Эстәлеккә күсергә

Вәхитов Әнүр Хисмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әнүр Вәхитов
Исеме:

Вәхитов Әнүр Хисмәт улы

Тыуған көнө:

20 декабрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Ғафури районы, Туғай ауылы

Вафат булған көнө:

24 декабрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (52 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Дебют:

«Салауат күпере» (1963)

Вәхитов Әнүр Хисмәт улы (20 декабрь 1932 йыл — 24 декабрь 1984 йыл) — әҙәбиәт белгесе һәм яҙыусы, филология фәндәре кандидаты (1965). СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1965). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты.

Әнүр Хисмәт улы Вәхитов 1932 йылдың 20 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Туғай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Атаһынан етем ҡалғас, тормош йөгөнә иртә егелергә тура килә уға. Һуғыш осороноң ауырлыҡтарына ҡарамай, буласаҡ яҙыусы уҡыуын дауам итә һәм 1951 йылда Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлай. Унан Толпар ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыта. Бер йыл Өфөләге «Октябрь натискыһы» типографияһында корректор булып эшләй. 1953 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә.

1962—1964 йылдарҙа Әнүр Вәхитов СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантурала уҡый. 1965 йылда «Хәҙерге башҡорт романы» тигән темаға диссертация яҡлай — филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә ала. Әнүр Вахитов ваҡытлы матбуғат биттәрендә лә йыш сығыш яһаны, йәмәғәт тормошонда ла актив ҡатнашты — байтаҡ йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзының проза секцияһына етәкселек итте, «Ағиҙел» журналының редколлегия ағзаһы булды.

  • «Салауат күпере» исемле тәүге хикәйәттәр, нәҫерҙәр китабы донъя күрҙе. Өфө ҡалаһы, (1963-се йыл);
  • «Ҡайын суҡтары». Хикәйәләр йыйынтығы. Өфө ҡалаһы, (1966-се йыл);
  • «Шәжәрә». Хикәйәттәр. Өфө ҡалаһы, (1969-сы йыл);
  • «Эпик киңлектәрҙә». Әҙәби тәнҡит мәҡәләләре. Өфө ҡалаһы, (1968-се йыл);
  • «Таланттың асылы». Башҡорт прозаһы үҫешенең ҡайһы бер мәсьәләләре. Өфө ҡалаһы, (1972-се йыл);
  • «Ижади портреттар». Йылдар тауышы. (Динис Исламов прозаһы), (1970-се йыл);
  • «Офоҡтар киңәйгәндә». Башҡорт совет прозаһы жанрҙарының үҫеү мәсьәләләре. Өфө ҡалаһы, (1979-сы йыл);
  • «Зәйнәб Биишева ижады». Өфө ҡалаһы, (1980-се йыл), (И. Валитов менән берлектә);
  • «Шиғриәт шоңҡары». Ғ. Сәләм ижады һәм тормошо. Өфө ҡалаһы, (1984-се йыл);
  • «Башкирский советский роман». Москва, издательство «Наука» (1978);
  • «Жанр и стиль в башкирской прозе». Өфө ҡалаһы, (1982-се йыл);
  • «Яҡты күңел». Хикәйәттәр, хикәйәләр. Өфө ҡалаһы, (1981-се йыл);
  • «Сейәлетүбә». Повестәр, хикәйәләр һәм проза йыйынтыҡтары. Өфө ҡалаһы, (1985-се йыл);
  • «Тамырҙарым». Шиғырҙар. Өфө ҡалаһы, (1992-се йыл);
  • «Башҡорт прозаһының жанр-стиль ҡанундары». Өфө ҡалаһы, (2007-се йыл).