Башҡорт теленең морфологияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡорт теленең морфологияһы —  башҡорт теленең мәғәнәле берәмектәре структураһын, башҡорт телендә мәғәнәле дөрөҫ телмәр өлөштәрен  төҙөү закондарын өйрәнеүсе  фән бүлеге.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге башҡорт  тел белеме башҡорт теленең көнүҙәк мәсьәләләрен өйрәнеү менән шөғөлләнә. Грамматик төҙөлөш, лексик состав һәм фразеология, шулай уҡ диалектология һәм лексикография буйынса фундаменталь хеҙмәттәр яҙылған. 

ХХ быуаттың 20-се йылдарында башҡорт теле системалы өйрәнелә башлай.  Башҡорт тел белеменең һәм төрки лингвистик фәненең үҫешенә СССР Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы, РСФСР Педагогия фәндәре академияһы академигы профессор  Н.К.Дмитриев (1898— 1954) ҙур өлөш индерә. Уны төп хеҙмәте булған «Грамматика башкирского языка» (М.-Л., 1948) баҫмаһы башҡорт тел белеме тарихында беренсе академик грамматика була.  1950 йылда Өфөлә монография башҡорт телендә баҫылып сыға.

Профессор Ж.Ғ.Кейекбаев беренселәрҙән булып башҡорт һәм төрки тел белеменең фәнни мәсьәләләрен өйрәнә башлай. Ул яҙған фундаменталь хеҙмәттәр:   «Башҡорт теленең фонетикаһы», «Башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы», «Введение в урало-алтайское языкознание», «Основы исторической грамматики урало-алтайских языков» . Профессор Ишбулатов Нәғим Хажғәле улы башҡорт теле грамматикаһын өйрәнеү менән шөғөлләнә. 

Башҡортостан Республикаһында  башҡорт теле грамматикаһы Башҡорт дәүләт университетының башҡорт тел белеме һәм этномәҙәни белем биреү кафедраһында өйрәнелә[1].

Башҡорт телендәге һөйләмдәрҙә һүҙҙәрҙең урынлашыу тәртибе түбәндәгесә: аныҡлаусылар һәм эйә — һөйләм башында, унан һуң хәлдәр, тултырыусылар  килә, хәбәр һөйләмдең аҙағында тора. 

Һүҙ төркөмдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һүҙ төркөмдәре — грамматик мәғәнәһе, составы һәм морфологик категориялар үҙенсәлектәре, һөйләмдә синтаксик функциялары менән айырылып торған лексик–грамматик һүҙ разрядтары. Һүҙ төркөмдәрен классификациялағанда ысынбарлыҡтағы предметтарҙы һәм хәл-күренештәрҙе сағылдырыу һәләттәре; грамматик категориялар булыуы һәм факторҙары; тел системаһында уларҙың һүҙьяһалыштағы урыны  иҫәпкә алына. 

Хәҙерге башҡорт телендә һүҙҙәр  5 класҡа бүленә:

  • үҙ аллы һүҙ төркөмдәре (исем, сифат, алмаш, һан, ҡылым, рәүеш), улар контекста һәм һөйләмдән тыш ниндәй ҙә булһа мәғәнәгә эйә һәм һөйләм киҫәктәренең синтаксик функцияларын башҡара;
  • ярҙамсы һүҙ төркөмдәре (теркәүес, бәйләүес, киҫәксә), улар грамматик мөнәсәбәттәрҙе сағылдыра һәм һөйләмдә йәки һөйләмдең өлөштәрендә һүҙҙәрҙе бәйләү өсөн ҡулланыла;
  • мөнәсәбәт һүҙҙәр;
  • ымлыҡтар;
  • оҡшатыу һүҙҙәре.

Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исем[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исем кем?  нимә? ни? һорауҙарына яуап бирә.

Исемдәрҙең һан, килеш, эйәлек, хәбәрлек, билдәлелек һәм билдәһеҙлек категориялары бар.

