Башҡорт тел ғилеме

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт тел ғилеме

Башҡорт тел ғилеме — башҡорт теленең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү менән шөғөлләнгән фән. 

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәхмүт әл-Ҡашғари «Диуану лөғәт әт-төрк» (1073/1074 йылдар) тигән энциклопедик хеҙмәтенең «Төрки телдәрҙең үҙенсәлектәре» тигән өлөшөндә башҡорттарҙы төп егерме төрки халыҡ иҫәбенә индерә. «Ә башҡорттарҙың теле, — тип яҙа ул, ҡыпсаҡ, уғыҙ, ҡырғыҙ һәм башҡа телдәргә оҡшаш, йәғни төрки»[1][2].

Швед тикшеренеүсеһе Ф. И. Страленберг «Төн уртаһы: көнсығыш Европа һәм Азияның тарихи һәм географик тасуирламаһы» (Стокгольм, 1730; немец телендә) тигән китабында 32 телдән алынған һүҙҙәр менән бер рәттән башҡорт теленән дә миҫалдар бирә, уның раҫлауынса, ҡырым, үзбәк, башҡорт, ҡырғыҙ һәм төркмән татарҙары телдәре берҙәм диалект тәшкил итә.

Башҡорт теленең тәүге һүҙлеге тип Миндийәр Биксуриндың «Һүҙҙәрҙең башҡорт теленә тәржемәһе» тигән хеҙмәте иҫәпләнә, ул 1781 йылға ҡарай[3].

XVIII быуат аҙағында М. Биксуриндың үрҙә аталған хеҙмәтенән, тарихсы, Петр Учадамцевтың «Список слов с переводом на татарский, башкирский, калмыцкий языки» тигән нәшер ителмәй ҡалған ҡулъяҙма китабынан алынған 300-гә яҡын рус һүҙҙең башҡорт теленә тәржемәһе П. С. Палластың «Батша ярҙамсыһы тарафынан йыйылған бөтә телдәр һәм һөйләштәрҙең сағыштырма һүҙлектәре» [«Сравнительные словари всех языков и наречий, собранные десницей Всевысочайшей особы» (1— 2 т., 1787—1789)] китабына индерелә.

Немец ғалимы, этнограф, минералогия профессоры, Императорҙың Фән һәм художество академияһы академигы Иоганн Готлиб Георги ХVIII быуат аҙағында үҙе йыйған материалдар нигеҙендә башҡорт теле һүҙлеген төҙөй, ләкин был һүҙлек ҡулъяҙма көйө ҡала (С. К. Булич, 1904).

1842 йылда М. И. Ивановтың «Татарская грамматика»һы һәм «Татарская хрестоматия»һы (һүҙлекһеҙ) нәшер ителә. Иванов халыҡтың һөйләш телен әҙәби китап теленән айыра, уның хрестоматияһы ике өлөштән тороп, беренсе өлөшөндә — татарҙарҙың, башҡорттарҙың һәм ҡаҙаҡтарҙың һөйләш теленән миҫалдар; икенсе өлөшөндә китап теленән миҫалдар бирелә[4].

1859 һәм 1869 йылдарҙа М. М. Биксуриндың «Мөғәллим әүвәл фи-тәғлим лисан әл-ғәрәп вә әл-фарси, вә әл-татари („Ғәрәп, фарсы, татар телдәрен һәм ҡыҫҡаса аңлатма менән Ырымбур өлкәһендәге башҡорт, ҡырғыҙ шиүәләрен өйрәнеү буйынса һәм уға рус-фарсы-татар һүҙҙәре, һөйләштәре, яҙмалары ҡушымтаһы булған башланғыс ҡулланма“)» тигән хеҙмәте баҫылып сыға. Ҡулланмала ғәрәп, фарсы һәм татар телдәрендәге текстарҙы уҡыу ҡағиҙәләре бирелә. Мирсәлих Биксурин татар (йәғни төрки) теленә, М. Иванов һәм С. Күкләшев кеүек үк, ырымбур татар, башҡорт һәм ҡаҙаҡ «шиүәләрен» индерә һәм шул һөйләштәрҙә уҡыу өсөн текстар бирә. Башҡортса өлгө итеп «Батыр бадшаның хикәйәте» тигән хикәйә килтерелә, ул беренсе тапҡыр ғәрәп графикаһында М. И. Ивановтың хрестоматияһында баҫылған була.

