Туғай (Үтәк ауыл советы, Ғафури районы)
Ауыл | |
Туғай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Туғай (рус. Тугаево) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 270 кеше[1]. Почта индексы — 453053, ОКАТО коды — 80221843005. ИФНС коды — 0268.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға нигеҙ XVIII быуат аҙағында XIX быуат башында Юрматы улусының Ҡармыш түбәһе башҡорттары тарафынан һалына. XVIII быуат башында, йәғни 1802 йылда аҫабалар ауылға типтәрҙәрҙең, керҙәш булараҡ теркәлеп, килеп төпләнеүенә рөхсәт бирә. 1816 йылда тораҡ пунктында 60 башҡорт һәм типтәр йәшәй. Яңғыҙҡайын ауылынан күсеп килгәндәр өс ихатаны биләй: 51 йәшлек есаул Исламғол Арыҫланов (улдары: 16 йәшлек Шәмсетдин, 12 йәшлек Сәғҙетдин, 10 йәшлек Шәрәфетдин, 10 йәшлек Зәйнетдин); 46 йәшлек Йәғәфәр Ғәббәсов (улдары:1 йәшлек Мөхәмәҙей, 10 көнлөк Йосоп); Йәғәфәрҙең 53 йәшлек ағаһы Вәлиулла Ғәббәсов (улдары: 18 йәшлек Фәхретдин, 17 йәшлек Хисаметдин, 8 йәшлек Шәмсетдин)[2]. .
1834 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ауылдағы 22 ихатала 125 башҡорт, 30 ихатала 158 типтәр һәм 2 ихатада 9 мишәр йәшәүен теркәй[2].
1859 йылдан алып ни сәбәптәндер ауылдағы аҫаба башҡорттарҙың бөтәһе лә керҙәштәр (припущенниктар) булараҡ теркәлә башлай. Ул мәлдә тораҡ пунктындағы 83 ихатала 426 кеше, шул иҫәптән 162 башҡорт йәшәй. 1896 йылда ихаталар һаны 120-гә етә һәм уларҙа 384 ир-егет һәм 360 ҡатын-ҡыҙ көн итә. 12 йылдан һуң, йәғни 1906 йылда 154 ихатала 853 кеше йәшәүе теркәлә. 1920 йылғы рәүиз 216 ихатала 1 мең 64 типтәр йәшәүен теркәй[2].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 270 | 133 | 137 | 49,3 | 50,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Красноусольский): 20 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Үтәк): 8 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бөлоө Озөро): 49 км
Ауылдың урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. Вәхитов (урамы) (рус. А.Вахитова ( улица ))
- Биш өйлә (урамы) (рус. Биш-Ойле ( улица ))
- Келәт (урамы ) (рус. Кладовая ( улица ) ( улица ))
- Күлдәр (урамы ) (рус. Озерная ( улица ) ( улица ))
- Таш аҫты (урамы ) (рус. Подгорная ( улица ) ( улица ))
- Үҙәк (урамы ) (рус. Центральная ( улица ))
- Чапаев (урамы ) (рус. Чапаева ( улица ))
- Мәктәп (урамы ) (рус. Школьная ( улица ) ( улица )).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 2. — С. 201. — 808 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 12 апрель архивланған.
- Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 192. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.