Эстәлеккә күсергә

Мәжит Ғафури музейы (Еҙем-Ҡаран ауылы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәжит Ғафури музейы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ғафури районы

Мәжит Ғафури музейы — Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылындағы Мәжит Ғафури музейы[1][2].

Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы Башҡортостандың беренсе халыҡ шағирының тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранда урынлашҡан.

1930 йылдың 20 авгусынан 1940 йылдың 23 ноябренә тиклем Красноусольский районы тип йөрөтөлгән. Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриға 60 йәш тулыу айҡанлы уның тыуған районын Ғафури районы тип атау тураһында ҡарар ҡабул ителә.

Музейҙың булдырылыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәжит Ғафури тыуған Еҙем-Ҡаран ауылында беренсе халыҡ шағирының музейы тиҫтәләгән йылдар эшләп килә.

Буласаҡ шағир һәм яҙыусының формалашыуы тап ошо ауыл менән бәйле. Нурғәни хәлфәнең күп балалы ғаиләһендә китап һүҙе ҙур әһәмиәткә эйә, белемгә ынтылыу тәбиғи күренеш булған.

Мәжит Ғафури атаһының башланғыс мәктәбендә атаһына белем биреү эшендә ярҙам иткән. Урта мосолман белемен билдәле Үтәк мәҙрәсәһендә алған.

Музей экспонаттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәжит Ғафури йорт-музейы өс залдан тора.

«Шағирҙың бала сағы һәм йәшлеге» тип аталған 1-се залы Ғафуриҙың Шәжәрәһе, XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы Еҙем-Ҡаран ауылы тарихы ураһында һөйләй.

«XIX быуат аҙағы — XX быуат башы интерьеры» тип аталған 2-се залында башҡорт халыҡ мәҙәниәтенең иң сағыу өлгөләре: самауыр, мамыҡ мендәрҙәр, ҡайыулы таҫтамалдар һәм һике йәлеп итә.

Музейҙың 3-сө залы Беренсе донъя һуғышы буйынса мәғлүмәт бирә, XIX быуат аҙағы — XX быуат башы әҙәбиәте, Мәжит Ғафуриҙың тәүге әҙәби ижад өлгөләре, уның шиғырҙары һәм китаптары урын алған. Шунда уҡ шағирҙың ғаиләһе, ҡатыны, улдары, яҙыусы һәм шағир дуҫтары, замандаштары менән төшкән фотографиялары ҡуйылған, шулай уҡ «Ҡара йөҙҙәр» спектакле афишалары урын алған.

Музейҙа Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Гафуриҙың тормошо һәм ижады менән танышырға мөмкин. Сөнки уның шиғриәтендә ошо замандың бөтә ысынбарлығы, шул осорҙоң бөтә мөһим ваҡиғалары сағылған. Һәм әҫәрҙәрендә гражданин һәм көрәшсе тауышы ишетелә.

Музейҙа М.Ғафуриҙың ата-әсәһе йорто йыһаздары бар[3][4].

Музей эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Еҙем-Ҡарандағы иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]