1859 йылда С. Б. Күкләшевтең «Диван-и хикәйәт-и татар» тигән китабы сыға. Китаптың инешендә автор былай тип яҙа: «Бөтә төрөк һәм татар ҡәбиләләре һөйләшкән һәм яҙған телдәр „төрки“, „төрки теле“ исеме аҫтында билдәле»". «Төрки теле» С. Күкләшев буйынса өс айырым төркөмдән — төрөк, сығатай һәм татар төркөмдәренән тора. Һуңғыһына Күкләшев татар, ҡаҙаҡ (ҡырғыҙ), башҡорт, нуғай, ҡумыҡ, ҡарасай (ҡорағай), ҡарағалпаҡ һәм мишәр шиүәләрен индерә.

1893 йылда Ырымбурҙа билдәһеҙ автор (фараз ителеүенсә, мәктәп уҡытыусыһы Мөхәмәтғәлим Ҡыуатов ярҙамында рус миссионеры, төрки телдәре белгесе В. В. Катаринский) төҙөгән 92 битле «Ҡыҫҡаса русса-башҡортса һүҙлек» баҫылып сыға. 1899 йылда В. Катаринский 2500 башҡорт һүҙенән торған «Башҡортса-русса һүҙлек» нәшер итә. Был һүҙлек ХХ быуат башына тиклем донъя күргән баҫмаларҙың иң тулыһы булып тора.

1892 йылда башҡорттар өсөн рус алфавиты нигеҙендә беренсе әлифба нәшер ителә, артабан ул 1898 һәм 1908 йылдарҙа ҡабатлап баҫыла. ХХ быуат башында А. Г. Бессоновтың («Букварь для башкир», 1907), Н. Ф. Катановтың («Азбука для башкирского языка»), М. А. Ҡулаевтың («Основы звукоподражания и азбука для башкир», 1912) һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре сыға[4].

Башҡорт телен системалы өйрәнеү ХХ быуаттың 20-се йылдарында башлана. Шул осорҙа башҡорт теленең терминологияһы, алфавиты һәм орфографияһы мәсьәләләре менән 1922 йылдың сентябрендә Башнаркомпрос эргәһендә ойошторолған Академик үҙәк шөғөлләнә. 1924 йылда Ғ. Вилданов тарафынан эш йөрөтөү терминдарын үҙ эсенә алған тәүге һүҙлек нәшер ителә. 1926 йылда Н. Таһировтың «Башҡорт лөғәте» донъя күрә. 20—40‑сы йылдарҙа хәҙерге башҡорт әҙәби теленең башҡорттарҙың йәнле һөйләү телмәренә нигеҙләнгән фонетик, грамматик һәм лексик нормалары эшләнә. Башҡорт яҙыуының 1928 йылда ғәрәп яҙыуынан латиницаға, 1940 йылда кириллицаға күсеүенә бәйле, орфография һәм орфоэпия ҡағиҙәләре сығарыла.

Яңы дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары төҙөү менән телселәр М. М. Билалов, Ғ. Ф. Вилданов, Х. Ғ. Ғәбитов, Ғ. Й. Дәүләтшин, С. Ғ. Мирасов, Н. Т. Таһиров, В. Хангилдин, У. Хөсни, З. Ш. Шакиров һәм башҡалар шөғөлләнә.

Төркиәтсе, СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, РСФСР Педагогика фәндәре академияһы академигы профессор Н. К. Дмитриев (1898—1954) башҡорт тел белеменә һәм төрки лингвистик фәненә нигеҙ һалған ғалимдарҙың береһе була. Уның «Грамматика башкирского языка» (М.-Л., 1948) тигән хеҙмәте бөтә төрки тел белеме үҫешенең киләсәген билдәләгән төп хеҙмәте була, был хеҙмәт башҡорт тел белеме тарихында беренсе фәнни академик грамматика булып тора. Н. К. Дмитриев төркиәттә тел контакттары теорияһына нигеҙ һалған.

Ғ. Й. Дәүләтшин башҡорт әҙәби телен ҡулланыуҙы тормошҡа ашырыу өсөн бик күпте башҡара. Ул башҡорт теленең төп диалектын һайлауҙа ҡатнаша, латин алфавитындағы тәүге башҡорт әлифбаһының авторҙашы, тәүге дәреслектәрҙең береһенең, тәүге орфографик һүҙлектең һәм вуздар өсөн башҡорт теле дәреслегенең авторы була.

Хәҙерге осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ХХ быуаттың 50‑се йылдарында башҡорт тел ғилеменең хәҙерге үҫеш осоро башлана.

Профессор Ж. Ғ. Кейекбаев башҡорт һәм төрки тел белеме проблемаларын фәнни өйрәнеүгә башланғыс һала. Ул «Башҡорт теленең фонетикаһы», «Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы», «Введение в урало-алтайское языкознание», «Основы исторической грамматики урало-алтайских языков» тигән фундаменталь хеҙмәттәр яҙа, улар университетта филологик белем биреүҙең фәнни нигеҙенә әүерелә.

Ж.Ғ.Кейекбаевтың «Башҡорт теленең фонетикаһы» тигән хеҙмәтендәге башҡорт теле фонетикаһын тасуирлау һәм сағыштырма‑тарихи тикшереү идеялары Ә. Ғ. Бейешев, Э. Ф. Ишбирҙин, Н. Х. Ишбулатов, Ф.Ғ.Хисамитдинова хеҙмәттәрендә үҫеш ала.

Башҡорт теленең морфологияһы мәсьәләләре М. В.Зәйнуллиндың функциональ анализ нигеҙендә яҙылған «Хәҙерге башҡорт әҙәби теле: морфология» (2002, 2‑се баҫма, 2005) китабында асыла. Морфология буйынса тикшеренеүҙәр менән — Т. М. Ғарипов, Н. Х. Ишбулатов, Х. Ғ. Йосопов, Х. В. Солтанбаева, Ҡ. З. Әхмәров, Ә. Ә. Юлдашев һәм башҡалар; синтаксис мәсьәләләре менән Ә. М. Аҙнабаев, Ғ. Ғ. Сәйетбатталов, Д. С. Тикеев, Ҡ. З. Әхмәров һәм башҡалар шөғөлләнә.

Ж.Ғ.Кейекбаевтың «Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы» (1966) хеҙмәтендә лексика һәм фразеологияны өйрәнеүҙең фәнни нигеҙҙәре һалына. Э. Ф. Ишбирҙин «Башҡорт теле лексикаһының тарихи үҫеше» («Историческое развитие лексики башкирского языка»; 1986) тигән монографияһында башҡорт лексикаһының формалашыуы һәм үҫеш тарихы мәсьәләләрен тикшерә. Лексиканы өйрәнеү проблемалары Ғ. Ғ. Ҡаһарманов, З. Ғ. Ураҡсин, Ф. Ғ. Хисамитдинова, М. Х. Әхтәмов һәм башҡаларҙың хеҙмәттәрендә ҡарала. З. Ғ. Ураҡсиндың «Башҡорт теленең фразеологияһы» (1975) монографияһында башҡорт фразеологияһы үҙенсәлектәре тикшерелә, фразеологик берәмектәр классификациялана.

60‑сы йылдарҙан башлап ономастика, айырыуса топонимика (А. Ә. Камалов, Ф. Ғ. Хисамитдинова, Р. З. Шәкүрев һәм башҡалар) һәм антропонимика (Т. Х. Күсимова, З. М. Рәйемғужина) буйынса тикшеренеүҙәр әүҙемләшә.

К. Ғ. Ишбаевтың «Башҡорт теленең һүҙьяһалышы» (1994) һәм Әхтәмовтың «Хәҙерге башҡорт теле: һүҙьяһалыш» (2000) тигән хеҙмәттәре башҡорт телендәге һүҙьяһалыш проблемаларына арнала.

Диалектологтар М. И. Дилмөхәмәтов, Н. Х. Ишбулатов, С. Ф. Миржанова, Н. Х. Мәҡсүтова, У. Ф. Нәҙерғолов һәм башҡалар башҡорт диалекттарын һәм һөйләштәрен өйрәнә. Мәҡсүтованың «Башҡорт теленең көнсығыш диалекты (сағыштырма-тарихи йүнәлештә)», Миржанованың «Башҡорт теленең көньяҡ диалекты» (1979), «Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты (формалашыуы һәм хәҙерге торошо)» (1991) тигән хеҙмәттәре нәшер ителә.

