Ә
|
Әә (ә) -- башҡорт алфавитының ҡырҡынсы хәрефе.
Башҡорт алфавитында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуҙынҡы хәрефтәргә инә: а, е, ё, и, о, ө, у, ү, ы, э, ә, ю, я.
Ә -- теркәүес. Бер-береһенә ҡаршы ҡуйылған һөйләмдәрҙе йәки һөйләмдең киҫәктәрен теркәү өсөн ҡулланыла.Миҫал: Сәғәт ун тулды, ә ул һаман юҡ.
Ә -- киҫәксә. 1. Һүҙ йәки һөйләм алдында баҫым менән әйтелеп, иғтибарҙы йәлеп итеү, тәьҫирлекте көсәйтеү өсөн ҡулланыла.. Миҫал: Ә бар ине бит шәп саҡтар! 2. Ишетмәй ҡалған нәмәне ҡабатлап һорағанда ҡулланыла. миҫал: Ә? Нимә тинең? 3. Һөйләм аҙағында килеп, ғәжәпләнеүҙе, аптырауҙы, һоҡланыуҙы көсәйтеү өсөн ҡулланыла. Миҫал: Шәп бит, ә!
Ә (ә-ә-ә) -- ымлыҡ. 1. Нимәнелер иҫкә төшөргәндә, һиҙенгәндә, аптырағанда әйтелә. Миҫал: Ә-ә, шулаймы ни? 2. Асыу ҡатыш ризаһыҙлыҡ белдергәндә әйтелә. Миҫал: Ә-ә, һин әле шулай һөйләшәһеңме?