Ғарипов Талмас Мәғсүм улы
Ғарипов Талмас Мәғсүм улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Ил |
СССР, Россия |
Ғилми даирәһе |
филология |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре докторы (1974) |
Ғилми исеме |
профессор (1979) |
Ғилми етәксеһе |
Академик Н. К. Дмитриев |
Награда һәм премиялары | |
Ғарипов Талмас Мәғсүм улы (31 июль 1928 йыл — 19 май 2022 йыл) — тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), филология фәндәре докторы (1974), профессор (1979). Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1979). Бадминтон буйынса БАССР-ҙың тәүге чемпионы. (1966); 1965—1981 йылдарҙа БАССР‑ҙың бадминтон буйынса йыйылма командаһы тренеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Талмас Мәғсүм улы Ғарипов[2] Мәскәү ҡалаһында 1928 йылдың 31 июлдә тыуған.
1952 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған. 1956—1965 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан фидиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй, 1957 йылдан ғилми секретарь була[3], 1960 йылдан — сектор мөдире, 1965 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр.
1966 йылдан Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетында: 1968 йылдан — дөйөм тел ғилеме һәм рус теле кафедраһы, 1977 йылдан — рус теле һәм сағыштырма тел ғилеме кафедраһы мөдире.
1980 йылдан — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта: 2010 йылға тиклем дөйөм тел ғилеме кафедраһы мөдире була.
Талмас Ғарипов бадминтон буйынса БАССР-ҙың тәүге чемпионы (1966); 1965—1981 йылдарҙа БАССР-ҙың бадминтон буйынса йыйылма командаһы тренеры.
Ғалим 2022 йылдың 19 майында Өфө ҡалаһында вафат булды[4].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғилми тикшеренеүҙәре Урал-Волга буйы төрки телдәрен сағыштырма-тарихи өйрәнеүгә, башҡорт теленең грамматикаһы, этимологияһы проблемаларына, тел-ара бәйләнештәргә, социолингвистикаға, башҡорт тел ғилеме тарихына, шәрҡиәткә арналған. Талмас Ғарипов тарафынан башҡорт һәм татар телдәренең, уларҙың диалекттары һәм һөйләштәренең фонетикаһы, морфологияһы һәм лексикаһының уртаҡ һәмайырмалы билдәләре асыҡлана («Урал-Волга буйының ҡыпсаҡ телдәре. Синхроник һәм диахроник ҡылыҡһырлау тәжрибәһе» («Кыпчакские языки Урало-Поволжья. Опыт синхронической и диахронической характеристики»; 1979). 550-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирское именное словообразование. Уфа, 1959;
- Грамматика современного башкирского языка. М., 1981 (авторҙ.);
- Семиречие Башкортостана. Семиязычный словарь. Уфа, 1998;
- Başkirica. Уфа, 2004.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ Академия Наук Республики Башкортостан - Гарипов Талмас Магсумович . Дата обращения: 21 ғинуар 2013. Архивировано 5 февраль 2013 года.
- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/6445/16389044.29/0_864c4_b89f1ee6_orig
- ↑ В Уфе ушел из жизни известный языковед-тюрколог Талмас Гарипов. ИА «Башинформ», 20 мая 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 май 2022)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Полвека в науке и просвещении: Публикации Т. М. Гарипова и о нём. Уфа, 2003;
- Грунина Э. А. Т. М. Гарипов: к 80-летию учёного //Вопросы тюркской филологии. Вып. 8. Материалы Дмитриевских чтений. М., 2009.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғарипов Талмас Мәғсүм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 20 май 2022)
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 31 июлдә тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 19 майҙа вафат булғандар
- 2022 йылда вафат булғандар
- Филология фәндәре докторҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Башҡорт теле белгестәре
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессорҙары
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары