Ҡотлоғужа
Ауыл | |
Ҡотлоғужа Ҡотлоғужа | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ҡотлоғужа (рус. Кутлугуза) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 314 кеше[1]. Почта индексы — 453057, ОКАТО коды — 80221810004.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡотлоғужа ауылының исеме Ҡотлоғужа тигән андронимдан килеп сыҡҡан. Ҡотлоғужа Сәпәрғолов (Сәфәрғолов) Юрматы улусының старшинаһы булған. Был вазифала XVIII быуаттың уртаһынан билдәле.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл XVIII быуаттың 30-сы йылдарында барлыҡҡа килгән. 1747 йылда аҫаба башҡорттар үҙ ерҙәренә типтәрҙәрҙе индергән. Ун йылдан һуң башҡорттарҙан һатып алған ерҙәргә мишәрҙәр инә башлай.
1770 йылда Урал буйлап сәйәхәте барышында ауылда академик И.И. Лепёхин булып иткән. Ул башҡорт һабантуйын тасуирлаған, шул уҡ ваҡытта халыҡтың игенселек менән шөғөлләнеүен, һәр кемдең үҙ ихтыяжына ярашлы иген сәсергә тырышыуын билдәләгән. [2]
Ауыл старшинаһы Ҡотлоғужа Сәфәрғолов Емельян Пугачев етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы йылдарында баш күтәреүселәр отрядына етәкселек иткән. Ихтилалда уның ҡарамағындағы 190 ихата халҡы ҡатнаша. Ул саҡта Сәфәрғолов Тәлтем-Юрматы улусы старшиналарының береһе була. Крәҫтиәндәр һуғышы тураһындағы документтар йыйынтығында был ауыл ике тапҡыр телгә алына. 1812 йылда Ҡотлоғужа, Игенйылға, Һаҫыҡкүл ауылдары халҡы һәм Табын ҡәлғәһе казактары уларҙың ерҙәрен Богоявленск заводына бүлеп алырға маташҡанда межалау түрәләренә ныҡышмалы ҡаршылыҡ күрһәтә. Тәүге төпләнеүсенең улдарының исемдәре: Байназар (1751-1820 йй.), Ҡотлоғәлләм (1757-1826 йй.), Байморат (1768-1823 йй.), Мерәҫ (1774-1831 йй.) Ҡотлоғужиндар.
Ошо ауыл кешеләре Уҫман Мәүлитов, Хәмзә Әбделфәйезов һәм Мөхәмәткәрим Хәмитов 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
1920 йылда 188 йортта 960 кеше йәшәгән, шул уҡ ваҡытта бында башҡорттар күпселекте тәшкил иткән. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек һәм башҡа кәсептәр менән шөғөлләнгән.
1839 йылда 148 башҡорт 125 ат, 60 һыйыр, 30 һарыҡ һәм 20 кәзә аҫраған. Уларҙың 60 умартаһы булған. Өс йылдан улар 160 бот ужым һәм 872 бот яҙғы иген сәскәне теркәлгән.
ХХ быуат башында 2 сәскес булған. Һатыу өсөн таштан аҡ ҡом етештергәндәр. Кешеләрҙең бер өлөшө Богоявленскиҙағы Пашков заводында эшләгән, икенселәре ылаусылыҡ менән шөғөлләнгән. XIX быуат аҙағында ике бакалея кибете асылған булған[3]
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 314 | 140 | 174 | 44,6 | 55,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Красноусольский): 22 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Игенйылға): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 23 км
Тәбиғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡотлоғужа ауылы үҙенең Баш һыуы тип аталған шишмәһе менән дан тота. Ундағы һыу иҫ киткес таҙа һәм тәмле. Ер өҫтөнә сыҡҡансы шишмә һыуы тәбиғи фильтрация үтә. Баш һыуы шишмәһен тере һыу тип атайҙар, табиптар уны бөйөр ауырыуҙарын дауалағанда һәм иҫкәрткәндә ҡулланырға кәңәш итә. Һыу үҙенсәлекле составы арҡаһында төрлө таштарҙы иретә. Физик-химик составы буйынса баланслы шишмә һыуы уны эскән кешеләргә шифа бирә. Шишмәнең даны күптән инде райондан ситкә сыҡҡан - унда Силәбе, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙән дә килеп һыу алалар. Шишмәне төҙөкләндереү өсөн ауыл халҡы 2021 йылда Рәсәй Президенты грантын алыуға өлгәшә [4].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәхитов Фәрит Назар улы (1933) — журналист. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011).
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Башҡортостан. Ғафури районы.Ҡотлоғужа ауылы "ҡапҡаһы"
-
Ҡотлоғужа ауылы күренеше
-
Ҡотлоғужа ауылы, Баш һыуы шишмәһе
-
Ҡотлоғужа ауылы. Баш һыуы шишмәһе стенды
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ И.И. Лепёхин: "вникают в хлебопашество, всякий старается столько посеять хлеба, сколько потребно"
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.160
- ↑ Живи родник, живи!