Башҡорт теленең тарихи грамматикаһы өлкәһендә — Ә. М. Аҙнабаевтың һәм В. Ш. Псәнчиндең «Башҡорт теленең тарихи морфологияһы (сағыштырма-тарихи тикшеренеү тәжрибәһе)» (1976) китабы, библиография йүнәлешендә «Башҡорт тел ғилеме буйынса библиография» (1969), «Башҡорт тел ғилеме» библиографик күрһәтмәһе (1— 3‑сө өлөштәр; 1980—1997) нәшер ителә.

Башҡорт әҙәби теленең үҫеш тарихы мәсьәләләре И. Ғ. Ғәләүетдиновтың, Э. Ф. Ишбирҙиндең, Р. Х. Халиҡованың «Башҡорт әҙәби теленең тарихы» коллектив монографияһында (1993) ҡарала.

Яңы лексикографик хеҙмәттәр барлыҡҡа килә: башҡорт теленең фундаменталь аңлатмалы һүҙлеге, «Башҡортса-русса һүҙлек» (1996), «Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге» (2002), «Урыҫса-башҡортса һүҙлек» (2 томда, 2005) һәм башҡалар.

Этнолингвистика, социолингвистика, лингвокультурология, лингвофольклористика буйынса тикшеренеүҙәр алып барыла. Лексикологияла һәм лексикографияла компьютер технологиялары ҡулланыла: яҙыусыларҙың һәм лексика тармаҡтары буйынса йышлыҡ һүҙлектәре төҙөлә һәм нәшер ителә (З. Ә. Сиражетдинов).

Башҡорт тел ғилеме өлкәһендә ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге Башҡорт дәүләт университетының тел ғилеме һәм этномәҙәни белем биреү кафедраһында, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында[5] алып барыла.

Башҡортостан ғалимдары башҡорт тел ғилеменең көнүҙәк проблемалары өҫтөндә эшләүен дауам итә. Әлеге ваҡытта уларҙың эшмәкәрлеге түбәндәге йүнәлештәрҙе солғай:

  • хәҙерге осорҙа башҡорт теленең үҫеш законсалыҡтары;
  • башҡорт һәм көнсығыш телдәрен сағыштырып өйрәнеү;
  • хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматик төҙөлөшө;
  • Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре: эш итеүе һәм бер-береһенә йоғонтоһо;
  • башҡорт теленең концептосфераһы һәм башҡорт теле донъя картинаһының төп концепттары;
  • башҡорт һәм урыҫ телдәрен сағыштырып өйрәнеү һәм башҡалар.

Башҡорт тел ғилеме проблемалары Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында, Сибай, Нефтекама һәм Бөрө филиалдарында ла иғтибар үҙәгендә ҡала.

Ғалимдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Башҡорт теле белгестәре категорияһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Девону луготит турк». 1 том. Тошкент. С. 66.
  2. [Мәхмүт Ҡашғари[. Диван лугат ат-турк (Свод тюркских слов): В 3-х томах / Пер. с араб. А. Р. Рустамова под ред. И. В. Кормушина; предисл. и введ. И. В. Кормушина; примеч. И. В. Кормушина, Е. А. Поцелуевского, А. Р. Рустамова; Институт востоковедения РАН: Институт языкознания РАН. — М.: Восточная литература, 2010. — Т. 1. — С. 22. — 464 с. — (Памятники письменности Востока. CXXVIII, 1 / редкол.: Г. М. Бонгард-Левин и др.). — 800 экз. — ISBN 5-02-018202-8, ISBN 978-5-02-036424-0.
  3. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — С. 409. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
  4. 4,0 4,1 Галяутдинов И. Г. Из истории языковых и культурных процессов в Башкортостане в XIX — начале XX вв // Ватандаш. — 2000. — № 12. — ISSN 1683-3554.
  5. http://rihll.ru/about.html 2013 йыл 6 декабрь архивланған. Институт истории, языка и литературы Уфимского научного центра РАН

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ң