Башҡорт телендә килештәр
Килеш Килеш һорауҙары Миҫалдар
Төп килеш кем? нимә? ни? ҡыҙ, баш
Эйәлек килеш кемдең? нимәнең? ниҙең? ҡыҙҙың, баштың
Төбәү килеш кемгә? нимәгә? нигә? ҡайҙа? ҡыҙға, башҡа
Төшөм килеш кемде? нимәне? ниҙе? (кем? нимә? ни?) ҡыҙҙы, башты
Урын-ваҡыт килеш кемдә? нимәлә? ниҙә? ҡасан? ҡыҙҙа, башта
Сығанаҡ килеш кемдән? нимәнән? ниҙән? ҡайҙан? ҡыҙҙан, баштан

Хәбәрлек категорияһы башҡорт теленең үҙенсәлеге булып тора. Хәбәрлек категорияһы хәбәр вазифаһын үтәгән исемдең ҡылымдарҙың зат ялғауын ҡабул итеүенән ғибәрәт. Хәбәрлек формаһы бер юлы һанды ла белдерә: мин эшсе – эшсемен (1-се зат, берлек); һеҙ эшсе – эшсеһегеҙ  (2-се зат, күплек).

Башҡорт телендә хәбәрлек формалары
Зат Берлек ялғауы Миҫалдар Күплек ялғауы Миҫалдар
I. -мын, –мен, –мон, –мөн ағаймын, кешемен, башҡортмон, төрөкмөн -быҙ, –беҙ, –боҙ, –бөҙ ағайбыҙ, кешебеҙ, башҡортбоҙ, төрөкбөҙ
II. -һың, –һең, –һоң, –һөң ағайһың, кешеһең, башҡортһоң, төрөкһөң -һығыҙ, –һегеҙ, –һоғоҙ, -һегеҙ ағайһығыҙ, кешеһегеҙ, башҡортһоғоҙ, төрөкһөгөҙ
III. -лар –ләр, –тар –тәр, –дар –дәр –ҙар –ҙәр балалар, кешеләр, башҡорттар, төрөктәр, урамдар, гөлдәр, ағайҙар, фекерҙәр

Ҡылым[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡылым заттарҙың, предметтарҙың, күренештәрҙең хәл-торошон, хәрәкәтен, эшен белдерә һәм нимә (ни) эшләргә? нимә (ни) эшләй? нимә (ни) эшләне? нимә (ни) эшләгән? нимә (ни) эшләй ине? нимә (ни) эшләй торғайны? нимә (ни) эшләр? нимә (ни) эшләйәсәк? тигән һорауҙарға яуап бирә. Ҡылым хәбәр булараҡ ҡулланыла. Ҡылымдар үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылым рәүешендә ҡулланыла. 

Ҡылым категориялары: ваҡыт, һөйкәлеш, һан, зат, йүнәлеш, күсемлелек-күсемһеҙлек,  юҡлыҡ,  рәүешлек.

Хәҙерге башҡорт телендә ҡылымдың түбәндәге заман формалары бар:

  • билдәле үткән заман;
  • билдәһеҙ үткән заман;
  • тамамланмаған үткән заман;
  • билдәле шаһитлы үткән заман;
  • билдәһеҙ шаһитһыҙ үткән заман;
  • билдәле күптән үткән заман ;
  • билдәһеҙ күптән үткән заман;
  • хәҙерге заман;
  • билдәле киләсәк заман;
  • билдәһеҙ киләсәк заман.

Сифат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сифат предметтың билдәһен белдерә һәм  ҡайһы? ҡайҙағы? ҡасанғы? тигән һорауҙарға яуап бирә. Төп һәм шартлы сифаттар була. Төп сифаттар предметтың билдәһен үҙ аллы белдерә: ҡыҙыл, йомшаҡ, бәләкәй, бейек. Шартлы сифаттар бер предметтың икенсе предметҡа  мөнәсәбәтен сағылдыра һәм улар билдәле шарттарҙа ғына (урын, ваҡыт, предметтың нимәнән яһалыуы буйынса) сифат була: баҫыуҙағы иген, ҡышҡы селлә, таш йорт.

Рәүеш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәүештәр эш-хәрәкәттең билдәһен белдерә һәм  нисек? ни рәүешле? ҡасан? ҡайҙа? күпме? ни тиклем? тигән һорауҙарға яуап бирә.

Рәүештәр, сифаттар кеүек үк, сағыштырыу дәрәжәһенә эйә. Ул  -раҡ, -рәк, -ыраҡ, -ерәк, -ораҡ, -өрәк ялғауҙары менән яһала: аҙ – аҙ-ыраҡ, шәп – шәб-ерәк, күп – күб-ерәк ‘.

