Ҡунафин Ғиниәтулла Сафиулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡунафин Ғиниәт Сафиулла улы битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡунафин Ғиниәтулла Сафиулла улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 22 ноябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ғафури районы
Һөнәр төрө ғалим
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]

Ҡунафин Ғиниәтулла (Ғиниәт) Сафиулла улы  (22 ноябрь 1946 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012), филология фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009) һәм атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғиниәт (Ғиниәтулла) Сафиулла улы Ҡунафин[1]  1946 йылдың 22 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Урта мәҡтәпте тамамлағас, уҡытыусы булып эшләй, һуңынан «Йондоҙ» район гәзите хеҙмәтҡәре.

Әрме хеҙмәтен үткәс, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм уны ҡыҙыл диплом менән тамамлай. 1973—1976 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый. 1976—1981 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр, 1981—1999 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында өлкән уҡытыусы, артабан доцент һәм профессор.

Ҡунафин Ғ. С. университетта филология һәм журналистика факультетын асыуҙа әүҙем ҡатнаша, был факультеттың беренсе деканы була һәм артабан 10 йыл (1990—2000) ошо вазифаны уңышлы башҡара.

2000 йылдан башлап «Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына тиклемге башҡорт әҙәбиәте» кафедраһын етәкләй. 1977 йылда кандидатлыҡ ә 1998 йылда —  «XIX быуат—XX быуаттар башында башҡорт поэзияһының жанр системаһы үҫеше» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

2019 йылдың 8 октябрендә, Республика көнө алдынан, Ғиниәт Ҡунафин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан яҙыусылар берләшмәһе эргәһендәге әҙәби тәнҡит секцияһы етәксеһе.
  • I, II һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, 2000—2010 йылдарҙа Ревизион комиссия ағзаһы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡунафин Ғиниәтулла Сафиулла улы —  450 ғилми эше, шул иҫәптән 30 китабы сыҡҡан.

  • Башкирские просветители-демократы XIX века. — М., 1981. — 256 с.
  • Просветитель и писатель Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. — Өфө, 1991. — 256 б. (баш.)
  • Башкирская литературная песенная поэзия XIX — начала ХХ века. — Уфа, 1997. — 155 с. (рус.)
  • И песней, и сатирой. — Уфа, 1999. — 257 с. (рус.)
  • Башкирская поэзия XIX — начала ХХ века. — Уфа, 2002. — 215 с. (рус.)
  • Башкирская нарративная поэзия XIX — начала ХХ века. — Уфа, 2003. — 179 с. (рус.)
  • Поэтическое эхо прошлого. — Уфа, 2004. — 314 с. (рус.)
  • Башкирская литература XIX — начала ХХ века. — Нефтекамск, 2006. — 273 с. (рус.)
  • Культура Башкортостана и башкирская литература в XIX — начале ХХ века. — Уфа, 2006. — 280 с.
  • Духовное сияние времен. — Уфа, 2006. — 491 с. (баш.)
  • Поэтическая радуга Акмуллы. — Уфа, 2006. — 238 с. (баш.) (рус.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Салауат Юлаев ордены (2019)[3].
  • Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2001)
  • Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2010)
  • Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (2011) исемендәге премия лауреаты
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәҡәре (2009)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997)
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]