Еҙем-Ҡаран
Fesk | |
Еҙем-Ҡаран рус. Зилим-Караново | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Яңы Еҙем |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар, татарҙар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453061 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Еҙем-Ҡаран (рус. Зилим-Караново) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 431 кеше[2]. Почта индексы — 453061, ОКАТО коды — 80221816001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 431 | 208 | 223 | 48,3 | 51,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Еҙем-Ҡаран ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән төньяҡта 46 км һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 63 саҡрым алыҫлыҡта Тәпәреш йылғаһы[3] буйында урынлашҡан. . Ауылға Нуғай даруғаһы Дыуан-Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе буйынса Күрпәс-Табын улусы Еҙем ауылы башҡорттары нигеҙ һала, 1786 йылдан Яңы Еҙем (Яңы Еҙем-Ҡаран) исеме менән йөрөй. Артабан шул уҡ шарттарҙа бында Кәлсер-Табын улусы башҡорттары һәм яһаҡлы татарҙар килеп урынлаша. Яһаҡлы татарҙар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә. XIX быуат башынан хәҙерге исемен йөрөтә. 1865 йылда 75 йортта 437 кеше теркәлгән. Ауыл халҡы игенселек, малсылыҡҡ, умартасылыҡҡ, урман кәсептәре менәнн шөғөлләнгән.. Мәсет, училище, 20 сауҙа кибете булған. 1906 йылда 2 мәсет, 2 тимерлек, 5 бакалея кибете теркәлгән, улус идараһы урынлашҡан. 1920—1922 йылдарҙа — Табын кантонының административ үҙәге. Халҡы: 1906 йылда — 859 кеше; 1920 йылда — 1228 кеше; 1939 йылда — 1022 кеше; 1959 йылда — 737 кеше; 1989 йылда — 517 кеше; 2002 йылда — 494 кеше; 2010 кеше — 431 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, Мәжит Ғафури йорт-музейы бар[4][5].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[6]
Базар урамы (рус. Базарная (улица))
Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружбы (улица))
Зәки Вәлиди урамы (рус. Заки Валиди (улица))
Урман урамы (рус. Лесная (улица))
Мәжит Ғафури урамы (рус. Мажита Гафури (улица))
Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))
Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
Еңеү урамы рус. Победы (улица))
Ялан урамы (рус. Полевая (улица)
Йылға урамы (рус. Речная улица))
Йылға тыҡрығы (рус. Речной (переулок))
Саттаров урамы (рус. Саттарова (улица))
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Красноусольский): 46 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 63 км
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы, Мәжит Ғафури — Башҡортостандың халыҡ шағиры.
- Сафин Станислав Ғәзиз улы (1950) — физик. Техник фәндәре докторы (2008), профессор (2008).
- Сафин Станислав Ғәзиз улы (17 июнь 1950 йыл) — физик. Техник фәндәре докторы (2008), профессор (2008). РАЕН ағза-корреспонденты, фәнни-техник өлкәһе эксперттарының федераль реестры эксперты, Рус география йәмғиәтенең ғәмәлдәге ағзаһы, Рус география йәмғиәтенең Архангельск бүлеге президиумы ағзаһы.
- Ғафуров Ғәббәс Мәһәҙи улы (31 декабрь 1908 йыл — 11 апрель 1995 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби табип, медицина хеҙмәте майоры. Ҡыҙыл Байраҡ (1953) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1947) ордендары кавалеры. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ағаһының улы.
- Әбделмәнов Исмәғил Абдулла улы (рус. Абдульманов Исмагил Абдуллович) (1910-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән. Гвардия рядовойы, ҡыҙылармеец.
- Сафин Станислав Ғәзиз улы (17 июнь 1950 йыл) — физик. Техник фәндәре докторы (2008), профессор (2008). РАЕН ағза-корреспонденты, фәнни-техник өлкәһе эксперттарының федераль реестры эксперты, Рус география йәмғиәтенең ғәмәлдәге ағзаһы, Рус география йәмғиәтенең Архангельск бүлеге президиумы ағзаһы.
- Таһиров Фәхрәзи Әхмәҙиә улы (23 май 1928 йыл — 2019 йыл) — Башҡортостан Республикаһының «Башкирэнерго» РЭС-ы электр линияһының Бикет учпасткаһы мастеры, электрик, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1975).
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ғафури исемендәге парк
-
Мәжит Ғафуриҙың Йорт-музейы
-
Еҙем-Ҡаран ауылында Ғафуриҙың илһам шишмәһе
- Мәжит Ғафури музейы (Еҙем-Ҡаран ауылы)
- Халыҡ шағирының илһам шишмәһе
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы
- ↑ А.З.Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 470-се б. 2022 йыл 24 апрель архивланған.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы. Еҙем-Ҡаран ауылы
- ↑ Налог Белешмәһе статистикаһында Еҙем-Ҡаран ауылы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Еҙем-Ҡаран // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 23 апрель 2022)
- А.З.Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 163-сө б. 2022 йыл 24 апрель архивланған.
- Налог Белешмәһе статистикаһында Еҙем-Ҡаран ауылы</ref>