Һан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һандар предметтарҙың иҫәбен белдерә һәм нисә? күпме? тигән һорауҙарға яуап бирә. Һан төркөмсәләре:

  • төп һандар: бер, егерме алты, утыҙ;
  • тәртип һандары (төп һандарға  -нсы,      -нсе, -ынсы, -енсе, -өнсө ялғауҙарын ҡушып яһала:  бер-енсе,  ике-нсе, алты-нсы, туғыҙ-ынсы, өс-өнсө);
  • бүлем һандары (-ар, -әр, -шар, -шәр, -ышар, -ешәр, -өшәр ялғауҙары менән яһала: бер-әр, алты-шар, йөҙ-әр);
  • йыйыу һандары (берҙән һигеҙгә тиклем  -ау, -әү ялғауҙары менән яһала: бер-әү, алт-ау, ет-әү);
  • сама һандары (-лап, -ләп; -лаған, -ләгән ялғауҙары менән яһала: егерме-ләп, егерме-ләгән,йөҙ-ләп, йөҙ-ләгән);
  • кәсер һандары (өстән бер, бер бөтөн ундан өс);
  • үлсәү һандары (-лы, -ле ялғауҙары менән яһала: етеле шәм, өслө калуш).


Алмаш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алмаш төркөмсәләре:

  • зат алмаштары: мин, һин, ул, беҙ, һеҙ, улар;
  • күрһәтеү алмаштары: был, теге, шул, ошо, бынау, анау һ.б.;
  • һорау алмаштары: кем, нимә, ҡайһы, нисек, нисәнсе, нисә, нисәшәр, ниндәй, ҡайҙа, күпме, ҡасан;
  • билдәләү алмаштары: һәр, һәр кем, һәр береһе, һәр бер (нәмә, кем), бөтә, бөтәһе, бары, барлығы, үҙе, һәр кем һ.б.;
  • билдәһеҙлек алмаштары: әллә кем, әллә нимә, әллә ниндәй, әллә нисек, әллә ҡасан, әллә ҡайҙа;
  • юҡлыҡ алмаштары һорау алмаштары эргәһенә ‘һис’ һәм ‘бер’ һүҙҙәрен ҡуйып яһала: һис кем, һис нәмә, бер кем, бер нисек тә һ.б.;
  • эйәлек алмаштары: минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың.

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теркәүестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә теркәүестәр бүленеше:

Теҙеү теркәүестәре түбәндәге төркөмсәләргә бүленә:

  • йыйыу теркәүестәре: һәм, тағы, тағы ла, шулай уҡ;
  • ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре: ә, ләкин, тик, шулай ҙа, әммә, фәҡәт, юҡһа;
  • бүлеү теркәүестәре: йә, йәки, берсә, йәиһә, бер, әллә;
  • аныҡлау теркәүестәре: хатта, бәлки.

эйәртеү теркәүестәре түбәндәге төркөмсәләргә бүленә:

  • сәбәп теркәүестәре: сөнки, шуға күрә;
  • шарт теркәүестәре: әгәр, әгәр ҙә;
  • сағыштырыу теркәүестәре: әйтерһең, әйтерһең дә;
  • аныҡлау теркәүестәре: тимәк, йәғни.

Бәйләүестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә бәйләүестәр ниндәй ҙә булһа килеш формаларындағы исемдәр, алмаштар менән ярашып килә һәм һәр ваҡыт уларҙан һуң тора:

1. Төп һәм эйәлек килештәге: менән, өсөн, кеүек, шикелле, һымаҡ, саҡлы, тиклем, ҡәҙәр, ҡәҙәре, арҡыры, аша.

2. Төбәү килештәге: таба, табан, ҡарай, тикле, тиклем, хәтле, хәтлем, саҡлы.

3. Сығанаҡ килештәге: бирле, башҡа, һуң.

Киҫәксәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә киҫәксәләр түбәндәгесә бүленә:

  • һорау киҫәксәләре: -мы, -ме, -мо, -мө; -мы ни, -ме ни, -мо ни, -мө ни; -мы икән, -ме икән, -мо икән, -мө икән;
  • сикләү киҫәксәләре: ғына, генә, ҡына, кенә; уҡ, үк;
  • көсәйтеү, раҫлау киҫәксәләре: та, тә; да, дә; ҙа, ҙә; ла, лә; да баһа, ҙа баһа, ла баһа, та баһа, даһа, ҙаһа, таһа, лаһа;
  • икеләнеү киҫәксәләре: -дыр, -дер, -дор, -дөр, -ҙыр, -ҙер, -ҙор, -ҙөр, -лыр, -лер, -лор, -лөр, -тыр, -тер, -тор, -төр;
  • раҫлау киҫәксәләре: да баһа, ҙа баһа, ла баһа, та баһа, даһа, таһа, лаһа, бит;
  • үтенеү киҫәксәләре: -сы, -се, -со, -сө.

