Басыров Фәнил Миңлеғәле улы
Басыров Фәнил Миңлеғәле улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 12 февраль 1961 (63 йәш) |
Тыуған урыны |
Һабай, Ҡауарҙы ауыл Советы[d], Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | спортсы, Имам, человек, связанный со спортом |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Басыров Фәнил Миңлеғәле улы (12 февраль 1961 йыл) — еңел атлетика буйынса спорт мастеры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы, имам-хатиб, Ғафури районы имам-мөхтасибы (2021 йыл)
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнил Миңлеғәле улы Басыров 1961 йылдың 12 февралендә БАССР-ҙың Ғафури районының Һабай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. 1975—1978 йылдарҙа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡый һәм Өфө авиация институтына уҡырға инә. 1983 йылда уҡыуын тамамлағандан һуң, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә мастер ярҙамсыһы, инженер-көйләүсе, инженер, ағастан модель эшләүсе була.
1990 йылдан Басыров Ф. М. Ҡырғыҙ ССР-ының балалар спорт мәктәптәрендә еңел атлетика уҡытыусыһы булып эшләй. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы була. 1995—2009 йылдарҙа — Ғафури районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы.
Хәҙерге ваҡытта тыуған Ғафури районында йәшәй һәм эшләй, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә[1]. Ҡазандағы «Мөхәмәҙиә» юғары мәҙрәсәһен тамамлаған. Ҡауарҙы (2005 йылдан) һәм Һабай (2008 йылдан) ауылдары имам-хатибы[2]
Спорт карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Басыров Ф. М. мәктәп-интернатта уҡығанда физик культура уҡытыусыһы Кәримов Р. Г. етәкселегендә еңел атлетика менән шөғөлләнә. Өфө авиация институтында уҡыған йылдарында Арефьев В. С. етәкселегендә күнекмәләр үтә һәм бер нисә тапҡыр «Буревестник» йәмғиәтенең бөтә Союз ярыштарында еңеүсе була. Спорт карьераһын Н. Гастелло исемендәге спорт клубында тренерҙары Абдуллин М. Г. һәм Мөниров Р. А. менән дауам итә. 1987 йылда спорт мастеры нормативын үтәй. Фәнил Миниғәле улы Башҡортостан йыйылма командаһы составында экиденда ике тапҡыр СССР чемпионаты еңеүсеһе. 1989 йылда СССР чемпионатында марафон дистанцияһын 2 сәғәт 15 минут 10 секундта үтә (шәхси рекорд) һәм 6-сы урынды биләй.
Спорттағы уңыштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төрлө дистанцияларҙа БАССР-ҙың 12 тапҡыр чемпионы (1978—1990)
- 1986 йылда асыҡ Мәскәү халыҡ-ара марафонында еңеүсе
- 1987 йылда Горький ҡалаһында марафонда 2 сәғәт 16 минут 45 секунд һөҙөмтә менән Рәсәй чемпионатында 3-сө урын
- БАССР йыйылма командаһы составында СССР Кубогын яулаусы (1988, 1989)
- Йүгереү буйынса Донъя асыҡ марафоны еңеүсеһе (Фрунзе, 1989)
- Еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында ҡатнашыусы (Греция, 1993)
- Венгрия, Никарагуа, Ҡытай һәм Төркиәлә халыҡ-ара марафондарҙа, Токиола, Грецияла экиден буйынса үткән донъя чемпионаттарында ҡатнаша
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Еңел атлетика буйынса спорт мастеры
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (2002)
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнил Миңлеғәле улы Басыров тыуған ауылында бағымсылыҡ күрһәтеүселәр ярҙамында мәсет төҙөй. 3 тапҡыр урындағы муниципаль һайлауҙа депутат итеп һайлана[3]. Төрлө ярыштар үткәреүҙә бағымсылыҡ күрһәтә[4], үҙе лә ҡатнаша[5]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Басыров Фанил Минигалиевич 2022 йыл 5 февраль архивланған.
- ↑ Мусульманские организации. № п/п 3, 12
- ↑ Басыров Фанил Минигалиевич 2022 йыл 5 февраль архивланған.
- ↑ https://vk.com/wall564483224_63
- ↑ Осенний кросс 2022 йыл 5 февраль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Энциклопедия. Башкирская республиканская гимназия-интернат № 1 имени Рами Гарипова. Уфа. Башкирская энциклопедия. 2014. стр. 218.