетамаҡ — Ҡарлыман, Ҡарлыман — Стәрлетамаҡ 2 поезд, Стәрлетамаҡҡа тиклем юлдағы вағыт — 1 сәғәт 7 минут — 1 сәғәт 15 минут)
- Стәрлетамаҡ — Өфө (көн һайын, 2 поезд, Стәрлетамаҡҡа тиклем юлдағы ваҡыт — 1 сәғәт , Өфөгә тиклем — 2 сәғәт 39 минут −2 сәғәт 48 минут 2)
Тағы ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 http://osm.sbin.ru/esr/esr:652301
- ↑ село Белое Озеро . Яндекс.Карты. Дата обращения: 30 март 2020.
- ↑ Станция Белое Озеро на сайте ждвокзалы.рф
- ↑ БЕЛОЕ ОЗЕРО (БЕЛОЕ ОЗЕРО). Расписание поездов. Поезда прибывающие и отправляющиеся из Белое Озеро. Заказ и бронирование ж/д билетов. www.rzdmsk.ru. Дата обращения: 30 март 2020.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҡ күл станцияһы стив коста
- Тимер юл станцияһына күл аҡ Паспорт проект «Фотолиния»
- Станция яны поездарының расписаниеһы буйынса хәрәкәт Аҡ Күл