Төп һүҙгә ҡарата ҡайҙа тороуына ҡарап, киҫәксәләр түбәндәгеләргә бүленә:

  • һүҙ алдынан килгән киҫәксәләр: иң ябай, бик күп;
  • һүҙ һуңынан килгән киҫәксәләр: хәҙер үк, кескәй генә.

Ымлыҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хис-тойғоларҙы белдергән һүҙҙәр, йәғни ымлыҡтар, ябай (ә-ә-ә, и-и-и, у-у-у) һәм ҡатмарлы (ай-һай, уй алла) була.

Агглютинация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт теле агглютинатив телдәргә ҡарай. 

Агглютинация (нигеҙгә йә тамырға ялғауҙарҙың бер-бер артлы өҫтәлеп барыуҙан торған һүҙ формаһы йә һүҙ яһалыу ысулы) принциптарына ярашлы, һүҙҙәрҙең яңы формалары яһалыуға миҫалдар: дуҫ-тар-ыбыҙ тигән һүҙҙә  тәүҙә тамыр  һүҙгә күплек ялғауы ҡушылған (дуҫ-тар), шунан килеш ялғауы өҫтәлгән (дуҫ-тар-ыбыҙ). Китап-тар-ға тигән осраҡта китап тигән тамырға -тар күплек ялғауы, шунан -ға төбәү килеш ялғауы ҡушылған. Ҡараштырыңҡырайбыҙ — ҡара-штыр-ыңҡыра-й-быҙ; урмансыларҙың — урман-сы-лар-ҙың; йәшелсәселектәгеләрҙең — йәшел-сә-се-лек-тә-ге-ләр-ҙең һ.б.

Омонимдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә омонимдар (яңғырашы буйынса бер төрлө, мәғәнәһе буйынса төрлө булған һүҙҙәр) һүҙҙәрҙең фонетик үҙгәрештәре, телдең тарихи үҫеше, башҡа телдәрҙән һүҙҙәр инеүе, һүҙьяһалыш һәм һүҙ үҙгәреше, күп мәғәнәлелектең тарҡалыуы һ. б. һөҙөмтәһендә хасил була. 

Тулы һәм өлөшләтә омонимдар була:

  • Тулы омонимдар бөтә грамматик формаларҙа ла бер төрлө була: ай (луна) — ай (месяц), бур (мел) — бур (вор), еҫ (запах) — еҫ (угар) һ. б.
  • Өлөшләтә омонимдар:
1) лексик-грамматик (омоформалар) — айырым грамматик формала ғына тап килә торған һүҙҙәр (ғәҙәттә, төрлө һүҙ төркөмөнә ҡарайҙар): «беҙ» (шило) — «беҙ» (мы), «ҡала» (город) — «ҡала» (остаётся), «көҙгө» (зеркало) — «көҙгө» (осенний) һ. б.;
2) грамматик — грамматик мәғәнәһе менән генә айырылған һүҙҙәр йәки  аффикстар: төп һәм төшөм килештә: «китап өҫтәлдә ята»  — «китап уҡыйым» һ. б.;
3) омофондар — бер төрлө яңғыраған, ләкин төрлөсә яҙылған һүҙҙәр: «бөрө» (почка) — «Бөрө» (ҡала исеме), «бал» (мёд) — «балл» (балл), «тубал» (лукошко) — «туп ал» (возьми мяч) һ. б.

Омонимдар рифмалар төҙөгәндә, һүҙ уйнатҡанда ҡулланыла.  Башҡорт теленең омонимдары  М. Х. Әхтәмовтың «Башҡорт теленең омонимдар һүҙлеге» (1966); «Словарь омонимов башкирского языка»; «Омонимдар һүҙлеге» (1986; 300-ләп оя) һәм «Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге» (2006; 900-ләп оя) һүҙлектәрендә тасуирлана.

Шулай уҡ ҡара: Морфонология в башкирском языке, Аффиксация в башкирском языке, Редупликация в башкирском языке.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Зәйнуллин М. В. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. Морфология — Өфө, 2005.
  • Дмитриев Н. К. Грамматика башкирского языка. Издательство Академии Наук СССР — М., 1948г.
  • Султанбаева Х. В. Система служебных частей речи (на материале башкирского языка) — Уфа, 2006.
  • Кейекбаев Ж. Ғ. Башҡорт теленең фонетикаһы — Өфө, 2002.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]