Аҡбашев Кәбир Мөхәмәтшәрип улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кәбир Аҡбашев битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кәбир Аҡбашев
Исеме:

Аҡбашев Кәбир Мөхәмәтшәрип улы

Тыуған көнө:

10 март 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡортостандың Ғафури районы Яңы Заһит ауылы

Вафат булған көнө:

6 февраль 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (86 йәш)

Вафат булған урыны:

Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

шағир, драматург, прозаик

Наградалары:
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000)

Аҡбашев Кәбир Мөхәмәтшәрип улы (10 март 1932 йыл6 февраль 2019 йыл) — яҙыусы, шағир, драматург һәм тәржемәсе. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). Стәрлетамаҡ районының Ғәли Ибраһимов (1998) һәм Ғафури районының Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялары лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кәбир Мөхәмәтшәрип улы Аҡбашев 1932 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ы Красноусол р‑ны[1] Яңы Заһит (Биҙәүләт) ауылында тыуған.

Күрше Сәйетбаба ауылындағы урта мәктәпте тамамлай. Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем ала.

Хеҙмәт юлын колхозда, унан һуң, Ғафури районы Яугилде мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Совет армияһында хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, «Коммунизм байрағы» район гәзитендә тәржемәсе булып эшкә урынлаша. 1963—1976 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы «Знамя коммунизма» гәзитендә баш мөхәрир урынбаҫары, ҡала радиокомитеты директоры булып эшләй.

1977 йылда Стәрлетамаҡ химия заводында ижади командировкала була, шул ваҡытта экология темаһына драма әҫәрҙәре ижад итә. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Ибраһимов исемендәге, Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялар лауреаты.

Кәбир Аҡбашев 2019 йылдың 6 февралендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат булды[2].

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Йәшә, ҡояшҡай!: Шиғыырҙар. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986.
  • Илама, Бөркөтөм минең: Драма. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987.
  • Төнгө тауыштар: Повестар һәм хикәйәләр. Өфө: Китап, 1996.
  • Драмалар һәм комедиялар. Өфө: Китап, 2002.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000)
  • Ғәли Ибраһимов исемендәге премия (1998)
  • Жәлил Кейекбаев исемендәге премия

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ғаилә календары. 2012 йыл. — Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, 2011. — ISBN 978-5-295-05271-2

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы
  2. Ушел из жизни башкирский писатель и журналист Кабир Акбашев. ИА «Башинформ», 2019, 6 февраля (рус.)  (Тикшерелгән 7 февраль 2019)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1  (рус.)  (Тикшерелгән 7 февраль 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)  (Тикшерелгән 7 февраль 2019)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]