Ҡарағай (Ғафури районы)
Ауыл | |
Ҡарағай башҡ. Карагаево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Элекке исеме |
Богоявленский |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453063 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ҡарағай (рус. Карагаево) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 297 кеше[2]. Почта индексы — 453063, ОКАТО коды — 80221819001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 297 | 155 | 142 | 52,2 | 47,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Красноусольский): 50 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 56 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарағай — Имәндәш ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән төньяҡ‑көнсығышта 50 саҡрым һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 56 саҡрым алыҫлыҡта Мәндем йылғаһы [3] буйында урынлашҡан. Ауылға 1896 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙе Имәндәш ауылы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Пенза, Ярославль губернаһынан күсеп килеүселәр һәм Богоявленск заводының завод крәҫтиәндәре Богоявленский ауылы исеме менән нигеҙ һала[4]. Легенда буйынса Ҡарағай ауылының нигеҙләнеүе көтөүсе Сәйфетдин исеме менән бәйле. Ул Имәндәш ауылының бай кешеһе Мирсәяф Мәзитовтың хеҙмәтсеһе була. Бай Мирсаяф бик күп мал тотҡан. Уның көтөүҙәре Еҙемдән Мәндемга тиклем йәйләгән. Көтөүселәрҙең етәксеһе Сәйфетдин үҙенең ҡыуышын Мәндем ярында ҡора. Бер яҙ көнө ҡыуышы янында ҡарағай ағасы ултырта. Ағас тамыр йәйеп үҫеп китә. Ҡарағай ауылының көнбайышында ҡарағай ағасы оҙаҡ йылдар үҫеп ултырған. Ҡарағай ауылы 1879 йылда нигеҙләнә башлай. Бында Богоявленск заводынан крәҫтиән ғаиләләре күсеп ултырған: Суздальцевтар, Королевтар, Морозовтар. Һуңыраҡ Украинанан — Черненко, Пелепеев, Вятка губернаһынан — Новокшенов, Сыңвинцев, Архангельскиҙан — Федоров килә[5].
1906 йылда сиркәү, министрлыҡ мәктәбе, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1920 йылдан алып хәҙерге исемен йөрөтә. Халҡы: 1906 йылда — 382 кеше; 1920 йылда — 556 кеше; 1939 йылда — 431 кеше; 1959 йылда — 286 кеше; 1989 йылда — 293 кеше; 2002 йылда — 312 кеше; 2010 йылда — 297 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[4].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[6]
Клуб урамы (рус. Клубная (улица))
Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица))
Партизан урамы (рус. Партизанская (улица))
Уҡытыусылар урамы (рус. Учителей (улица))
Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архитектура ҡомартҡылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1904 йылда төҙөлгән Покров сиркәүе бинаһы — архитектура ҡомартҡыһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Еҙем йылғаһы ҡушылдығы
- ↑ 4,0 4,1 Башҡорт энциклопедияһы. Ҡарағай ауылы
- ↑ Имәндәш ауыл Советы. Ҡарағай ауылы тарихы 2022 йыл 17 май архивланған.
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Ҡарағай ауылы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡарағай (Ғафури районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2022)
- Имәндәш ауыл Советы. Ҡарағай ауылы тарихы 2022 йыл 17 май архивланған.