Әкрәм Бейеш
Бейешев Әкрәм Ғибаҙулла улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Өфө ҡалаһы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
башҡорт тел ғилеменең лексикографияһы, орфографияһы, топонимикаһы, фонетикаһы |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре кандидаты |
Ниндәй өлкәлә танылған |
Әкрәм Бейеш |
Награда һәм премиялары | Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998) |
Бейешев Әкрәм Ғибаҙулла улы (16 апрель 1926 йыл — 2 октябрь 2003 йыл) — ғалим-тел белгесе. 1957—1986 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1970 йылдан башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге секторы мөдире. Филология фәндәре кандидаты (1964). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2017, үлгәндән һуң)[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әкрәм Ғибаҙулла улы Бейешев 1926 йылдың 16 апрелендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Бөрйән-Ҡыпсаҡ олосо[1] Туйөмбәт ауылында тыуған.
1956 йылда Мәскәү дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә килә. 1958−1961 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһы Тел институтының аспирантураһында уҡый. «Первичные долгие гласные в тюркских языках» тигән китап сығара (1963) һәм шуны кандидатлыҡ диссертацияһы итеп яҡлай.
Ул бөтә ғүмерен тел ғилеменә арнай, башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген төҙөүҙә ҡатнаша. Һүҙлек төркөмөнөң етәксеһе булып, һүҙ байлығын йыйыу эшен ойоштора, һүҙлектең ғилми нигеҙен, тоҙолөш принциптарын эшләп, төҙөүселәр тапшырған ҡулъяҙмаларҙы өр-яңынан ҡарап, йүнәтеп бара. «Башҡорт теленең һүҙлеге» тигән исем менән 1993 йылда донъя күргән ике томлы оло һүҙлек Әкрәм Бейештең төп хеҙмәте булып тора. Шунан тыш, ул башҡорт теленең яңы орфографияһын эшләп ғәмәлгә индерә, төрки тел ғилеме буйынса байтаҡ мәҡәлә сығара. «Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше» (1993), «Нация и национальная политика» (1995) тигән китаптар яҙып баҫтыра. «Эйек бөрйәндәре һәм Туйөмбәт менән Ҡотлембәт» тигән тарихи китап яҙа, гәзит-журналда милли мәсьәләгә арналған мәҡәләләр менән сығыш яһай. «Тел хикмәттәре» тигән китап — уның һуңғы осорҙа яҙған эштәренең береһе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылы
- ↑ В Башкирии определили лауреатов премии имени Зайнаб Биишевой за 2017 год , 2018, 3 марта (Тикшерелеү көнө: 4 март 2018)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әкрәм Бейеш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 апрель 2021)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Күгәрсен районында тыуғандар
- 16 апрелдә тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- 2 октябрҙә вафат булғандар
- 2003 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Филология фәндәре кандидаттары
- Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаттары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡортостан ғалимдары
- Башҡорт теле белгестәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар